Һоҡланғыс һөҙөмтәләр

Ҡыш айҙары мәҙәни-ял учреждениеларының ижади коллективтары өсөн, ысын мәғәнәһендә, ҡыҙыу булды. Халыҡ һәм өлгөлө исемдәрен яҡлау ике этапта үтте. Беренсеһендә хор, вокал, инструменталь, хореография, фольклор коллективтары үҙ көсөн һынаһа, февраль аҙаҡтарында, үҙешмәкәр сәнғәттә театралдар үҙ исемдәрен аҡланы.
Асы ауыл мәҙәниәт йорто театры (етәксеһе Й. Сәлимйәнова) башҡорт дра- матургияһы классигы Флорид Бүләковтың “Эй, мөхәббәт, мөхәббәт” пьесаһын сәхнәләштерҙе. Район мәҙәниәт йортоноң “Елмәрҙәк” театры (С. Мырҙағәлина) Әлиә Саматованың “Кәкүк” повесы буйынса постановка ҡуйҙы. Ике спектакль дә Ғаилә йылын үткәреүҙә лайыҡлы ижади өлөш индерҙе.
Ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” халыҡ театры (Г. Ғилманова) жюри хөкөмөнә Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһын һәм йәш тамашасы театры Корней Чуковскийҙың “Муха-Цокотуха” әкиәте буйынса интерпретация (пьеса авторы - А. Кулюшин, режиссер - Э. Ладесов) тәҡдим итте. Әлбиттә, Мәҙәниәт һарайын техник, музыкаль, вокаль, хореография яғынан ауылдыҡылар менән сағыштырып булмай, бында арсенал тулы ҡеүәттә ҡулланылды. Һөҙөмтәлә, Йәш тамашасы театры Учалы ҡалаһында үтәсәк “Алтын тирмә” театр конкурсының йомғаҡлау этабында ҡатнашасаҡ. Ә театрҙың актрисаһы Анастасия Рыжкинаны Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри ағзаһы Азат Нәҙерғолов курстарына саҡырҙы. Ул театрҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалды.
Ауылдың театр сәхнәһе йәш таланттарға ҙур сәнғәткә сығырға юллама бирә. Район мәҙәниәт йорто тәрбиәләнеүсеһе Айбулат Ғарипов - Мәскәү театр училищеһы студенты. “Кәкүк” спектаклендә мөһим ролдәрҙең береһен башҡарған Нәфис Сәғитуллинды ла билдәләргә була. Мәҙәни сараларҙа актив ҡатнашҡан Айлина Камалетдинова - Мәхмүт мәҙәниәт йорто йондоҙсоғо. Киләсәктә Нәфис һәм Айлина уҡыуҙарын театр уҡыу йорттарында дауам итергә уйлайҙар. Уңыштар уларға.
Ауыл театрҙарының конкурс спектаклдәре тематикаһы, актер мөмкинлектәре буйынса төрлө. Шулай ҙа ауылдыҡылар тәбиғи бер ҡатлылығы һәм эскерһеҙлеге менән айырылып тора. Балалар коллективтары араһында “Теманың актуаллеге өсөн” номинацияһында Рысыҡай мәҙәниәт йорто билдәләнде. “Ике һайыҫҡан” спектакле менән Йөйәк мәҙәниәт йорто III урында. II урынды ике коллектив - “Опять двойка” постановкаһы менән Тирлән, “Кисер мине, әсәй” спектакле менән Мәхмүт мәҙәниәт йорттары бүлеште. Мостай Кәримдең “Әтәс тирмәне” спектакле ишлеләргә I урын килтерҙе. Лайыҡлы Гран-при Туҡан мәҙәниәт йортонда. Самуил Маршактың “Теремок” әкиәте буйынса ҡуйылған инсценировкала йәш артистарҙың тырышлығын режиссер Александр Петровтың эшләгән декорациялары тулыландырҙы.
Өлкән коллективтар араһында “Үҙ тамырҙарыбыҙға тоғролоҡ өсөн” номина- цияһында - Егәҙе, “Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн” номинацияһында Аҙ- налы мәҙәниәт йорттары билдәләнде. Туҡан, Боғанаҡ, Тирлән мәҙәниәт йорттары - III урынға лайыҡ булды. II урындарҙы ла өс коллектив - Олойылға, Ишле, Сосновка мәҙәниәт йорттары бүлеште. Сосновкалар сәхнәләштергән “Эт бәләһе” пьесаһы авторы Мәүлит Кәримов “Белорет районында театр сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн” Дипломы менән билдәләнде. Үҙән мәҙәниәт йорто коллективы Борис Васильевтың “А зори здесь тихие” повесы буйынса постановка тәҡдим итте. Режиссеры Зилә Сәғәҙәтова мәҙәни өлкәләге бай тәжрибәһен ҡулланып, дәһшәтле һуғыш ваҡиғаларын яңыса күрһәтеүгә иреште. I урын был коллективҡа лайыҡлы баһа.
Яңыраҡ республикабыҙ билдәле театр эшмәкәре Илшат Йомағоловтың 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Актер һәм бер нисә пьеса авторы Башҡортостан сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тамашасыһына онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте. Спектаклде сәхнәгә Наил Хәмзин ҡуйҙы һәм төп ролдәрҙең береһен башҡарҙы. Талантлы коллектив эше юғары баһаланып, гран-приға лайыҡ булды.
Ауыл клубтарында ла мәҙәни тормош ҡайнай. Аҙнағол клубы “Бүре һәм кәзә” балалар спектакле менән - III, Ғәбдөк клубы Мостай Кәримдең “Айгөл иле” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектакль менән II урынға лайыҡ булды. I урын - Новобельск клубында. Бәләкәй артистар Мостай Кәримдең “Әтәс тирмәне” спектаклен сәхнәләштерҙе. Башҡа клуб театрҙары араһында ла дипломанттар, номинанттар бар. Ма- ныштылар “Тыуған көн” спектакле ме- нән - III, Нура ауыл клубы “Экзамен для ведьмы” әкиәтен инсценировкалау буйынса - II, Ботай ауыл клубы “Әсә күңеле балала” пьесаһы өсөн I урын алды. Ә ауыл клубтары араһында төп награда - гран-при Мөхәмәт клубына тапшырылды. Үҙешмәкәр артистар “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклен ҡуйҙы.
Төрлө кимәлдәге театр марафоны артта ҡалды. Һөҙөмтәләр күренде. Үҙешмәкәр артистарға ябай көндәрҙе сағыу байрамға әйләндерергә тырышҡандары өсөн рәхмәт. Ижади уңыштар һеҙгә!
Зәлифә ӘҒЛӘМОВА,
мәҙәниәт идаралығы начальнигы.




Оставить комментарий