Йәшнәп йәшәр мәлдәре

Йәшнәп йәшәр мәлдәре
Яҙ... Донъяның йәшеллеккә төрөнгән, сәскә атҡан мәле. Йәштәрҙең дә күңелдәре бөрөләнгән, йыр-моңға тулышҡан сағы. Тап ошо мәлдә ижади йәштәрҙең Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында “Яҙ” фестиваль-конкурсы уҙа. Күп тармаҡлы ауыл клубында туғыҙынсы тапҡыр үткән быйылғы фестиваль дә дәртле һәм һәләтле йәштәрҙе бергә тупланы.
Фестиваль шуныһы менән әһәмиәтле: ул Рәсәйҙә - Ирекмәндәр, ә республикала Ғаилә йылына арналды. Һәр йылдағыса Йәштәрҙең ял итеү үҙәге, район мәҙәниәт йорто ойошторған сара райондың 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәрен йыйҙы. Мәҙәни сара йәштәр ижади коллективы һәм яңғыҙ башҡарыусылар категорияһында 14 йәштән 18 йәшкә тиклем һәм 18- ҙән 30 йәшкә тиклем үткәрелде. Башҡарыусылар өс - вокал, хореография һәм театр жанрында сығыш яһаны. Ойоштороусылар әйтеүенсә, фестивалдең йылдан- йыл камиллаша, географияһы киңәйә барыуы күҙәтелә. Сарала райондың 20-ләгән ауылынан мәҙәниәт усаҡтары, сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
“Яҙ - 2018” йәштәр фестивалендә күп кенә коллектив, яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашырға теләк белдерҙе, жюри хөкөмөнә 89 номер тәҡдим ителде. Шуларҙың 37-һе - бейеү, 41-е - вокал һәм 11-е театр жанрына өҫтөнлөк биргән. Фестивалдең вокал жанрында башҡорт, рус, инглиз телдәрендә халыҡ, эстрада йырҙары, романстар яңғыраны. Ә бейеүҙәрҙең төрлөлөгөнә хатта күҙҙәр ҡамашты. Коллективтар, яңғыҙ башҡарыусылар башҡорт, рус, казак, һинд, көнсығыш, кавказ, лакцы, татар милли бейеүҙәренән тыш, акробатика, брейк-данс, к-pop стилендәге заман бейеүҙәре жюри ағзаларына тәҡдим ителде. Театр жанрын алырға бик аҙҙар ғына йөрьәт иткән. Әкиәттәрҙән, тормоштан алынған, тәрбиәүи маҡсатта файҙаланылған жанрҙы Сосновка, Үҙән, Ҡағы, Тирлән мәҙәниәт, Үҙән балалар йорттары сәхнәләштерҙе.
6 сәғәттән ашыу барған мәҙәни сарала һәр кем үҙенең оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышты. Хатта һуңғы булып сығыш яһаусылар ҙа үҙ сиратын тыныс ҡына көттө. Бындай ваҡытта шуны әйтке килә, мәҙәниәт йорттары, мәктәп коллективтары етәкселәренә фестивалгә тик матур, сағыу, лайыҡлы сығыштарын ғына тәҡдим итергә кәрәктер. Әлбиттә, етәксе өсөн тәрбиәләнеүселәренең һәр сығышы лайыҡлы кеүек тә. Шулай ҙа... Юғиһә, ҡайһы бер коллективтар, программала берешәр генә ҡаралһа ла, бер нисә бейеү тәҡдим итте. Ҡайһы бер уҡыусыларҙың мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм сәнғәт мәктәбе өсөн сығыш яһауын күрергә тура килде. Бер нисә тапҡыр сығыш яһаған йәштәргә “афарин” тиергә генә ҡала. Ойоштороусыларға ла һайлап алыу турҙары үткәрергә кәрәктер. Ваҡыт наҡыҫ булыу сәбәпле, жюриға сығыш яһаусыларҙы ярты юлда туҡтатып, уларҙың күңелдәрен ҡырырға тура килмәҫ ине.
Ә шулай ҙа һәр конкурстың еңеүселәре, еңелеүселәре була. Еңеүселәр ҡыуанһа, урын алмаусылар бошонманы, уларҙың да бит яулайһы үрҙәре алда әле. Шулай итеп, жюри кәңәшләшкәндән һуң, вокал жанрында III урынды Ломовканан Алина Айытбаева һәм Сосновканан Илнара Ғилмановаға бирҙе. II урынды Сермәндән Гүзәл Иҙрисова алды. Ә I урынға Йөйәк һылыуы Айзилә Закирова лайыҡ булды. Ул “Кәкүк” йырын башҡарҙы. Театр жанрында (бәләкәй театр) Ҡағынан Ксения Чурилкина һәм Евгений Засов - II, Тирләндән “Театрули” театр һөйөүселәр берләшмәһе I урын алды. Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Резеда Абдуллина (I урын), Маныштынан Рәмзил Мөлөков (II урын), художестволы һүҙ сәнғәте жанрында билдәләнде. Бейеү коллективтары араһынан “Арташ” (Сосновка) - III, Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Даръя” бейеү коллективы - II, Сермәндең “Йәшлек” өлгөлө бейеү ансамбле I урынды алып ҡыуанды. Яңғыҙ башҡарыусыларҙан III урынды Азалия Мырҙабаева (Шы- ғай) алды. II урынды Үткәлдән Ислам Сабаев һәм Рысыҡайҙан Дилә Бадалова бүлеште. I урынды иһә “Әхи- рәттәр” бейеүе менән Сермән мәктәбенән Илүзә Әүбәкирова һәм Аделина Бәхтийәрова алды. Сермәндең “Выпускник” бейеү коллективы махсус бүләккә лайыҡ булды.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий