Ҡурай байрамы -рух байрамы

Яҡташтарыбыҙ - мәшһүр сәнғәт оҫталарының исемдәрен мәңгеләштереү, ҡурайҙы популярлаштырыу маҡсатында муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы һәм Шығай мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре инициативаһы менән булдырылған традицион ҡала-район-ара ҡурайсылар конкурсы быйыл да рух күтәренкелеге, ғорурлыҡ тойғолары менән һуғарылғайны. Әйтерһең дә, ошо ике бѳйѳк шәхестең рухы сәхнә түрендә ҡанат ҡаҡты.

Сәғирә Шәрәфетдинова етәкселегендәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрамды тейешле кимәлдә ойошторған. Сәхнәнең биҙәлеше үк күңелдәрҙе сихри сәнғәт донъяһына алып инде. Ә тылсымлы ҡурай моңдары һәр кемде тарих тѳпкѳлѳнә, ата-бабалар мѳхитенә алып ҡайтты. Белорет, Бѳрйән, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡтан килгән ҡурайсыларҙы жюри ағзалары - Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ инструменттары милли оркестры етәксеһе һәм дирижеры Рәмил Ғәйзуллин, Заһир Исмәғилев исемендәге Ѳфѳ дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Венер Йылҡыбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған ҡурайсы Мѳхәмәт Түлебаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова байрам тантанаһын асып, конкурсанттарға изге теләктәрен еткерҙе һәм уңыштар теләне.

Конкурс башланырҙан алда жюри ағзалары Абдулғәфи Хәлфетдиновтың ҡәберенә барып сәскә һалды, аят уҡылды. Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар сыҡты һәм байрамды Сермән музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре башлап ебәрҙе. Улар үҙҙәрен бик ышаныслы тотто. Инйәр сәнғәт мәктәбе ҡурайсылары ла һынатманы, Белорет музыка мәктәбе ҡурайсылары конкурсҡа юғары әҙерлек менән килгән. Бигерәк тә 9 йәшлек Тимерйән Йыһаншиндың ҡурай моңдарын тамашасы кѳслѳ алҡыштарға күмде. Ә бына Магнитогорскиҙан килгән Азат Мәрҙәншин был кѳндѳ икеләтә бәхетле булды, сѳнки ул 2014 йылдың 14 ноябрендә 14 йәшен билдәләне. Ҡала музыка мәктәбенән Дамир Хәсәнов етәкселегендәге, Сермән музыка мәктәбенән Ғәлим Хәйернуров етәкселегендәге ҡурайсылар ансамблдәре лә тамашасы күңеленә хуш килде. 16 йәштән ѳлкән ҡурайсылар бәйгеһен Сермәндән 18 йәшлек Фидан Сибәғәтов башлап ебәрҙе. Ул тәүге конкурста балалар араһында гран-при яулағайны. Әхмәрҙән Альберт Абдрахманов, Хѳсәйендән Азат Ғаззалов, Рәниф Латипов, Шығайҙан Ғәйсәр Хәтиуллин, Инйәрҙән Ви-лур Ҡотломѳхәмәтовтың сығыштары ла үҙенсәлекле булды. Асылар исеменән сығыш яһаған Рафаил Сәлихов үҙен оҫта ҡурайсы итеп танытты. Сәғәт 3-тә башланған Гала- концертта Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы ҡунаҡтарға, бѳтә ҡурайсыларға, Шығай мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә муниципаль район Советы һәм хакимиәте етәкселәре исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ҡурай байрамы -рух байрамы Жюри ағзалары байрамдың юғары кимәлдә уҙыуын билдәләне. Улар үҙҙәре лә ҡурай тартып, халыҡты һѳйѳндѳрҙѳ. Лира Хәйруллина менән Динис Фәсхетдинов алып барған Гала-концерт ҙур тамашаға әйләнде. Бигерәк тә “Елмерҙәк” этнотѳркѳмѳ сығышы кѳслѳ алҡыштарға күмелде, халыҡ уларҙы оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәне. Шулай уҡ Динар Ғәниевтең, Рафаил Сәлиховтың, Дамир Хәсәновтың, Илгиз Сәғәҙәтовтың, Илнур Аслаевтың, Дилә Бадалованың, Тимерйән Йыһаншиндың сығыштары күңелдәрҙе хис-тойғоларға байытты. Бүләкләү номинацияла еңеүселәрҙән башланды.

Һәр конкурсант Дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. «Иң оло ҡурайсы» номинацияһында Сермәндән Әсҡәт Хәйернуров, «Иң йәш
ҡурайсы» номинацияһында шулай уҡ ошо ауылдан Морат Әхмәтов билдәләнде.

16 йәштән ѳлкән ҡурайсылар араһында Асы мәҙәниәт йортонан Рафаил Сәлихов, Сермән мәҙәниәт йортонан Альберт Абдрахманов, Хѳсәйендән Рәниф Латипов — III, Баймаҡтан Илшат Мәҡсүтов, Айбулат Ахунйәнов - II, Сермән мәҙәниәт йортонан Фидан Сибәғәтов I урынға сыҡты һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Баймаҡ ҡалаһынан Илнур Аслаев гран-при яуланы. Шулай уҡ конкурсанттарҙы сифатлы әҙерлек менән алып килгән ѳсѳн Дамир Хәсәнов Диплом менән бүләкләнде. Ансамблдәр араһында Сермән музыка мәктәбе ҡурайсылары - III, Әбйәлил районы ҡурайсылары - II, Белорет музыка мәктәбе ҡурайсылары I урын яуланы.

16 йәшкә тиклемге конкурсанттар араһында Магни- тогорскиҙан Азат Мәрҙәншин, Бѳрйәндән Айгиз Ҡыуандыҡов, Инйәрҙән Ғәҙел Дәүләтов, Белорет музыка мәктәбенән Рушан Әүбәкиров, Арслан Таипов - III, Баймаҡтан Радик Мурзаев, Әбйәлилдән Рифат Ялмырҙин, Белореттан Айрат Шәғәлиев - II, Белореттан Тимерйән Йыһаншин, Әбйәлилдән Назар Ғарипов I урын алды. Белорет музыка мәктәбенән Айтуған Заһитуллин гран-приға лайыҡ булды. Сермәндән Арсен Кил- мѳхәмәтов, Шығайҙан Ғәйсәр Хәтиуллин, Хѳсәйендән Азат Ғаззалов, Әбйәлилдән Ыласын Мәғәфүров “Талип Латипов репертуарынан кѳйҙәр башҡарған ѳсѳн” номинацияһында бүләкләнделәр. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы шулай уҡ Сермән музыка мәктәбе директоры Әлфиә Идиәтуллинаға, Инйәр сәнғәт мәктәбе директоры Фәрхәнә Ҡотломѳхәмәтоваға һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Беҙ ҙә ҡурайсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.

Фекерҙәр
Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ:
- Был конкурс тәүге йылда ҡала-район кимәлендә Талип Латипов исеменә арнап үткәрелгәйне. Шул саҡта мин мәшһүр ҡурайсы Әбдулғәфи Хәлфетдиновтың да исеме Талип Латипов янында торһа, бик ҡәнәғәт булыр инем, тигәйнем. Минең тәҡдимемде кире ҡаҡмай, ике оло шәхестең исемдәрен йәнәшә ҡуйып, мәңгеләштергәндәре өсөн конкурсты ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Ғөмүмән, йылдан-йыл кон-курс кимәле үҫә, йөкмәткеһе тәрәнәйә бара. Мәҫәлән, тәүге ике йылда конкурста ҡатнашыусылар араһында ансамблдәр күп булһа, быйыл яңғыҙ башҡарыусылар һаны артҡан. Был бик ҡыуаныслы күренеш, сөнки ҡурайҙа яңғыҙ уйнау күпкә ҡатмарлыраҡ һәм яуаплыраҡ. Хөсәйен, Шығай, Сермән ауылдарында өмөтлө ҡурайсылар үҫеп килә. Фидан Сибәғәтов бынан ике йыл элек 16 йәшкә тиклемгеләр араһынан еңеүсе булғайны, егет ҡурай тартыу оҫталығын камиллаштырыуын дауам итә, афарин, быйыл 16 йәштән өлкәндәр араһында үҙен һынатманы. Шулай уҡ, Хөсәйендән Рәниф Латипов, Азат Ғаззалов, Асы ауылы исеменән сығыш яһаған Рафаил Сәлихов, Шығайҙан Ғәйсәр Хәтиуллин, Сермәндән Альберт Абдрахманов киләсәктә республикабыҙ ҡу-райсылары исемлеген тулыландырыр, яңы исемдәр асыр, тигән өмөттәмен. Ә инде арабыҙҙа Мөхәмәт Түлебаев кеүек мәшһүр ҡурайсылар тере саҡта, уның менән оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, лайыҡлы эстафета-ны үҙ ҡулығыҙға алып ҡалырға кәңәш итер инем үҫеп килгән быуынға.

Рәмил ҒӘЙЗУЛЛИН:
- Бындай матур ҡурайсылар конкурсында мин беренсе тапҡыр. Конкурс бер түгел ике шәхестең исеменә арналыуы менән бик үҙенсәлекле. Эйе, ғәҙәттә, исемле конкурстарҙың ғүмере оҙон була. Шуға күрә был ҡурайсылар конкурсының да республика кимәленә барып етеүен теләр инем. Бында ҡатнашып, еңеүсе булған егеттәр республика кимәлендә лә ҡатнашырлыҡ һәм еңерлек, сөнки әҙерлек кимәлдәре көслө. Ғөмүмән, ҡурай сәнғәте бик боронғо һәм ул ата-бабаларҙан күсә килгән музыка ҡоралы. Ҡурайҙың мөмкинлектәре сикһеҙ. Ул көнсығыш, көньяҡ илдәрендә йәшәгән халыҡтың төп музыка ҡоралы. Бөгөнгө көндә ҡурай сәнғәте Иран, Ираҡ, Төркмәнстан илдәрендә һәм беҙҙең республикала бик үҫешкән һәм алға киткән.

Зәлифә ӘҒЛӘМОВА:
- Ҡурай конкурсын өсөнсө йыл рәттән үткәрәбеҙ. Әлбиттә, үҫешен күрергә бик теләр инем. Мәҫәлән, ҡала музыка мәктәбе ныҡлы әҙерлек менән килгән. Һәр береһе үҙенсәлекле һәм йәш айырмаларына ҡарамаҫтан, көслө ҡурайсылар. Әммә ауылдарҙан да көслө ҡатнашыусыларҙы күрергә теләр инем. Ҡурайсылар конкурсының маҡсаты - районыбыҙҙың үҫеп килгән йәштәре араһынан Мөхәмәт Усман улы кеүек халҡыбыҙ самородыгын табыу, таланттарҙы асыу. Ә инде Баймаҡ, Бѳрйән, Учалы, Әбйәлил районынан килгән ҡунаҡтар байрамыбыҙға йәм өҫтәп, мәртәбәһен арттырҙы ғына.

Венер ЙЫЛҠЫБАЕВ:
- Талантлы ҡурайсыларҙы асыу, табыу маҡсатында ойошторолған бик матур конкурс. Ысынлап та, ҙур ѳмѳттәр бағларлыҡ лайыҡлы йәштәр үҫеп килә. Бигерәк тә уҡыусы балалар ҡыуандырҙы. Артабан да ҡурайҙа уйнауҙарын дауам итеп, оҫталыҡтарын камиллаштырһындар ине, тигән теләктә ҡалам. Ә инде Сермән егете Фидан Сибәғәтовты сәнғәт академияһына уҡырға саҡырам. Мәшһүр шәхестәребеҙҙе онотмай, уларҙы ололап, исемдәрен мәңгеләштереп, яҡты иҫтәлектәренә ҡурайсылар конкурсы ойошторған Шығай ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, халҡына, Белорет мәҙәниәт идаралығына оло рәхмәтемде белдерәм.

Мѳхәмәт ТҮЛЕБАЕВ, жюри рәйесе:
- Районыбыҙҙың оло шәхестәрен ҙурлауҙары ѳсѳн бик ҡыуанам. Талип Латипов еҙнәм, ә Әбдулғәфи ағай ут күршем булды. Шуға күрә мин уларҙы яҡындан күреп-белеп, аралашып, ҡурай тартҡандарын тыңлап,
мѳғжизәле моңдарын күңелемә һеңдереп үҫтем. Икеһе лә ҙурлауға лайыҡ шәхестәр, тип һис шикһеҙ икеләнмәйенсә әйтә алам. Ә инде ҡурайсылар конкурсы ойоштороу, ҡурайҙы пропагандалау - милләтебеҙҙе
үҫтереүҙең бер тармағы. Был конкурстың йылдан-йыл географик масштабы киңәйеүе уның абруйын күтәрә. Һәр районда үҙҙәренә генә хас булған ҡурай тартыу алымдары бар. Бѳгѳн биш район ҡурайсылары йыйылды, улар бында оҫталыҡтарын ғына күрһәтмәй, ә тәжрибә уртаҡлаша, фекер алыша, бер-береһенән яңы кѳйҙәр отоп ала. Был ҡурайсылар ѳсѳн үҙе бер һабаҡ. Ҡурай бар, буласаҡ һәм мәңге йәшәйәсәк, Алла бирһә! Һүҙемде тамамлап, Шығай ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, директоры Сәғирә Сабирйән ҡыҙына, ҡала-район мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм.

Айтуған ЗАҺИТУЛЛИН, гран-при эйәһе:
- Мин был конкурста ѳсѳнсѳ тапҡыр ҡатнашам. Тәүге йылда ҡала музыка мәк-
тәбенең “Инеш” ансамбле менән килгәйнем, 2012 йылда яңғыҙ сығыш яһаным. 7 йәштән алып музыка мәктәбенә йѳрѳйѳм. Ҡурайҙы яратам. Ә инде еңеүсе булыуыма бик шатмын, бының менән генә туҡтап ҡалмай, киләсәктә лә конкурстарҙа ҡатнашып, үҙемде һынап ҡарарға һәм мәшһүр ҡурайсыларҙан тәжрибә тупларға, тигән уйҙамын.

Илнур АСЛАЕВ, еңеүсе:
- Баймаҡ районынан килдем. Миңә 30 йәш. Ѳсѳнсѳ йыл инде Халыҡ ижады үҙәгендә эшләйем. Уға тиклем Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡыттым. Әлеге ваҡытта Баймаҡ районы ҡурайсылары ансамбленә етәкселек итәм. Был конкурс тураһында алдан ишеткәнебеҙ юҡ ине, быйыл саҡырыу алыу менән әҙерләнеп сыҡтыҡ та киттек. Ә инде еңеүсе булыуыма һаман ышанып етмәйем, шул тиклем кѳтѳлмәгәндә килеп сыҡты. Әлбиттә, бѳйѳк ҡурайсыларыбыҙ исеменә үткәрелгән конкурста еңеү яулау минең ѳсѳн ҙур мәртәбә. Сара юғары кимәлдә, бик һәйбәт үтте. Белореттан дәрт алып, матур хис- тойғолар менән юлға сығырға торабыҙ.

Тимерйән ЙЫҺАНШИН:
- Миңә 9 йәш. Музыка мәктәбендә икенсе йыл шѳғѳлләнәм. Ҡурай бик оҡшай. I урын алыуыма ныҡ ҡыуандым. Еңеү миңә киләсәктә тағы ла тырышып уйнарға тигән сәм ѳҫтәне.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА һәм
Нурия ШӘРИПОВА яҙып алды.
Автор фотолары..
Оставить комментарий