ИЖАД ЕМЕШЕ - КИТАП ТУЙЫ

Күптән түгел Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Мансур Яҡшыбай улы ҺИҘИӘТОВ “Ҡыу ҡарағас” тип аталған тәүге китабының исем туйын үткәрҙе.

Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, «Иҙел башы» һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры коллективы, “Урал” гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова һәм редакция хеҙмәткәрҙәре, Әбйәлил, Учалы райондарынан һәм Магнито- горск ҡалаһынан Мансур Яҡшыбай улының ижадташтары, ғаилә дуҫтары, балалары һәм туғандары ҡатнашты. “Мин дан алыр өсөн йәки яҙыусы бу- лып китер өсөн яҙманым, ә кисерештәремде, тыуған яғымда йә- шәгән халыҡтың көнкүрешен са- ғылдырырға, улар хаҡында һөйләп ҡалдырырға тигән уй-ниәттәрем китап яҙырға этәрҙе”, - тине автор. Ысынлап та, ябай халыҡтың тормо- шон бәйән иткән “Ҡыу ҡарағас” кита- бын яҡташтар мауығып, ҡыҙыҡһынып уҡығандыр, сөнки шул ерлектә йәшәгән кешеләр әҫәр геройҙарында үҙҙәрен, туғандарын танығандыр, моғайын. Кисәгә килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе һүҙ алып, Мансур Һиҙиәтовҡа йылы теләктәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, был ижад емешенең беренсеһе һәм һуңғыһы түгел, ә башланғысы булыуын теләнеләр. Әҙәби байрамдан һәр кем матур тәьҫораттар һәм дәрт алып ҡайтты. Мансур Һиҙиәтовтың китабы ра- йон-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, «Урал» гәзите коллективы, Учалы яҙыусылар ойош- маһы тарафынан Яныбай Хамматов исемендәге премияға тәҡдим ителгәйне. Ниһайәт, муниципаль район Советы был тәҡдимде хупланы һәм бѳгѳн Яныбай Хамматовтың тыуған ауылы Исмаҡайҙа яҙыусының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер байрамында Мансур Яҡшыбай улына Диплом, премия тапшырылды һәм лауреат исеме бирелде.
Н. ШӘРИПОВА. Э. МѲХӘМӘҘИЕВА фотоһы.
Оставить комментарий