"Республикам минең" конкурсы старт алды

22 сентябрь Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Сермән балалар йортонда “Республикам минең” I республика әҙәби конкурсы старт алды.

Сермән балалар йортонда үткән конкурсты асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йо- мабикә Ильясова, “Сәнғәт ке- шеләре” хәйриә фонды етәксеһе Әлмира Соломинова, “Баш- ҡортостандың мәҙәни донъя- һы” интернет-портал етәксеһе Хәлил Хәмзин, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе, яҙыусы, Шәйехзада Бабич исе- мендәге йәштәр премияһы лау- реаты Айгиз Баймѳхәмәтов һәм район мәғариф идаралығы ме- тодисы Лариса Әхмәтшина ҡат- нашты. Балалар йорто тәрбиәләнеү- селәре менән күрешкәндән һуң, ҡунаҡтар балаларҙың йәшәү шарт- тары менән танышты, артабан сара тамаша залында дауам итте. - Республика проекты беҙҙең ра- йонда башлап үтеүе ѳсѳн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға ра- йон хакимиәте исеменән рәх- мәт. Белорет районы уникаль биләмә, беҙҙең райондан та- лантлы шәхестәр күп сыҡҡан. Яныбай Хамматов, Арыҫлан Мѳбәрәков, Заһир Исмәғилевтәр кеүек шәхестәребеҙҙең юлын дауам иткән йәштәребеҙ - Айгиз Баймѳхәмәтовтарҙың булыуы ҡы- уаныслы.

Быйылғы Әҙәбиәт йы- лында күп саралар, конкурстар үтә. Бѳгѳнгѳ сара иһә күп кенә талантлы йәштәрҙе асыр, тип ышанам, - тине Илгиз Сафый улы. - Әҙәбиәт тормошобоҙҙоң мѳ- һим ѳлѳшѳн алып тора. Иҡтисади үҫеш илебеҙҙең ҡеүәтен күрһәтһә, ә милләт үҫеше рухилыҡты билдәләй. Беҙ Рәсәйҙе Пушкин- һыҙ, ә Башҡортостанды Мостай- һыҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Билдәле шәхестәребеҙ әҙәбиәтендә изгелекле, миһырбанлы булырға ѳйрәндек. Был конкурс та бер тапҡыр ғына үткәрелеп ҡалмаҫ, артабан да дауам итер, тигән ѳмѳттәбеҙ. Маҡсатлы эш алып барыу ѳсѳн проектты республика кимәлендә башлап ебәрҙек. Яҙыусылар союзы һәм Мәғариф министрлығы республиканың та- лантлы йәштәре менән эшләүҙе системаға һала. Беҙ бала саҡта ла ошондай саралар алып барылды, йәш таланттарҙы әҙерләүҙе иртә башларға, маҡсатлы эштәр алып барылырға тейеш. Элекке йолаларҙы тергеҙергә кәрәк, - тине Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы. Ул балаларҙы конкурста ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарарға саҡырҙы. Ни ѳсѳн проекттың балалар йортонда үтеүен аңлатып китте: “Был йортта традицияларҙың һаҡланыуында, уның бѳйѳк классигыбыҙ Арыҫлан Мѳбәрәков исемен йѳрѳтѳүендә. Бында тәрбиәләнгән балаларға иғтибар кәрәк, уларҙың тормошта үҙ маҡсаты булырға тейеш”, - тине шағирә. Сермән балалар йорто тәр- биәләнеүсеһе, йәш яҙыусы Ай- гиз Баймѳхәмәтов ижад юлы, Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ булған китабы тураһында һѳйләне, балаларға ауыр тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне.

Интернет-портал етәксеһе Хәлил Ғәббәс улы сығышында конкурс шарттары, талаптары менән таныштырҙы, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә баш ҡалала үтәсәк Мәскәү артис- тарының концертына саҡырыу ҡағыҙҙарын бирҙе. Ә Әлмира Әфтәх ҡыҙы балалар йортона китаптар тапшырҙы. Балалар араһында иң яҡшы шиғыр, хикәйә, әкиәт яҙыу буйынса конкурс ѳс тѳркѳмдә бара. Уҡыусы бер ижади эш тәҡдим итергә тейеш. Йәш категорияһына ҡарап иң яҡшы биш эш һайлап алына һәм бер автор еңеүсе буласаҡ. Ижади конкурс ике этапта үтә. Беренсе этапта ҡала- райондарҙан еңеүселәр һайлап алына. Икенсе этапта еңеүселәр бүләкләнә. Конкурс һѳҙѳмтәләре буйынса еңеүселәрҙең ижадынан торған “Республикам минең” тип аталған йыйынтыҡ сығасаҡ. Бынан тыш, йәш әҙәбиәтселәр йәйен “Йәйләү” республика профилле лагерҙа ял итеү хоҡуғына эйә була. Улар ѳсѳн билдәле шағирҙар, яҙыусылар мастер-класс үткәрәсәк. Бүләкләү тантанаһы 2016 йылда була. Ҡатнашырға теләгәндәр ижади эштәрен интернет- порталдың, хәйриә фондының һәм мәғариф Министрлығының электрон адре-сына ебәрә ала.

Ҡунаҡтар алдында Сермән ба- лалар йорто тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны, концерт күрһәтте. Түңәрәк ѳҫтәл үткәрелде, балалар ижади конкурсты ойоштороусы апай-ағайҙары менән һѳйләште, аралашты, конкурс шарттары менән яҡындан танышып, күп мәғлүмәттәр алды. Үҙҙәре лә конкурста ҡатнашыу теләген белдерҙе.
Э. ХӘМЗИНА. Автор фотолары.
Оставить комментарий