ЙӘШ ИЖАДСЫЛАР ЙЫЙЫЛДЫ

20-21 ноябрҙә Сибайҙа Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларында йәшәгән, башлап ижад итеүселәрҙең семинар-конференцияһы булып үтте. Семинар Башҡортостан яҙыусылары съезы ҡарарына ярашлы, атап үтелгән төбәктең йәш ижадсыларын туплау маҡсаты менән ойошторолдо.

Яҙыусылар союзының һуңғы съе-зында республикала ике йөҙҙән ашыу яҙыусы иҫәпләнһә, уларҙың иң йәше утыҙ етелә булып, уртаса йәше алтмыш етегә баҫыуы асыҡланғайны. Яҙыусылар ойошмаһының киләсәген хәүеф аҫтына ҡуйыусы был хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы — ижади йәштәрҙе күтәреү, ижад емештәрен барлап, әүҙемлеккә әйҙәү һәм уларҙы яҙыусылар союзына ағза итеп алыу.Маҡсатлы сарала ҡатнашыу өсөн Учалы яҙыусылар ойошмаһынан бер төркөм йәш ижадсыны алып барып, уларҙың әҫәрҙәрен баһалатыу бурысы, ойошма етәксеһенең урынбаҫары булараҡ, миңә йөкмәтелде. Конференцияға килеүселәрҙең әҫәрҙәрен, өс секцияға бүленеп, башҡорт әҙәбиәтенең планкаһын Рәсәй кимәлендә юғары тотоусы танылған яҙыусылар, шағирҙар тикшереп, баһаланы. Учалынан Денис Ғилманов менән Динара Йәрмөхәмәтова, Белореттан Венер Сәлихов менән Рәсимә Сәлихова шиғриәт секцияһында үҙҙәрен һынап ҡараны. Белорет ҡалаһынан Зөлфиә Сәлихова хикәйәләрен проза секцияһына тапшырҙы. Семинар шарттары буйынса, Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте менән килешеү нигеҙендә, семинарҙа юғары баһа алып, өмөтлө тип
табылған ижадсыларҙың әҫәрҙәрен киләһе йыл “Йәш көстәр” исеме менән һайланма йыйынтыҡ итеп баҫтырыу ҡаралған.

Учалы яҙыусылар ойошмаһынан барған төркөмдән барыһы ла шиғриәт секцияһын алып барыусы шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мѳхәррире Тамара Юлдашева һәм уның ярҙамсыһы, шағир Мәүлит Ямалетдиндың юғары баһаһына лайыҡ булды. Был секцияның эшендә шулай уҡ БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы филология факультетынан фән кандидаты Рита Фәтҡуллина ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, шиғриәт секцияһында ҡатнашҡан егермеләгән кеше араһы-нан Венер Сәлиховтың шиғырҙары айырым баһаланды. Ул шиғриәт ҡанундарына ярашлы юғары кимәлдәге шиғырҙар ижад итерлек, өлгөрөп еткән үҙенсәлекле “табыш” итеп танылды. Киләсәктә уға юғары филологик белем алырға кәңәш итте жюри ағзалары.

Проза секцияһын «Ағиҙел» жур-налының баш мѳхәррире Әмир Әминев менән танылған прозаик Сабир Шәрипов алып барҙы. Уларға БДУ-ның Сибай институты уҡытыусылары, Сибайҙа йәшәгән яҙыусылар ярҙам итте. Секцияла уҡылған Зөлфиә Сәлихова хикәйәләренең дә яҡшы баһа алыуы ҡыуаныслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәкселегендәге драма секцияһында бер генә кеше ҡатнашты, уныһы ла беҙҙеке түгел ине. Урал аръяғында теркәлгән Учалы, Сибай яҙыусылар ойошмаһы, “Ҡуңыр буға” әҙәби берләшмәһенән тыш, шулай уҡ Ғафури, Стәрлетамаҡ, Күмертау яҡтарынан да семинарҙа ирекле ҡатнашыусылар булды. Конференция ултырыштарын Сибай артистары, мәҙәниәт колледжы студенттары йыр-моң менән биҙәне. Кистәрен А. Мөбәрәков исемендәге драма һәм “Сулпан” балалар театры спектаклдәренә тамаша ҡылып шатландыҡ. Өфөнө мәҙәни мәккәбеҙ итеп таныһаҡ, Сибай ҡалаһы рухиәтебеҙҙең мәҙинәһе булырға хаҡлы икәненә инандыҡ. Семинарҙа ҡатнашыусылар ҡәнәғәтләнеү тойоп, бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк тигән теләк белдереп таралышты.
Мансур ҺИҘИӘТОВ.
Оставить комментарий