Һынлы сәнғәт усағына - 35 йыл

Ҡаланың картиналар галереяһы 35 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Унда абруйлы ҡунаҡтар, Өфө, Учалы, Межгорье, Магнитогорск ҡалаһынан килгән рәссамдар һәм һынлы сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Картиналар галереяһының директоры Нина Горбатова сараны асып, килгән ҡунаҡтарҙы тантаналы тәбрикләгәс, галереяның тарихы һәм бөгөнгөһө хаҡында ҡыҫҡаса һөйләне һәм уның уңышлы эшләп килеүенә өлөш индергән һәммәһенә рәхмәтен белдерҙе. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. “Картиналар галереяһының 35 йыл элек ниндәй шарттарҙа асылыуын яҡшы иҫләйем. Заманалар еңелдән булманы. Галереяның күпме һынауҙар аша үтеп, бөгөнгө көнгә тиклем матур эшләп килеүендә, әлбиттә, уның менән 33 йыл буйы етәкселек иткән энтузиаст Нина Ивановнаның өлөшө ғәйәт ҙур. Янына үҙе кеүек егәрле коллектив туплаған. Ғөмүмән, картиналар галереяһының уңышлы эшләүенә ҡарап, уның киләсәктә лә яңы һулыш менән үҙ эшен дауам 29 октябрҙә сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем Башҡортостан Ре спубликаһы Белорет районы м у н и ц и п а л ь район хаки- миәтенең бә- ләкәй залында (Ленин урамы, 71) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты ӘБЛӘЗОВ Ирфан Шакирйән улы граждандарҙы ҡабул итә.

Алдан яҙылыу ѳсѳн телефон: 3-25-68. итәсәгенә шигем юҡ”, - тине муниципаль район Советы рәйесе Евгений Карепанов һәм муниципаль район Советының, хакимиәтенең Рәхмәт хатын галерея коллективына тапшырҙы, ә Нина Ивановнаны күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Ҡотлау һүҙен нисәмә йылдар иңгә-иң терәшеп эшләгән мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова дауам итеп, картиналар галереяһы хеҙмәткәрҙәрен мәҙәниәт идаралығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне һәм ялҡынлы теләктәрен еткерҙе. Артабан Өфөнән килгән ҡунаҡтар - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмә- ғилев, республиканың атҡа- ҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Өфөнөң 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы, рәссам Юрий Григорьев тәбрикләне.

Шулай итеп, сараға килгән һәр ҡунаҡ ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙы. Юбилей кисәһе ҡотлауҙар, хәтирәләр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ижад кешеләре, матурлыҡ тыуҙырыусылар, һынлы сәнғәт һөйөүселәр йыйылған байрам бик йылы, тәрән зауыҡ менән юғары кимәлдә үтте.
Нурия ШӘРИПОВА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий