Армыттарға ашты ҡумыҙ сыңы сал тарихын айҡап башҡорттоң

Армыттарға ашты ҡумыҙ сыңы сал тарихын айҡап башҡорттоң
Һуңғы бер нисә йылда милли мәҙәниәткә иғтибарҙың артыуы, йәғни башҡорт йолаларының тергеҙелеүе, халыҡтың үҙ теленә, моңона, музыка ҡоралдарына, биҙәүес-кейемдәренә, боронғо исемдәргә ихтыяжы күҙгә ташлана. Был үҙаңдың уяныуына, бер аҙ онотола төшкән башҡортлоҡтоң яңы һулышына, кешеләрҙең рухи азатлыҡҡа сарсауына ишара. Ҡағиҙә булараҡ, иң элек мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләре сағылдыра бындай күренештәрҙе. Мәҫәлән, районыбыҙҙа үткән башҡорт йыйын-сараларында халыҡтың теләп ҡатнашыуы, унда боронғолоҡ төҫмөрләнгән, әммә заманға яраҡлаштырып тегелгән милли костюмдарҙа ғына сығыш яһауы, шәхси коллекцияһын милли музыка ҡоралдары менән тулыландырыуы, уларҙа уйнарға өйрәнеүе лә байтаҡ нәмә хаҡында бәйән итә. Ошо йәһәттән үткән аҙнала Шығай “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгендә икенсе йыл рәттән уҙған “Ауаз” район ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы тураһында һөйләмәһәк, яҙыҡ булыр төҫлө.
Март аҙағында ҡупҡан аҡман-тоҡманды бер ни күрмәй, тәғәйен урын-ваҡытта балитәкле сағыу күлдәктәр, бәрхәттән елән- кәзәкейҙәр кейгән, аҡыҡ, ҡыҙыл яҡут ише аҫыл таштар менән биҙәлгән мәрйенле һаҡал-селтәрҙәр таҡҡан, баштарына тәңкәле ҡашмау, аллы-гөллө ситса яулыҡтар ябынған, икегә тарап үргән сәс остарында сулпы-сәсмәүҙәре сыңлаған ҡатын-ҡыҙҙар, сигеүле күлдәк, билбаулы камзул кейгән ир-егеттәр байрамса биҙәлгән йылы, яҡты мәҙәниәт һарайында гөж килде. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡумыҙҙың бәҫен күтәргән, пропагандалаған, төрлө быуын вәкилдәрендә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятҡан, сәләмәтлек, атап әйткәндә, тын юлдары өсөн ғәйәт файҙалы булған был моң сығанағына ниндәйҙер кимәлдә ихтыяж тыуҙырған ошо матур байрамда Шығай, Үткәл, Сермән, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ҡаһарман, Үҙәнбаш, Аҙналы, Рысыҡай ауылдарынан бихисап коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусы сығыш яһаны. Йәш категорияһын сикләмәгән ярышта иң бәләкәй конкурсантҡа - Үткәл мәктәбе уҡыусыһы Вадим Шәғәлинға 8 йәш булһа, иң оло ҡатнашыусы - Үҙәнбаш ауылынан Нәсиха Нәбиуллина иһә туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған.
Күңелде аһәңләндерер илаһи моң, шиғри юлдар менән асылып киткән күркәм сараны тәбрикләп, мәртәбәле ҡунаҡтар - Белорет муниципаль районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов һүҙ алды. Улар, үҙ сиратында, был ярыштың халыҡтың мәҙәни кимәлен үҫтереүҙә ни тиклем әһәмиәтле булыуын, боронғо дәүерҙәрҙән алып бөгөнгәсә ваҡыт арауығында юғалып ҡалмай, ә, киреһенсә, быуындан быуынға күсә килеп, халыҡта популярлыҡ яулай барған милли музыка ҡоралы - ҡумыҙҙың серле моңона ғашиҡ йәндәрҙең күплеген билдәләп үтте. Конкурсанттарҙы ғәҙел баһалау өсөн сәнғәт донъяһына үҙ өлөшөн индергән, уның үҫешенә көс-кәрен йәлләмәгән һиммәтле ир-уҙамандар - бар ғаләмгә моңло ҡурайы менән танылыу яулаған мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, ҡумыҙҙың һәр төрөндә сиртеү, өзләү йәһәтенән тиңе булмаған моң әһеле - Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов, Республика ҡурайсылар конкурстары лауреаты, Белорет балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Басир улы Хәсәнов саҡырылғайны.
Нәркәс Сөләймәнованың тулы материалын гәзиттең 26-сы һанында (30 март) уҡығыҙ.
Оставить комментарий