Мәҙәниәт - йәшәйешебеҙ көҙгөһө

Район-ҡалабыҙ үҫешендә, ҡаҙаныштарында мәҙәниәт ѳлкәһенең ѳлѳшѳ ифрат ҙур. Быуаттар төпкөлөнән килгән бай тарихлы, ҡабатланмаҫ хозур тәбиғәтле, әллә күпме милләттәрҙе үҙ балаһындай ҡуйынына һыйындырған еребеҙ данын нәҡ мәҙәниәт өлкәһе кешеләре күтәрә. Быға ижади коллективтарҙың республикала ғына түгел, ә Бөтә Рәсәй, хатта донъя кимәлендә яулаған еңеүҙәре дәлил. Ғөмүмән, мәҙәниәт өлкәһе быуындар һәм халыҡтар араһында ныҡлы бәйләнеште тәьмин итә, шәхестең рухи формалашыуына, йәш быуында тыуған төбәккә, халыҡҡа һөйөү тәрбиәләүҙә лә йоғонтоһо ҙур. Ә инде ауылдарҙағы мәҙәни усаҡтар халыҡҡа рухиәт өләшеүсе, уларҙа мәҙәнилек тәрбиәләүсе, милли ҡиммәттәрҙе үҫеп килгән быуынға һеңдереүсе ҡитға булып тора.

Кешеләрҙең рухи сәләмәтлеге өсөн күп нәмә эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был аҙнала ҡа- ланың балалар музыка мәк- тәбенә йыйылып, йыл буйына эшләгән эштәрен байҡап, үткән йылға йомғаҡ яһаны, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып, эшләйһе эштәрен барланы. Ултырышты асып, муници- паль райондың мәҙәниәт ида- ралығы начальнигы Зәли- фә Әғләмова мәҙәниәт хеҙ- мәткәрҙәрен яңы миҙгел асы- лыуы менән тәбрикләп, һәр ҡайһыһына уңышлы йыл те- ләне һәм мәҙәниәт өлкәһендә эш башлаған яңы кадрҙар, йәғни мәҙәни усаҡтарға ҡуйылған художество етәк- селәре менән таныштырҙы. Башлап һүҙ Инйәр район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Овчинниковаға бирелде. Ул ауыл клубтарының эш- мәкәрлеге, хужалыҡ эштәре менән таныштырып үтте. Мейес менән йылытылған 16 клубтың 13-ө ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләгән, ни өсөн ҡалған 3 клубтың быға тиклем яғыулыҡһыҙ бу- лыуын асыҡланы.

Шулай уҡ, башҡа электр уты, йылытҡыс ҡаҙандарҙың төҙөклөгө һ.б көнкүреш мәсьәләләрен кисек- термәй хәл итеү хаҡында әйтеп үтте һәм мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын ны- ғытыу өсөн урындағы бюд- жеттан бүленгән аҡсаның ҡай- ҙа йүнәлтелеүе хаҡында ҡыҫ ҡаса таныштырҙы. Һүҙен та- мамлап, клубтар араһында ойошторолған “Мәҙәниәт йорто - ауыл көҙгөһө” конкурсына йомғаҡ яһаны. Был конкурс инде икенсе йыл рәттән үткәрелә. Мәҙәниәт йорто баҡ- саһында сәскәләр үҫтереү, зауыҡлы итеп биҙәү буйынса конкурста I урынды Әхмәр һәм Мәхмүт ауылдары мәҙәниәт йорттары бүлеште. II урын Сосновка ауылы мәҙәниәт йортона бирелде.

Ә инде III урынды Боғанаҡ, Әзекәй ауылдары мәҙәниәт йорттары алды. Артабан һүҙ ҡаланың балалар музыка мәктәбе директоры Ирек Иҫәнғужинға бирелде. Ул мәктәптең эшмәкәрлеге, коллективтың уңыштары, ны- ҡышмалыҡ, тырышлыҡ менән яуланған юғары ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итте. Былар һуңғы йылдарҙа музыка мәк- тәбенең күҙгә күренеп үҫеүен, заман талаптарын үтәп, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылыуын һәм мәктәп коллективының лайыҡлы хеҙмәтен иҫбатланы. Музыка мәктәбе директо- рының хеҙмәтен юғары ба- һалап: “Ирек Рауил улы - заман етәксеһе. Ул бер үк ваҡытта хужалыҡ һәм ижади эштәрҙе уңышлы башҡара. Йәш, дәрт- ле, яңынан-яңы маҡсаттар менән янып йәшәүе, алдынғы ҡарашлы булыуы менән күп- тәргә өлгө булырҙай”, - тине Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы.

Ҡала Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Людмила Молоканова һүҙен күптән түгел мәҙәниәт усағының ижади миҙгелен уңышлы асыуы менән башлап ебәрҙе. Концерт түләүле булыуына ҡарамаҫтан, залдың халыҡ менән шығырым тулыуы үҙешмәкәр артистар, коллективтар ижадының юғары баһаһы булыуын билдәләп үтте. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә ҡала Мәҙәниәт һарайында 59 үҙешмәкәр коллектив эшләп килә, уларҙың 13-ө «халыҡ» исемен йөрөтә. “Ижади коллективтарҙа шө- ғөлләнергә теләгән балалар һа- нының йылдан-йыл артыуы шатлыҡлы күренеш, әммә яңы бинаның булмауы һәр теләгән баланы ҡабул итергә мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа ҙур ижади ҡомар менән эшләүҙе дауам итәбеҙ, яңы миҙгелдә беҙҙе оло юбилейҙар көтә. Уларға ныҡлы әҙерлек бара, бөтәгеҙҙе лә был сараларҙа көтөп ҡалабыҙ”, - тине Людмила Евгеньевна.

Артабан ҡала үҙәк модель китапханаһы директоры Рәшит Мөхәмәҙиев, тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейы директоры Миләүшә Фәхретдинова баш- ҡарылған эштәре, уңыш- тары, киләсәккә маҡсаттары тураһында һөйләне. Ә инде мәҙәниәт идаралығы белгестәре үҙ сиратында клуб эштәре буйынса документтар- ҙы, пландарҙы системаға һалыу, тәртипкә килтереүҙе талап итте һәм клуб хеҙмәткәрҙәренә кәңәштәрен бирҙе. Ултырыш мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йыл- дар эшләгән юбилярҙарҙы ҡотлау һәм уларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу менән тамамланды. Артабан мәҙәниәт хеҙмәткәр- ҙәренә күңел ялы ойоштороп, ултырышта ҡатнашҡандарҙың барыһын да ҡаланың “Де- фицит” театр-студияһына спек- такль ҡарарға саҡырҙылар.
Нурия ШӘРИПОВА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий