Әсәйҙәр кѳнѳ - иң оло байрам

Ҡаланың музыка мәктәптәбендә Әсәйҙәр кѳнѳнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Байрам сараһын мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова алып барҙы.

Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г.Миронов барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И.С.Теләүбаев 50 йыл бергә йәшәгән Фән Лоҡман улы менән Роза Дәүләтгәрәй ҡыҙы Лоҡмановтарға, Хәтим Мѳхәмтйән улы һәм Флүрә Нурый ҡыҙы Нуриевтәргә загс бүлегенең бүләктәрен тапшырҙы. Ғѳмүмән, был кѳндѳ һәр ойошма-предприятие үҙенең иң абруйлы, хѳрмәтле әсәйҙәрен сәхнә түренә сығарып ололаны, уларға сәскәләр һәм бүләктәр бирҙе.

Белорет районында Ветерандар тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу программмаһы уңышлы эшләп килә. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов әсәйҙәр кѳнѳнә арналған байрам сараһында ике ветеранға федераль бюджет иҫәбенә тѳҙѳлѳш башлау, йә иһә торлаҡ алыу мѳмкинлеге биргән сертификаттар тапшырҙы. Был танытмаға Сермән ауылында йәшәүсе, Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны - Татьяна Петрова һәм ҡаланан Бѳйѳк Ватан һуғышы инвалиды - Василий Егупов эйә булды.
Быйыл районда бѳтәһе 24 ветеранға һәм тол ҡатындарға ошондай уҡ сертификат тапшырылған.
Байрамдан барыһы ла матур тәьҫораттар менән таралышты.

Э.МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий