Ысын йѳрәктән... 6-10-2015, 10:47 / Мәрхәмәт

Ысын йѳрәктән...

Үткән аҙнала Сосновка ауылы мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған матур сара үтте. Унда заманында ғүмер буйы колхозда эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда булған хеҙмәт ветерандарын һәм ололарҙы хөрмәтләп, ҡунаҡҡа саҡырҙылар....
Күңел йылыһын ѳләштеләр 3-06-2013, 15:49 / Мәрхәмәт

Күңел йылыһын ѳләштеләр

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳ алдынан Белорет район-ара прокуратураһы, Суд приставтарының Белорет район-ара бүлеге, Белорет урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Сермән, Үҙән балалар йорттары, Белорет приюты һәм ҡаланың махсуслаштырылған балалар йортонда булды һәм, тәрбиәләнеүселәрҙе байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Был мәрхәмәтлек акцияһында республиканың Архангел, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат ҡала-район прокуратуралары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты, бүләктәр алыу ѳсѳн аҡса күсерҙе....
“1 тонна ҡағыҙ 10 ағасты һаҡлай” 15-04-2013, 09:24 / Мәрхәмәт

“1 тонна ҡағыҙ 10 ағасты һаҡлай”

- Уйлап ҡына ҡара, беҙ тапшырған 5 тоннанан ашыу макулатура 50 тѳп ағасты һаҡлап ҡаласаҡ! Шәп бит! - Шәп, әлбиттә. Тағы ниндәй пландар менән янып йѳрѳйһѳң? - Эш етерлек. Был беҙҙең ҡағыҙ йыйыу буйынса икенсе акция. Тәүгеһендә ни бары 350 килограмм йыйғайныҡ, был юлы бик күп булды. Киләһе акцияла пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар йыйып тапшырасаҡбыҙ....
Ѳләсәйем  минең 21-11-2012, 16:35 / Мәрхәмәт

Ѳләсәйем минең

Ѳләсәйем Нәғимә Хәнәфиә ҡыҙы Ҡужәхмәтова йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡаһарман ауылы ҡыҙы. 50 йылдан ашыу Кѳньяҡ Уралда йәшәһә лә, тыуған тѳйәген иҫкә алмаған бер кѳнѳ лә юҡ. Һағынып йәшәүен хаҡлы ялға сыҡҡансы белем биреү усағында эшләүе лә, үҙешмәкәр артистка булыуы ла, халыҡ араһында ҡайнап йәшәүе лә баҫманы. Емеш-еләктәрен, татлы үләндәрен, ҡуян тубығы кеүек тамырҙарын һағына. Ул һѳйләгән емеш-еләктәрҙе, үләндәрҙе белмәгәс, аптырап ҡабат-ҡабат һорашабыҙ. Иң тәмлеһе - ҡайын ите, тип әйтеп тә ҡуя. Етмәһә, ул йыландарын да һағынып иҫкә ала....