Театр сәнғәте - мѳғжизәле донъя

Күптән түгел «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры тамашасылар хѳкѳмѳнә күренекле драматург Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хѳкѳмѳ” спектаклен тәҡдим итте. Шулай уҡ был кѳндѳ улар Ѳфѳнән килгән ҡунаҡтар - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина, Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов алдында халыҡ театры исемен дә яҡланы.

Халыҡ кѳндәлек мәшәҡәттәрен бер аҙ ситтә ҡалдырып, спектакль ҡарарға ҡала Мәҙәниәт һарайына ашыҡты. Тамашаға оло быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә күп йыйылды. Спектаклдең сюжеты ҡәһәрле һуғыш йылдарына алып ҡайтты. Ирен, улдарын һуғышҡа оҙатып, уларҙың үлем хәбәрен алған, ә Хаммат улының һуғыштан ҡасып ҡайтыуына шаһит булған әсәнең кисерештәре һүрәтләнә. Илбикә яуҙа һәләк булған ире Нурғәленең һәм улы Мансурҙың үлемен, нисек кенә ауыр булмаһын, кисерә, әммә ҡасып ҡайтҡан улын ҡабул итә алмай, сѳнки выжданы ҡушмай. Уға үҙе үк үлем хѳкѳмѳ сығара. Илбикә шул замандың кѳслѳ рухлы, ныҡлы ихтыярлы, намыҫлы, иленә, еренә тоғро ҡалған патриот-әсә образының эталоны булып тора. Шулай уҡ әҫәрҙә ғаилә, мѳхәббәт темалары ла ҙур урынды биләй. Актерҙар ролдәрен бирелеп, тамашасының күңел түренә үтеп инерлек итеп оҫта башҡарҙы. Уларҙың сығыштарын халыҡ ихлас алҡыштарға күмде. Спектакль тамамланғас, Ѳфѳнән килгән театр белгестәре халыҡ театры коллективы менән берлектә һѳйләшеүгә йыйылды. Беҙҙең артистарға ҡарата уларҙың фекерҙәрен белеү маҡсатында халыҡ театрының режиссеры Гѳлнара Насретдин ҡыҙы Ғилмановаға мѳрәжәғәт иттек.

►Билдәле булыуынса, һеҙҙең коллектив, ѳс йылға бер тапҡыр халыҡ театры исемен иҫбатлап тора. Был юлы театр белгестәре күңелендә спектакль ниндәй уй-тойғолар ҡалдырҙы һәм театрға бирелгән исемде яҡлай алдығыҙмы?
- Тәнзилә Сәғит ҡыҙы иң алда режиссерҙы ҡайҙан саҡырҙығыҙ, тип һораны. Мин үҙем ҡуйҙым, тип
яуаплағас, афарин, йылдан- йыл оҫтараһың, хатта тәжрибәле режиссерҙарҙан ҡалышмағанһың, тигән кеүек маҡтау һүҙҙәре әйтте. Ә Азат Әхмәҙулла улы актерҙарҙың халыҡсан итеп уйнауын, сценографияның матур булыуын, образдарға актерҙарҙың дѳрѳҫ һайланыуын билдәләп үтте. Ә инде Динә Шәйәхмәтова (Илбикә), Морат Сәйфуллин (Хаммат) хаҡында, үҙ ролдәрен профессиональ актерҙар кеүек башҡарыуҙарын, күңел һалып уйнауҙарын, образға инә белеүҙәрен айырып әйтеп үтте. Шулай уҡ ѳфѳләрҙе ҡалабыҙҙың ихлас, әүҙем тамашасыһы һоҡландырған. Әлбиттә, етешһеҙлектәр, тѳҙәтеүҙәр хаҡында ла тәнҡит һүҙҙәре булды. Аллаға шѳкѳр, халыҡ театры исемен иҫбатланыҡ. Бәләбәйҙә үтәсәк тѳбәк-ара халыҡ театрҙары фестивалендә ҡатнашыуға са- ҡырылыуыбыҙ быға дәлил.

► Ә һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙҙән һәм коллективығыҙҙан ҡәнәғәт ҡалдығыҙмы?
- Театр сәнғәте — бер серле, мөғжизәле донъя ул. Шул мөғжизәне үҙең тыуҙыраһың икән, тағы ла ҙурыраҡ ҡыуаныс, кинәнес кисерәһең. Бер нисә сәғәткә образға инеп, тамашасыны йә илатаһың, йә көлдөрәһең, йә иһә уйланырға мәжбүр итеп, ышандыраһың икән, был бит һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел, был - ғәжәйеп ҡөҙрәт. Теләге, бер ни тиклем һәләте булған кешене артабан үҫтереү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Театр сәнғәтен үҙ иткән кешеләр күберәк булһа, тағы ла күләмлерәк әҫәрҙәр ҡуйырға мѳмкин булыр ине. Һуңғы ваҡытта театр ир-егеттәргә ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә сәхнәләштереү ѳсѳн әҫәр табыу ҙа ҡыйыныраҡ, ғѳмүмән, ир- егеттәр роле әҙерәк булған спектаклдәрҙе ҡуйырға тырышам. Һуңғы йылдарҙа Эльмира Хәликова (Ҡәмәриә), Фирүзә Кәримова (Одетта), Денис Фәсхетдинов (Сәлим), Рәлиә Баһауетдинова (Сәмәриә), Әлфиә Килдебаева (Иркә) кеүек тырыш, ихлас йәштәрҙең килеүе ҡыуандыра. Ә инде халыҡ театрының тѳп составын тәшкил иткән Наил Хәмзин (Ғәлимйән), Юлай Ғилманов (Ғәптелғата), Гүзәл Ғәлина (Менәүәрә), Иршат Шәғәлин (Нурғәле), Гѳлнара (Кѳнһылыу) һәм Нургиз Бәшәровтарға (Мансур) ваҡыт табып, теләк менән йѳрѳүҙәренә рәхмәтлемен.

► Тамашасығыҙға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
- Бөгөн телевидениеның кѳсәйеүе, Интернет селтәренең киңәйеүе кешене үҙ өйҙәренә бикләнергә мәжбүр итә. Шунлыҡтан мәҙәниәт усаҡтарына кеше әҙ йөрөй. Заман технологияларына ҡаршы тора алмайбыҙ, уларҙан баш тартыу ҙа мөмкин түгел. Бөгөн барлыҡ тормошобоҙ шуларға бәйле. Әммә яҡындан тороп, тере аралашыуға ла ихтыяж кәмергә тейеш түгел. Тормош йәме, йәшәү асылы күберәк шуға ҡайтып ҡала. Онотмаһаҡ икән ошо хәҡиҡәтте.

Күптән түгел «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры тамашасылар хѳкѳмѳнә күренекле драматург Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хѳкѳмѳ” спектаклен тәҡдим итте. Шулай уҡ был кѳндѳ улар Ѳфѳнән килгән ҡунаҡтар - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина, Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов алдында халыҡ театры исемен дә яҡланы.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий