Юбилей дуҫтарын йыйҙы

Йәш натуралистар станцияһы 25 йыллыҡ юбилей айҡанлы, ҙур байрам сараһы уҙғарҙы.

Уның тәүге ѳлѳшѳндә, кѳн болотло, һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, йәш натуралистар етәкселәре менән бергә байрамса кәйефтә үҙҙәренең май айынан бирле алып барған эш һѳҙѳмтәләренең емештәре менән йәрминкәгә сыҡты. Һатып алыусыларға тѳрлѳ сюрприздар, лотерея уйындары, ребустар тәҡдим ителде. Ғѳмүмән, был йәрминкәнән бер кем дә буш ҡул менән ҡайтманы. Йәш натуралистар үҫтергән йәшелсә-емештең, ҡайнатмаларҙың, дарыу һәм декоратив үҫемлектәрҙең ниндәйе генә булманы. Уларҙың һәр береһе рецепт менән тәҡдим ителде. Йәш натуралистар стан-цияһының эшмәкәрлеге тураһында унда шѳғѳлләнеүселәрҙән дә яҡшыраҡ белеүсе булмаҫ. Әңгәмәселәребеҙ — башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусылары.
Адель ИШМѲХӘМӘТОВА:
- Бында бер йыл ғына шѳғѳлләнеүемә ҡарамаҫтан, күп нәмәгә ѳйрәндем. Миңә тәбиғәтте ѳйрәнеү һәм яҡлау, тәжрибәләр үткәреү оҡшай. Тәбиғәткә ҡарата ҙур яуаплылыҡ тояһың.
Динис ЗЫКРИН:
- Мин тѳрлѳ экологик ѳмәләрҙә, слеттарҙа, конкурстарҙа ҡатнашам.
Гѳлдәр ДӘҮЛӘТБАЕВА:
- Беҙҙең һаулыҡ тирә-яҡ мѳхиткә бәйле. Уның таҙалығы, матурлығы ѳсѳн үҙ ѳлѳшѳмдѳ индереүемә
шатмын. Белореттар тәбиғәтебеҙҙе, йәшәгән еребеҙҙе һаҡлаһындар, таҙа тотһондар һәм йәшелләндерһендәр, тип әйтке килә. Бѳтә балаларҙы, уҡыусыларҙы Йәш натуралистар станцияһына
саҡырам.
Регина АБДУЛҒӘЗИЗОВА:
- Бында кескәйҙән шѳғѳлләнәм. Хәҙер инде күп нәмәгә ѳйрәндем. Бѳтәбеҙ бер уйҙан һәм теләктән эшләйбеҙ, ял итәбеҙ, тѳрлѳ саралар һәм конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Үҙеңдең эш һѳҙѳмтәһен күреүҙән ҙур ҡәнәғәтлек алаһың, педагогтарыбыҙ ҙа беҙҙең ѳлкән дуҫтарыбыҙға әүерелде. Шуға ла килергә ашҡынып тораһың. Улар үҙҙәренең энтузиазмы, мауыҡтырғыс эштәре, тормош тәжрибәләре менән беҙҙең күңелдәрҙе байыта. Педагогтарға ихлас күңелдән рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Хайуандар, йән-
лектәр менән аралашыу ҙа кешене психологик яҡтан дауалай. Йәш натуралистар станцияһы ойошторолғандан бирле директор вазифаһын башҡарған Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина һаман да педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың алыштырғыһыҙ етәксеһе, остазы һәм дуҫы булып ҡала. Коллективта 8 педагог — А.Т. Әхмәҙина, З.З. Ғәлиастанова, Э.Р. Хәйруллина, И.В. Нәсимова, Д.Р. Хужаева, Г.И. Хәмзина, И.М. Зәйнуллина, Р.С. Хәблетдинов йәш натуралистарҙы тәбиғәт менән гармонияла йәшәргә ѳйрәтә. Йәрминкәнән һуң һәр берекмәнең ижади презентацияһы уҙҙы. Эмблема, девиз, шиғыр, йыр, йомаҡ һәм әйтемдәр ярҙамында үҙҙәренең эшмәкәрлегенең серен систе
һәм бынан ҙур ҡәнәғәтлек алды. Сығыштарҙан һуң бѳтә командалар ҙа Маҡтау ҡағыҙҙарына, приздарға лайыҡ булды. Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина һәммәһен дә юбилей менән ҡотлап, бер ғаилә булып, берҙәм һәм татыу, ижади эшләгәндәре ѳсѳн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Юбилей сараһы торттар менән сәй эсеү һәм дискотека менән тамамланды. Муниципаль район буйынса ғына түгел, республикала танылыу яулаған Йәш натуралистар станцияһының үҙ йѳҙѳ, маҡсаты һәм хыялы бар. Уның һәр саҡ юғары кимәлдә булып ҡалыуын һәм маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйек.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Н. ШӘРИПОВА,
А. ӘХМӘҘИНА фотолары.
Оставить комментарий