Әүжәндә байрам үтте

21 июлдә Үрге Әүжән ауылында Ҡазан тәреһе (Казанская икона Божий матери) хѳрмәтенә һәм ауыл кѳнѳнә арналған саралар үтте. Быйыл беренсе тапҡыр Үрге Әүжәнгә байрамға Башҡортостан митрополияһы башлығы, Ѳфѳ һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон килде.

Ул ауыл сиркәүендә Ҡазан тәреһе хѳрмәтенә үткәрелгән дини йоланы алып барҙы. Владыканың ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында сиркәүҙә бѳйѳк кенәз Владимирҙың Нух кәмәһе ҡуйылды. Дини хеҙмәттән һуң улар хѳрмәтле Ҡазан Богородицаһы исемлегендә ҙурлаған Тәреһе менән ауылдың үҙәгенә тиклем үтте. Ә унда иһә ауыл кѳнѳнә арналған тѳп байрамдың ҡыҙған мәле: иртәнән "Бәлеш" фестиваль-конкурсы бара, халыҡ оҫталары эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһе һәм сауҙа ойошторолған, балалар ѳсѳн аттракциондар эшләй.

Байрамдың рәсми ѳлѳшѳндә әүжәндәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы Михаил Телятников, Межгорье ҡала Советы рәйесе, Үрге Әүжән ауылының Ҡазан Богородицаһы сиркәүенең попечитель советы рәйесе Владимир Абрамчук, “Газпром трансгаз Ѳфѳ” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары - баш инженер Рѳстәм Усманов, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының вокал-хор жанры буйынса баш белгесе Наталья Кондакова, Үрге Әүжәндә тыуып үҫкән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны, “Память” китабы авторы Дмитрий Трофимов сығыш яһаны. Байрамды район ижади коллективтарының сағыу концерты биҙәне, ә кисен, 261 йәшен үткәргән Үрге Әүжән ауылы ѳҫтѳндә, фейерверг уттары балҡыны.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий