ЕҢЕҮ КѲНѲНӘ АРНАЛҒАН КҮРГӘҘМӘ

Ҡаланың картиналар галереяһында Еңеү кѳнѳнә арналған концерт ойошторолдо һәм Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарын сағылдырған картиналар күргәҙмәһе асылды.

Концертта ҡаланың балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр һәм хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.
Балаларҙың ихлас сығышы йѳрәктәрҙе дәртләндереп, һоҡланыу тойғоһо уятһа, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Уралочка” ветерандар хоры башҡарыуында һуғыш тураһында йырҙар күңел ҡылдарын сиртеп, уйҙарҙа дәһшәтле йылдарға алып ҡайтты. Ә инде галереяның бәләкәй залында ҡаланың художество мәктәбе уҡыусыларының ижади эштәре урын алғайны. Ойоштороусылар әйтеүенсә, картиналар күберәк классик живопись мәктәбе традицияларында яҙылған. Унда бик күп тѳрлѳ пейзаждар, портреттар һәм натюрморттар күрергә була.
Йәш рәссамдарҙың оло тарихты сағылдырған бай йѳкмәткеле ижад емештәре ҡыҙыҡлы ла һәм
мауыҡтырғыс та.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий