Балалар баҡсаһында - Республика айлығы

Ҡаланың 30-сы балалар баҡсаһының «Ручеёк» тѳркѳмѳндә Республикабыҙға арналған айлыҡ
уҙғарылды.

Унда кескәйҙәр республика тураһындағы темаларға әңгәмәләр үткәреп, башҡорт милли орнаменттарынан аппликациялар эшләп, Башҡортостандың күренекле, иҫтәлекле урындарын һүрәткә тѳшѳрѳп, илебеҙ тураһында йыр, бейеү ѳйрәнеп, шиғырҙар ятланы. Ә инде йома кѳндѳ айлыҡты ябып, “Башҡорт һәм рус халҡы башланғысы” тип аталған ҡала кимәлендәге асыҡ сара ойошторолдо. Унда 21-се балалар баҡсаһының әҙерлек тѳркѳмѳ балаларын ҡунаҡҡа саҡырып, матур байрам үткәрҙе. Сараны ойоштороусылар - “Ручеёк” тѳркѳмѳ тәрбиәселәре Әлиә Ринат ҡыҙы Күлбаева менән Рәйсә Борис ҡыҙы Ағзамова Башҡортостан Республикаһы тураһында һѳйләне, ҡунаҡтарға балалар ҡатнашлығында “Яңы ҡалыптағы “Шалҡан” әкиәтен күрһәттеләр. Кескәй сактерҙар үҙ ролдәрен оҫта һәм килешле итеп башҡарҙы. Заманса ҡуйылған әкиәтте балалар яратып, ихлас ҡараны.

Сараның икенсе ѳлѳшѳндә 21-се һәм 30-сы балалар баҡсалары кескәйҙәре араһында ярыш үткәрелде. Балаларҙың ярышын компетентлы жюри - ҡаланың мәғариф идаралығы методисы С.Г. Нестерова, 30-сы балалар баҡсаһы мѳдире Н.М. Аксенова, ѳлкән тәрбиәсе Г.Б. Загрекова, 21-се балалар баҡсаһының ѳлкән тәрбиәсеһе С.Е. Никитина баһаланы. «Ҡурай» һәм «Бал ҡорттары» командалары ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, мендәр менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүек халыҡ уйындарын уйнап, кѳс һынашты. Әлбиттә, балалар араһында дуҫлыҡ еңде, командалар Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәр менән бүләкләнде. Байрам кескәйҙәр башҡарыуындағы “Ҡурай” башҡорт халыҡ бейеүе менән тамамланды. Балалар күңелле саранан ҡәнәғәт, йѳҙҙәрендә шатлыҡлы
йылмайыу менән таралды. Эйе, ҡаланың 30-сы балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе ерлектәге халыҡтың йолалары, ғѳрѳф-ғәҙәттәре, йыр-моңо менән таныштырып, Ватанға һѳйѳү тәрбиәләүселәргә һоҡланмау мѳмкин түгел. Әлиә Ринат ҡыҙы театр эшмәкәрлеге йүнәлеше буйынса балалар менән эшләһә, Рәйсә Борис ҡыҙы башҡорт халҡы мәҙәниәте буйынса эш алып бара, йәғни балалар күңелендә урындағы милләткә, уның ғѳрѳф- ғәҙәттәренә, йолаларына хѳрмәт, һѳйѳү тәрбиәләй.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий