Бард йыры балалар телевизион конкурсы башлана

Бард йыры балалар телевизион конкурсы башлана
«Ҡош юлы» йәштәр хәрәкәте һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры яңы телевизион конкурсы өҫтөндә эшләй.
Ошо көндәрҙә проекттың тәүге сығарылыштары төшөрөлдө. Ете остаз: Артур Кәбиров, Минзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ринат Абдулов һәм Тимур Йосопов социаль селтәрҙә һайлап алыу турын үткән балаларҙан үҙ командаһын төҙөнө. Проектты алып барыусы билдәле музыкант Илшат Абдуллин остаздарға түҙемлек теләп, балаларҙың күңел ҡылдарына ҡағылыу - ете ҡыллы гитарала уйнауға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ һәм яуаплыраҡ тип, шаяртыу ҡатыш иҫкәртеү яһаны.

«Балаларҙы хәрәкәтебеҙгә йәлеп итеү идеяһы уҙған йылдың яҙында, М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияның концертынан һуң, директор Гөлназ Әхмәҙиева, балалар өсөн «Ҡош Юлы» проектын эшләргә теләгегеҙ юҡмы тип һорағас, барлыҡҡа килде, - тине «Ҡош Юлы» хәрәкәте етәксеһе Тимур Йосопов. - Проектты «Тамыр» телеканалы менән бергә эшләү идеяһы тыуҙы. Остазыбыҙ Азамат Юлдашбаев менән кәңәшләштем, ул хупланы. Бер нисә көндән «Тамыр»ҙа Гөлназ Ҡолһарина менән осрашып һөйләштек, яҡлау таптыҡ. Шулай башланып китте лә инде... «Тамыр» һәм «Ҡош юлы» командалары тығыҙ эшләй һәм ижад итә башланы!»
«Ошондай дәррәү һәм һәләтле йәмәғәтселәрҙе күргәнем юҡ ине, - ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Артур Батыршин матур логотип эшләгән, балалар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шәп видеороликтар төшөргән. «Самрау» нәшриәте балалар өсөн футболкалар әҙерләгән. Билдәле фоторәссам Эдуард Дилмөхәмәтов та ҡушылды. Проекттың режиссеры - Ләйсән Мәзитова. Минеңсә, балалар араһында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән заманса проект килеп сыҡты».
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий