Мәскәүҙе яулаған башҡорт егете

Радик ЮЛЪЯҠШИН - бѳгѳнгѳ кѳндә йәштәр генә түгел, ә ололар араһында ла иң популяр йырсыларҙың береһе. Йѳрәктәргә үтеп инерҙәй моңло һәм дәртле заманса йырҙары менән тамашасы күңелендә урын тапҡан йәш йырсының башҡорт эстрадаһында балҡыуына 10 йыл.

Радиктың фанаттары, йәғни уның йырҙарына ғашиҡтар, тормошо һәм ижадына битараф булмағандар йырсы хаҡында ҡыҙыҡһынып тора. Бигерәк тә, ошо кѳндәрҙә беҙгә концерт менән килә, тигәстәр, йырсы тураһында яҙыуҙы һорап, хаттар яуҙы. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Радик Юлъяҡшин менән бәйләнешкә инеп, уның тормошо һәм яңылыҡтары хаҡында белешергә һәм гәзит уҡыусыларға еткерергә ашыҡтыҡ.

Радик 1989 йылдың 17 майында донъяға килә. Ата-әсәһе ябай эшселәр була. Атаһы - балта оҫтаһы, әсәһе -штукатур-маляр. Ғаиләлә ике бала үҫә. Радикка 11 йәштә генә атаһы яҡты донъянан китә. Балаларҙы үҫтереү, аяҡҡа баҫтырыу яңғыҙ әсә иңендә тороп ҡала. “Атайым вафат булғас, бик ауыр мәлдәр кисерҙек. Аҡса етмәүҙән йәшәп ятҡан фатирыбыҙҙы һатырға тура килде. Ғаиләлә берҙән-бер ир заты булып тороп ҡалғас, бәләкәйҙән үк нисек итеп аҡса эшләү юлдарын эҙләй башланым”, - ти Радик. Ул Ѳфѳнѳң Черниковка биҫтәһендәге 48-се башҡорт лицейында белем ала.

Ҡала малайы I кластан уҡ башҡорт телендә уҡып үҫкәнгә күрә тартынмайынса саф башҡортса hөйләшә, туған телендә йырҙар ҙа ижад итә. Бәләкәй саҡтан уҡ музыкаль hәләте менән тиҫтерҙәренән айырылып торған Радик ҡаланың 5-се музыка мәктәбендә уҡыған сағында төрлө түңәрәктәргә йөрөй, баянда уйнарға өйрәнә, ҡурай моңон да үҙ итә. КВН-дарҙа, «Шаяниум» көлкө фестивалдәрендә ҡатнашып, үҙенең тапҡыр hүҙле булыуын күрhәтә. Ул Ѳфѳнѳң УМПО мәҙәниәт hарайында шөғөлләнгән «Сулпан» түңәрәгенә йөрѳгән саҡта уҡ (Радикка ул ваҡытта 14 йәш кенә була) сит илдәргә - Швеция, Финляндия, Германияға гастролгә сығырға өлгөрә. Мәктәпте тамамлағас, М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетының социаль педагогика факультетына уҡырға инә һәм унда ситтән тороп уҡый. I курста ғына уҡыған өлгөр егет, шоу-бизнеста балҡыуы менән бер рәттән,

«Моң» студияhында эшләп, үҙ көнөн үҙе күрә. Әсәhенә, апайы Регинаға төрлө яҡлап ярҙам күрhәтә.
Радиктың ата-әсәhе сығышы менән Fафури районының Ҡауарҙы ауылынан. Унда йәшәгән туғандары егетте hәр саҡ йылы ҡаршы ала. «Күңелемдә йыр-моңға һѳйѳү, музыкаль һәләт әсәйем нәҫеленән бирелгәндер, сѳнки мәрхүмә ѳләсәйем гитарала уйнай, йырларға ярата торғайны», - ти Радик Юлъяҡшин. Холҡо буйынса асыҡ, изге күңелле, эскерhеҙ, күңеле тулы моң булған егет шиғырҙар яҙа, көйҙәр ижад итә, йырсыларға аранжировкалар ҙа эшләй. 2006 йылда «Самый шулай» тип исемләнгән, поп стилендәге йырҙарын үҙ эсенә туплаған беренсе альбомы донъя күрә.

Артабан йырҙарына клип төшөрөү, клипҡа сценарий яҙыу эштәренә тотона. Ул эстрада ѳлкәһендә ижадташ дуҫтарын таба. Улар менән республика һәм күрше ѳлкәләр буйлап оҙайлы гастролдәрҙә йѳрѳй. Уның заман кѳйҙәре хитҡа әйләнә. Әйткәндәй, Радик 2006-2012 йылдарҙа Башҡортостандың “Йыл йырсыһы” номинацияһында еңеүсе була. Шулай уҡ 2012 йылда Татарстан «Туған тел» телеканалының “2012 йыл хиты” номинацияһында гран-при ала. Егеттең хыялы — башҡорт кѳйѳн бѳтә ил кимәленә сығарыу. Ошо ниәтен тормошҡа ашырыу теләге менән Радик Рәсәйҙең баш ҡалаhы
башҡорт егете Мәскәүгә күсеп китә һәм билдәле Рәсәй йырсыһы Алена Высоцкаяны табып, дуэт менән йырларға тәҡдим итә.

Әлбиттә, йырсыны егеттең ҡыйыулығы һәм ныҡышлығы аптырата, әммә ул Радиктың тәҡдимен кире ҡаҡмай. “Краски” тѳркѳмѳнѳң продюсеры Алексей Воронов Радик менән Алена Высоцкаяның “Это любовь” тигән йырына клип тѳшѳрә һәм тырыш егет 2011 йылдың аҙағында «Элвин Грей» ҡушаматы аҫтында Мәскәүҙең “Метрополь” клубында сығыш яһай. Ә инде Радиктан ни ѳсѳн фәҡәт ошо ҡушамат алыуы менән ҡыҙыҡһынғас: “Бәләкәй саҡтан “Алые паруса” фильмын яратып ҡараным, ундағы Грей исемле герой оҡшай торғайны, ә инде Эльвиндың яңғырашы матур, етмәһә, уҡыған саҡта класташтар мине “бурундук (әлгәнйәк)” тип үсекләй торғайны. Тимәк, әлгәнйәктәр менән уртаҡ һыҙаттарым бар”, - тип йылмайҙы Радик. Шулай итеп, йылғыр башҡорт егете тиҙ арала Мәскәүҙе лә яулай. “Это любовь” исеме аҫтында альбомын сығарырға ѳлгѳрә.

Рәсәй эстрадаһында танылыу яулаған Карнелия Манго кеүек билдәле йырсылар менән танышып, ижади тәжрибә алыша. Эйе, талантлы һәм тәбиғәт биргән һәләтен ҡуллана белгән кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Быға Радик Юлъяҡшин үҙе асыҡ миҫал. Ул башҡорт, татар, рус телдәрендә берҙәй
таҙа, матур итеп йырлай, ѳс телдә лә йырҙар яҙыуын, альбомдар сығарыуын дауам итә. Әлбиттә, йырсының ѳс телдә профессиональ йырлауын уникаль күренеш, тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ. Ул Мәскәүҙә яңынан- яңы альбомдарының презентацияһын үткәреп тора.

Әйткәндәй, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла ҡатнаша. 2013 йылда Мәскәүҙә үткән “Самый талантливый” Бѳтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Хит прорыв” номинацияһында еңеүсе һәм тамашасы һѳйѳүе призына лайыҡ булып, II дәрәжәләге диплом менән бүләкләнә. Шулай уҡ “Я - артист” Бѳтә Рәсәй конкурсының финалисы ул! Ә инде былтыр Григорий Лепстың "Рюмка водки на столе" тигән конкурсында еңеү яулай. Яратҡан йырсыбыҙҙың уңыштары беҙҙе шатландыра, халҡыбыҙҙың данын күтәрә. Афарин, Радик! Алдағы тормошоң да hәр саҡ яҡты, моңло булhын, йөҙөңдән ҡояшлы йылмайыу китмәhен, йөрәгеңде тик изге, саф хистәр биләhен. Уңыштар — юлдашың, Ватаның - ҡанатың булһын!
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий