Ҡоштар моңо һеҙҙе саҡыра

Ҡаланың тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейында “Донъяның һәм тыуған яҡтың иң матур һайраған ҡоштары” күргәҙмәһе асылды. Унда 100-ләгән ҡош тѳрѳн күрергә мѳмкин. Күргәҙмәнең авторы Силәбе орнитологы, ҡоштар коллекционеры Сергей Викторович РЫНДА.

Тутыйғоштар, барҡылдаҡ, һабан турғайы, ҡыҙылтүш, какаду (тутыйғош тѳрѳ), мышар турғайы, сыйырсыҡ, тѳрлѳ һандуғастар, себен турғайы, һары турғай, кѳйәҙ турғай һәм башҡа ҡоштар йырына
күмелгән залға барып инеү менән үҙеңде ожмах баҡсаһына эләккәндәй хис итәһең. Залда ирекле йѳрѳгән тутыйғоштарҙың һиңә һүҙ ҡушыуы, музыка ыңғайына бейеүҙәре, үҙҙәренең башҡа тѳрлѳ һәләттәрен күрһәтеүе үҙе бер тамаша. Сергей Рында 40 йылға яҡын ҡоштар коллекцияһын йыйыу менән шѳғѳлләнә. Ә инде уға күргәҙмә ойоштороу идеяһын Силәбе крайҙы ѳйрәнеү музейы директоры Владимир Богдановский тәҡдим итә. Был шәхси коллекцияла бары тик матур һайраған һәм һѳйләшеү һәләтенә эйә булған ҡоштар йыйылған. Уларҙың яртыһы үҙебеҙҙең яҡтарҙа йәшәгән ҡоштар булһа, ярты ѳлѳшѳ Европа, Азиянан килтерелгән. Экзотик экспозиция йылдан-йыл күҙҙең яуын алырлыҡ тѳрлѳ тѳҫтәге ҡаурыйлы, моңло һайраусы ҡоштар менән тулыландырыла бара икән.

- Коллекция туплау - оҙаҡ йылдарға һуҙылған процесс, ә инде уларҙы кеше араһына сығарыу, йәғни
күргәҙмәгә алып сығыу ѳсѳн шулай уҡ ҡоштарҙы һайлап алырға кәрәк. Ҡоштар ҙа кешеләр кеүек тѳрлѳ характерлы була. Эт кеүек уҫалдары, үтә ҡырағайҙары, тиктормаҫтары була, ә ундайҙар күргәҙмә ѳсѳн бармай. Шуға күрә йыш ҡына ҡоштарҙы алмаштырырға, йә яңынан һатып алырға тура килә, - ти Сергей Викторович. Әйткәндәй, Сергей Рында, ҡоштар кеүек, үҙе лә сәйәхәт итергә ярата. Ул Вьетнамда, Индонезияла, Тайландта, Ҡытайҙа булып, коллекцияһына һирәк осрай торған ҡоштар алып ҡайтҡан. Бына, мәҫәлән, изге майна ҡошон ул Вьетнамдан алып ҡайта. Был ҡош тәүге мәлдә вьетнам телендә һѳйләшһә, хәҙер рус телендә: “Меня зовут Айна”, - тип әйтергә ѳйрәнгән.

Эйе, беҙгә ҡоштар һайрауын тыңлап, уларҙың мәҙәктәрен күҙәтеү күңелле, әммә уларҙың хужаһынан ҡанатлы дуҫтарын формала тотоу ѳсѳн витаминдарға бай ризыҡ, уңайлы шарттар менән тәъмин итеү ѳсѳн күпме кѳс, ваҡыт, аҡса талап ителә. Мәҫәлән, ҡоштар күбеһенсә ҡорт-селәүсендәр, йәшелсә-емеш ярата. Шулай уҡ ҡайһы бер ҡоштар тыуған яғы - Европанан килтерелгән аҙыҡ менән туҡлана. Шуға күрә уларға аҙыҡты махсус рәүештә Европанан алдыралар. Ҡоштарҙы билдәле режим буйынса ашаталар. Шулай итеп, күргәҙмәлә Ер шарында һирәк осрай торған ҡоштарҙан алып әкиәттәрҙә даны сыҡҡан бәхет ҡошона тиклем күрергә була.
Әйткәндәй, ҡанатлы дуҫтар балаларҙы бик йылы ҡабул итә. 6 йәшлек тутыйғош Гоша кескәйҙәрҙе күреү менән бейей, һәләттәрен күрһәтә башлай. Ә инде һабан турғайы, һандуғас һәм башҡа тѳрлѳ тропик ҡоштарҙы эләкләп һайраусы иҫ киткес матур тауышлы барҡылдаҡ Шама менән һоҡланмау мѳмкин түгел. Бындай күргәҙмәләр, һис шикһеҙ, балалар, йәштәр ѳсѳн бик мауыҡтырғыс һәм файҙалы. Күргәҙмә 30 ноябргә тиклем дауам иитәсәк, ҡаланың тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейындағы ҡоштар моңо донъяһының ишектәре һеҙҙең ѳсѳн кѳнѳ буйы асыҡ.
Н. ШӘРИПОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий