Алыҫ араларҙы яҡынайтып

Ошо аҙнала ҡала Картиналар галереяһының бәләкәй залында Тѳмән ҡалаһында йәшәгән рәссам, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы һәм Рәсәйҙең Эклибрис (китап билдәһе, йәғни китап тышының эске яғынан йәбештерелгән иллюстрация, унда авторҙың исеме һәм уның кемлеген асыҡлаусы девизы яҙыла йәки эмблема тѳшѳрѳлә) ассоциацияһы ағзаһы Юрий Александрович БЫЧКОВтың картиналар күргәҙмәһе асылды.

Был офорттар (боронғо графика техникаһының ме- талдағы тәрән гравюраһы тѳрҙәренең береһе) күргәҙмәһенең инициаторы күренекле рәссам Виталий Шеповалов. Улар Юрий Александрович менән йәш саҡтан уҡ ижадташ дуҫтар булған. Әле лә алыҫ араларҙы яҡынайтып, дуҫлыҡ ептәрен ѳҙмәй, аралашып торалар. Күргәҙмәнең асылыу тан- танаһы Юрий Бычков ебәргән видеосәләм менән
башланып китте. Ул бер аҙ үҙе һәм ижады тураһында һѳйләне, нисек итеп офорт эшләүе тураһында оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Артабан күргәҙмәнең асылыу тантанаһына килгән ҡунаҡтар сығыш яһағас, рәссамдың күргәҙмәгә ҡуйылған ижад емештәре менән танышты. Юрий Бычковтың һүрәттәрендә себер халҡының йәшәйеше, кѳнкүреше күберәк сағылдырылған, сѳнки ул оҙаҡ йылдар Ханты-
Мансы округының Нижневартовск ҡалаһында йәшәй. Тап ошонда ул эклибрис стилендә ижад юлын башлай ҙа инде. Шуға күрә уның офорттарында урындағы халыҡ тормошо тѳп урынды биләй. Ысынлап та, бѳгѳнгѳ кѳндә Рәсәйҙә офорт эшләүсе рәссамдар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына, сѳнки
был ҡатмарлы һәм ауыр хеҙмәт. Офортты башҡарыусынан эске тәрән логика һәм ваҡ ҡына деталдәр менән эшләй белеү оҫталығы талап ителә. Офорт эшләү процесында металға тѳрлѳ ҙурлыҡтағы энәләр һәм кислоталар ярҙамында һүрәт тѳшѳрѳлә. Бындай мәшәҡәтле, күп кѳс һалынған хеҙмәт, әлбиттә, ҡиммәт баһалана. Ижад һѳйѳүселәрҙе һәм эклибрис менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы Картиналар галереяһындағы яңы күргәҙмә кѳтѳп ҡала.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий