Инйәр буйҙары илһамға ҡойондо

Үҙенә үтә лә талапсан, ялағайланыуҙы, ярамһаҡланыуҙы ене һөймәгән, һәр һүҙгә, ғөмүмән, тормоштоң үҙенә ололарса зыялылыҡ менән ҡараған, даланлы, арҙаҡлы, маһир, илһамлы һәм рухлы шағир һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Дамир Мөлкаман улы ШӘРӘФЕТДИНОВтың Инйәр мәҙәниәт йортонда үткән алтын юбилейын да шиғриәт, матурлыҡ, рухиәт байрамына әйләндереүе яҡташтары алдында уның абруйын тағы ла арттырып ебәрҙе.

Кескәй генә Көмбә ауылында тыуып үҫкән егеткә Хоҙай Тәғәлә ысын мәғәнәһендә оло йөрәк, икһеҙ-сикһеҙ бай, матур, илһамлы күңел биргән. Үҙенең 50 йәшлек ғүмер юлын шиғырҙар менән йәнәшә слайдтарҙағы фо- тоһүрәттәр, тәбиғәт һәм тормош күренештәре менән асып һалыуы юбилярҙың танылған шағир, прозаик, журналист һәм тәрже- мәсе генә түгел, оҫта фотограф икәнлеген дә асты. Ә инде уның шиғриәтен һүҙҙәр менән генә аңлатып булмай. Унда хис-тойғолар диңгеҙенә сумаһың да ләззәтләнеп тулҡындарында тирбәләһең. Ти- рә-яҡтан алыҫ араны яҡын итеп килгән мәшһүр әҙиптәр һәм журналистарҙы халыҡтың аҙ бу- лыуы аптыратҡандыр. Ошондай осрашыу, шиғриәт кисәһе Дамир Шәрәфетдиновҡа түгел, ә беҙгә, бигерәк тә балаларға, йәштәргә кәрәк. Кескәй генә ауылдан шундай талантлы, һәр яҡлап та үҫешкән шәхес сығыуы Инйәр төбәге халҡына, белореттарға ҙур мәртәбә өҫтәй. Ҡотлау һүҙҙәре менән сәхнәгә бер-бер артлы әҙәбиәт һәм журналистар - танылған прозаик, Башҡортостан Яҙыусылар сою- зы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов, яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы һәм журналист, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире Сабир Шәрипов, ошо уҡ баҫманан танылған шағир, прозаик, жур- налист Әхмәр Үтәбай, тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, төрлө йылдарҙа төрлө баҫмаларҙа Дамир Шә рәфетдинов менән бергә эшләгән, дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән билдәле яҙыусылар, ҡәләмдәштәр Сибәғәт Рахманғолов, Рәлис Ураҙғолов, Мө- ҙәрис Багаев, Иҙрис Ноғоманов, билдәле композитор Айрат Ғайсин күтәрелделәр.

Улар юбилярҙың кешелеклек сифаттарын тағы ла нығыраҡ асты. Дамир Шә- рәфетдинов тамашасы алдында тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде, уның әле асылмаған серҙәре, сифаттары асылды. Дамир Мөлкаман улының дуҫтары, кол- легалары аша беҙ уның аҡыллы, әҙәпле, кешелекле тормош иптәше Рима Мѳнир ҡыҙы һәм һәр яҡлап та килгән, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, бейеүсе булараҡ танылған Лилиә ҡыҙҙары менән таныштыҡ һәм уларға һоҡландыҡ. Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев менән Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғайса Ғабдулхаҡ улы Мөфтәхетдиновтың ҡотлау һүҙ- ҙәренән һуң зал геү килеп ҡул сапты. Улар муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бергә "Асы" шифаханаһына путевка тапшырҙылар. Мансур Һиҙиәтов етәкселе- гендәге “Иҙел башы” әҙәби берләшмә ағзалары Фәриха Вә- лиуллина, Гөлсөм Мостафина, Рәсимә Сәйетғәлина, Фәйрүзә Кинйәбаева, Рафиға Ғәлиуллина, Мөнирә Сәлимйәнова, Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әҡлимә Сафина, шағирәләр Ди- лара Мәхмүтдинова, Миләүшә Сибәғәтуллиналар йөрәк түре- нән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәре, бүләктәргә ҡушып шиғырҙар һәм йырҙар башҡарҙы. “Урал” гәзите хеҙмәткәрҙәре Дамир Шә- рәфетдиновтың гәзиттә эшләгән саҡта яҙған мәҡәләләренә, әҫәр- ҙәренә байҡау яһаны. Жур- налистың ижадына арнап әҙер- ләнгән гәзит тә юбилярҙың күңеленә хуш килгәндер.

Инйәр мәҙәниәт йортоноң Сәғилә Мырҙағәлина етәкселегендәге “Ҡо- лонсаҡ” өлгөлө балалар театры артистарының юбилярҙың бала сағынан өҙөк күрһәтеүҙәре уңыш- лы килеп сыҡты. Сәғилә Сөләймән ҡыҙының үҙе башҡарған йыры ла иң матур бүләктәрҙең береһе булды. Инйәрҙең 1-се мәктәбе ди- ректоры Мәүлиҙә Хәйбуллина, уҡытыусылар - шағирә Әнисә Аҫылғужина, Лира Минһажева, Тәғзимә Моратшина, Инйәрҙең 2-се мәктәбенән Хәлиҙә Төхвәтуллина ла изге теләктәр әйтеп, бүләктәр тапшырҙы. Мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса методисы Лариса Әхмәтшина етәкселегендә ҡала мәктәптәренән башҡорт теле уҡы- тыусылары ла ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ә Гөлнара Зык- рина ҡумыҙ моңдарына сорнаны. Юбилярҙың дуҫтары Зәйнәп һәм Әнүәр Собханғоловтарҙың үҙен- сәлекле ҡотлауҙары ла кисәне йәмләп ебәрҙе. Шағирҙың туғандары исеменән ағаһы Айрат Шәрәфетдинов ҡот- лап бүләк тапшырһа, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Фәнүр Әлибаев та талантлы яҡташыбыҙҙы иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалдырмаған. 3 сәғәттән ашыу хәтирәләр, уйын- көлкө, шиғырҙар, йырҙар менән үрелеп барған һоҡланғыс юбилей һәм шиғриәт кисәһе бер тынала үтте лә китте. Ә беҙ шыбырҙап яуған ямғырға ла, ҡараңғылыҡҡа ла иғтибар итмәйенсә, һаман да шул илаһи тулҡындарҙа тирбәлеп ҡайттыҡ. Ошондай онотолмаҫ минуттар бүләк иткән өсөн һәр кем эстән генә Дамир Шәрәфетдиновҡа рәхмәттәр уҡый ине. Уға киләсәктә лә ижади уңыштар, ғаилә именлеге, илһам ҡанаттарының бер ваҡытта ла талмауын теләйек.
Зѳлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Айгөл КИРАМОВА фотолары.
Оставить комментарий