Сосновкала - шиғриәт кисәһе

Сосновка мәҙәниәт йортона шиғриәт һөйөүселәр йыйылды. Мәҙәниәт йорто директоры Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йорто, музей менән, китапханасы Гилә Рауил ҡыҙы Фәтҡуллина Мәҙәниәт йылына арналған күргәҙмә менән таныштырҙы.

Шиғриәт кисәһен алып бар- ған Гөлсөм Нурислам ҡыҙы шиғриәттең әҙәбиәт донъяһында тәүге урында тороуын билдәләп китте. Тап шиғриәт элек-электән халыҡҡа яҡынлығы, сәсәндәр теле булыуы менән айырылып тора. Бары шағир ғына кеше күрмәгәнде күрә, кеше тоймағанды тоя, тәбиғәт күренештәрен хис-тойғолар аша һүрәтләй, данлай ала. Шиғри күңелле кеше генә икһеҙ-сикһеҙ йөрәк һәм күңел кисерештәрен йыр-моңға әүерелдерә. “Иҙел башы” берләшмәһе етәк- сеһе Мансур Яҡшыбай улы Һи- ҙиәтов, алыҫ араны яҡын итеп килгән шағирәләргә рәхмәт һүҙ- ҙәрен еткергәндән һуң, алда торған маҡсаттар менән таныштырҙы һәм һүҙҙе шағирәләргә тапшырҙы.

Башҡортостан Яҙыусылар сою- зы ағзаһы, республика “Илһам шишмәләре” конкурсы лауреаты Зөһрә Үтәғолова, “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” премияһы лауреаты Мәнзүрә Абдуллина, “Әҙәби нағыш” марафонында республика әҙиптәре тарафынан ыңғай ба- һаланған Инйәр шағирәләре Фәйрүзә Кинйәбаева, Мөнирә Сәлимйәнова, Белореттан Рәсимә Сәлихова тамашасыға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә ҡала Мәҙәниәт һарайында “Тере шишмә” клубын алып барған Әлфиә Мәғәфүрова үҙенең йырҙары менән шатландырҙы. Шулай уҡ шиғриәт кисәһен йәмләүҙә художество етәксеһе Илүзә Ҡәҙерғолова, ҡатын-ҡыҙ- ҙар советы рәйесе Земфира Аҙнабаева, ветерандар советы рәйесе Ғәлиә Әхмәҙиева ҙур өлөш индерҙе. Шиғриәт, йыр-моң, йәнле ара- лашыуҙан һәр кем илһамланып, дәрт-дарман алып ҡайтты.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий