“Башҡортостандың ете мөғжизәһе”

“Башҡортостандың ете мөғжизәһе”тип аталды Ҡобағош мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арналған әҙәби-музыкаль кисә.

Ул Учалы һәм Белорет таланттарын, ҡул оҫталарын бергә йыйҙы. Белореттан “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинованы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мөдире Флүрә Шакированы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөһрә Үтәғолованы, Аҙналынан мәҙәниәт йорто директоры Илнур Әхмәтшинды, йырсы һәм гармунсы Зинаф Әхмәтшинды, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыусы Рәйсә Хөсәйенованы, Мөхәмәттән китапхана мөдире Резеда Бәҙретдинованы, клуб мөдире Гөлниса Мансурованы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Ғәли Хәмзин исемендәге район конкурсы лауреаты Люциә Исмәғилеваны, Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы, оҫта йырсы Хәтижә Ғайсинаны, Ҡобағош ҡыҙы, әлеге көндә Уральский ҡасабаһында йәшәгән йырсы, бейеүсе, ҡумыҙсы Фәриҙә Ҡәләмованы, уның тормош иптәше, йырсы һәм баянсы Харис Байрамғәлинды, музыкант Илдар Ҡәләмовты икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алды ҡобағоштар. Зал Республика көнөнә, Әҙәбиәт йылына ярашлы матур итеп биҙәлгән. Уның бер өлөшөндә мөхәмәттәрҙең “Оҫта ҡулдар” күргәҙмәһе урынлашҡан. Бигерәк тә Мөхәмәт ауылы ағинәйе Әлифә Дәүләтованың ҡул эштәренә ҡарап туйғыһыҙ.

Ҡобағош мәҙәниәт йорто директоры Мәрйәм Бакирова һәммәһен дә байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, ауылдың талантлы, уңған, оҫта ҡуллы, йыр- моңға ғашиҡ кешеләре, Әҙәбиәт йылына арналған күргәҙмә һәм килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Ҡобағош ҡыҙы, Башҡортостан Рес- публикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Сатура Жәүәт ҡыҙы байрам ҡотлауҙары һәм теләктәренән һуң бөгөнгө еңел булмаған осорҙа матбуғатҡа яҙылыу барышы, Әҙәбиәт йылының әһәмиәте тураһында һөйләне, йыл да “Урал”ды алдырып уҡып торған ауылдаштарына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Флүрә Абдулхай ҡыҙы ла китаптың һәм гәзит- журналдарҙың тәрбиәүи әһәмиәтен, китап уҡыған кешенең күңелендә яуызлыҡҡа, яманлыҡҡа урын ҡалмауын билдәләп китте. Зөһрә Әхмәҙулла ҡыҙы үҙе һәм китаптары менән таныштырҙы, тыуған ил, тел, тәбиғәт, атай йорто тураһында шиғырҙар уҡыны, ҡобайыр әйтте. Башҡорт милли кейемендәге Фәриҙә апай Мөхәмәҙиева менән уның тормош иптәше Харис Байрамғәлин тамашасыны йыр-моңға, бейеүгә, ҡумыҙ һәм баян моңдарына күмде.

Шулай уҡ милли кейемдәге Миңһылыу Лоҡманованың, Әнисә Юлаеваның, сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе Илдар Ҡәләмовтың йырҙары республикабыҙ, тыу-ған төйәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты. Һәр яҡлап та талантлы Мөхәмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ысын артистарса сығыш яһаны. Шулай уҡ аҙналыларҙы ла тамашасы ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырып сығарҙы. Өй мѳхитендә уҙған был йылы осрашыу, әҙәби-музыкаль кисә йәнле аралашыу, уйын-көлкө менән оҙаҡ барҙы. Рәхмәт әйтеп, ҡунаҡтарҙың тағы ла килеүен һорап оҙатып ҡалды ҡобағоштар. Мөхәмәттәр менән аҙналылар ҙа ҡобағоштарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Мөғжизәләр менән тулы бай күңелле кешеләре менән данлы икән Башҡортостаныбыҙ.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
С. МИНҺАЖИТДИНОВА фотоһы.
Оставить комментарий