Ауылпиада, пьеса...

Ауылпиада, пьеса...
Ҡыштың - һуңғы, яҙҙың тәүге айы төрлө мәҙәни, спорт сараларына бай булды. Сараларҙа әхмәрҙәр ихлас ҡатнашты, күңел асты, концерт-пьесалар ҡарап кинәнде.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы үтте. Конкурста ауылдың Шауым, Урта, Ҡалмаҡ урамдары ир-егеттәре көс һынашты. “Әхмәр батырҙары” (Алик Юлышев, Вадим Мөхәмәтғәлин, Айгиз Абдрахманов, Денис Юлышев, Вадим Әҙелмырҙин), “Кирәл бөркөттәре” (Нәғим Хәмзин, Илмир Сәлимов, Эдуард Зәбиров, Илнур Нәҙербаев, Фәиз Йосопов) һәм “Шәп егеттәр” (Марс Зияев, Хәлим Хөснөтдинов, Владимир Максимов, Вил Абдуллин, Алмаз Малыбаев) командалары визит карточкалары, девизы, йыры менән жюри ағзаларын таныштырғандан һуң, конкурс башланды. Ир-егеттәр һалдат һурпаһын татыған мәлдәрен иҫкә алып, гер күтәреү, иҙәндән ҡалҡыныу, арҡан тартышыу, армрестлинг, картуф әрсеү буйынса көстәрен, аш-һыуға, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын һынаны, мода күрһәтеп, тамашасыны көлдөрөп тә алды. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, егеттәр тамашасы алдында балта һабы яһаны. Һәр команданан бер оҫта балта һабы эшләп, жюри хөкөмөнә сығарҙы. Командалар ағзалары Марс Зияев, Фәиз Йосопов, Айгиз Абдрахмановтың эшләгән балта һаптарын халыҡ шунда уҡ һатып та алды.
Башҡорт элек-электән йылҡы тотҡан. Хужалыҡта алыштырғыһыҙ ярҙамсы, яу яланында яуҙашы булған атты команда ағзалары “һә” тигәнсе егеп-туғарып та ҡуйҙы. Шулай ҙа “Шәп егеттәр” командаһынан Марс Зияев иң шәбе булды. Капитандар ҙа конкурста үҙ көсөн һынаны, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Көсөргәнешле ярышта командалар бирешергә теләмәне. Шулай ҙа Шауым урамының “Шәп егеттәр” командаһы етеҙерәк, сосораҡ булды һәм алға сыҡты. Улар I урынды, Ҡалмаҡ, Урта урам ир-уҙамандары II урын алды. Конкурс йыр-бейеү менән аралаштырылып барҙы, күңелле тамаша сәй табыны менән тамамланды.
Ҡоҙғон-Әхмәрҙә ҡышҡы спорт уйындары - “Ауылпиада” үткәреү йолаға әйләнде. Быйылғы спорт сараһы Ғаилә йылына арналды. Ауылдаштар саңғы, сана ярыштарында ҡатнашты, регби уйнаны. Ат сабышынан тамаша ҡылды. Саңғыла уҙышыу буйынса ярышта һәр категория буйынса еңеүселәр билдәләнде. Ғаиләләр санала ярышты. Регби уйнау буйынса Урта урам командаһы еңеүсе булды. Тамашасы түҙемһеҙләнеп ат сабышын көтөп алды. Бәйгелә 6 ат ҡатнашты. 5 саҡрымға сабышыуҙа Илнур Нәҙербаев “Байрам” ҡушаматлы атында (хужаһы - Рим Абдуллин) финишҡа тәүге булып килде. Икенсе булып Рәсүл Юлышев “Шонҡар” ҡушаматлы атында, Илмир Сәлимов “Армат” ҡушаматлы аты менән өсөнсө булып килде. Еңеүселәргә Грамоталар, бүләктәр тапшырылды.
Әхмәрҙәр борхоп ултырған самауырҙарҙан сәй эсеп йылынды. Йылдағыса Әхмәр халҡы әүҙем булды, һәр ярышта ихлас ҡатнашты. Ә шулай ҙа Алмаз Малыбаев, Наил Малыбаев, Рәсүл Юлышев, Хәлим Хөснөтдинов, Эдуард Зәбиров, Владимир Максимов, Илмир Сәлимов, балалар - Сәлих Абдуллин, Вилиә Абдуллина, Иҙел Хөснөтдинов, Альберт Вәлиев, Шакир Һарунов, Усман Хәйруллин, Айгөл Вәлиева үҙҙәрен оҫта саңғысылар итеп күрһәтте.
Аҙна һайын билдәләнгән байрамдар, мәҙәни, спорт саралары 8-9 март пьеса-концерт менән йомғаҡланды. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан “Кирәл” драма түңәрәге үҙешмәкәр артистары ауылдаштары өсөн Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” исемле коме- дияһын сәхнәләштерҙе. Әйткәндәй, ошо комедия менән “Кирәл” драма түңәрәге районда Арыҫлан Мөбәрәков иҫтәлегенә арнап өс йылға бер үткәрелгән “Инйәр хазиналары” драма түңәрәктәре араһындағы конкурста быйыл гран-приға лайыҡ булды. Үҙешмәкәр артистар - Динә Шәйәхмәтова, Зилә Мөхәмәҙиева, Клара Малыбаева, Резеда Абдуллина, Нәғим һәм Наил Хәмзиндар, Юлай Ғилманов, Илмир Сәлимов тамашасыны илатҡансы көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла.... Спектакль барыһына ла оҡшаны.
Байрам тантанаһында актив ауылдаштарға Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды. Гүзәл заттар өсөн Илнур, Илфат Нәҙербаевтар, Алик Юлышевтар матур йырҙар йырланы. Сара бағыусылары Раян, Илгиз Һаруновтар, Нажия Вәлиева, Әҡсән Юлышев, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ойошмаһы ярҙамы менән ойошторолған сәй табыны янында дауам итте.
Резеда АБДУЛЛИНА,
Ғәли Хәмзин исемендәге Әхмәр мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.





Оставить комментарий