Һынлы сәнғәт йырсыһы

Һынлы сәнғәт йырсыһы
Белорет картиналар галереяһында рәссам Резеда ТАҺИРОВА- ҠОЛСОБАЕВАның шәхси күргәҙмәһе асылды.
Матур тәбиғәтле Манышты ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, бала саҡтан маҡсатлы, сәмле, нәзәкәтле һәм хисле була. Күңелендәге хис- тойғоларҙы, үҙен уратып алған хозурлыҡты һүрәттә мәңгеләштереү теләге IX класс уҡыусыһын Ѳфѳ сәнғәт училищеһына алып килә. Бына шунда башлана ла инде уның үҫеш юлы. Бѳгѳн Резеда Шакир ҡыҙы - Башҡортостан һәм Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, ике шәхси күргәҙмәһен ойоштороп, сәнғәт донъяһында үҙен танытып ѳлгѳргән шәхес. Ижад итеү араһында ғаилә ҡороу, Айрат исемле батырға һөйөклө ҡатын булыу, Зөһрә исемле ҡыҙға ғәзиз әсәй булыу ҙа бар. Әйткәндәй, Резеданың бөтә булмышынан ниндәйҙер илаһилыҡ, серлелек, фәлсәфәүилек бөркөлә. Ә инде уның ябайлығы, күңел байлығы картиналарына күскән. Һынлы сәнғәт йырсыһы
Картиналар галереяһының хужабикәһе Нина Горбатова күргәҙмәне асыу тантанаһында йәш рәссамдың, тәбиғәт йырсыһы булараҡ, оҫталығын телгә алды һәм был өлкәлә данлы рәссам-яҡташтарыбыҙҙың традицияларын уңышлы дауам итеренә, тыуған төйәгенең патриоты булып ҡалырына ышаныс белдерҙе. Шулай уҡ үҙ фекерен, теләк, тәҡдимдәрен республикабыҙҙа танылыу яулаған рәссамдарыбыҙ Юрий Байбордин, Сергей Клочков, Рәшит Хәблетдинов, Белорет художество мәктәбе директоры Татьяна Лазарева, яҡташыбыҙ, йәш рәссам Лилиә Мостафина һәм башҡалар еткерҙе. Рима Ғимадислам ҡыҙы менән Шакир Ғѳбәйтулла улы Таһировтар ҡыҙҙары өсөн ғорурлыҡ тойғоһон кисерһә, ҡырҙа йәшәгән апайы, һәүәҫкәр рәссам Гөлирә Вәлимөхәмәтова тыуған ауылына, бала сағына алып ҡайтҡаны өсөн Резедаға рәхмәт белдерҙе. Ә ул, үҙ сиратында, ижадына битараф ҡалмағандарҙың, күргәҙмәһен ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәттәрен юлланы.
Нина Клочкова менән Ольга Лабкова башҡарыуында романстар күргәҙмәне тағы ла йәнләндереп, йәмләндереп ебәрҙе. Эйе, ауыл күренештәре, тәбиғәте, әбей-бабайҙары ла, бала-сағаһы ла һәммәбеҙҙең күңеленә яҡын һәм ҡәҙерле. Яҡты һәм йылы тойғолар кисергегеҙ, ыңғай тәьҫораттар алғығыҙ килә икән - күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий