“Өйрәнгән - отҡан”

Сибай ҡалаһының «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторған III асыҡ ҡала Мөнәжәт конкурсында Үткәл ауылы ағинәйҙәре икенсе тапҡыр ҡатнашты һәм II урын алып ҡайтты. Гран-приға быйыл Силәбе өлкәһе, I урынға Хәйбулла ағинәйҙәре лайыҡ булды.

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Үткәлдән Рузидә Ғәйфуллина III урын алды. Үткәл мәктәбенең III класс уҡыусыһы Искәндәр Хәлилов конкурста ҡатнашҡан башҡа балалар менән дәртләндереү призына лайыҡ булды. Икенсе йыл рәттән үҙ көстәре һәм теләктәре менән республика Мөнәжәтселәр конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иткән Айһылыу Йомағужина (ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе), Фәрзәнә Хәйбуллина, Рузидә Ғәйфуллина, Рәшиҙә Мөхәмәтғәлина, Рима Ғәлиастанова, Сәфинә Сафиева һәм башҡалар тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәх- мәтуллинаның, бағыусы - “Башбланкиздат” етәксеһе Гөлсәсәк Әлибаеваның, “Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның, Сәрүәр Суринаның ҡатнашыуы һәм еңеүселәргә бүләк тапшырыуҙары конкурстың бәҫен күтәрҙе. “Дини фольклорҙың тергеҙелеүенең оло әһәмиәткә эйә булыуын ысын мәғәнәһендә башҡорт мөхите булдырылған ҙур урында ғына тояһың һәм аңлайһың. Шуға күрә йөрөргә кәрәк, күрергә, белмәгәнде өйрәнергә, тип уйлайбыҙ. Үҙ көсөбөҙгә ышанып ҡына килгән беҙҙең коллективты шулай йылы ҡабул итеүҙәренә, халыҡ ижадына ылығыуыбыҙҙы күтәрмәләп тороуҙарына ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, - ти Айһылыу Йомағужина.
***
Үткәл ағинәйҙәре икенсе йыл рәттән ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығының Оло йәштәгеләр көнөнә бағышлап үткәргән сарала ҡатнашып, байрам кисәһенә милли колорит өҫтәй һәм тамашасылар һөйөүен яулай.
З. АБЗАЛОВА.
Оставить комментарий