Ауылыбыҙ таланттары

Асы ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән халыҡ театры Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы” комедияһын сәхнәләштерҙе. Был кѳндѳ тамаша залы шығрым тулы, урын етмәгәнлектән баҫып тороп ҡараусыларҙың да күп булыуы ҡыуандырҙы. Тәбиғилек хас булған юморҙы күптән күрмәгән халыҡ спектакль барышында ихлас кѳлдѳ, ҡул сапты.

Ауыл тормошон һүрәтләгән комедияны шундай уҡ мѳхиттә тыуып үҫкән һәм йәшәгән үҙешмәкәр артистарға ролдәрен тәбиғилеккә, ысынбарлыҡҡа яҡын килтереп башҡарырға мөмкинлек биргәндер.
Фаягөл әбей булып уйнаған Клара Ғайсина менән күрше йәшәйбеҙ. Еңел булмаған ауыл тормошонда йорт хужалығын алып барған, бындай йөктө тартыуҙан арыһа ла хужабикә роленә тоғро ҡалған, донъя тотҡаһы булған Фаягөл әбей ролен бик оҫта башҡарҙы. Хәйбуш ҡартын туҙҙырып тиргәргә, кәрәк саҡта яғымлы итеп өндәшергә, илап ебәрергә, бот сабып көлөргә лә тура килде уға.
Хәйбулла ҡарт роленә килгәндә инде, бөтөнләй башҡа хәл. Аралашҡанда аҙ һүҙле, ҡырыҫыраҡ кеше кеүек күренгән Зөфәр Әбдрәшитовты урамда осратһаң, сәхнәлә уйнаған үҙешмәкәр артист тип уйламаҫһың да. Сәхнәлә ул бөтөнләй башҡа. Хәйбулла бабай ролен ысынлап та оло йәштәге кеше башҡара, тиерһең. Тәбиғәт уға талант осҡондары һалған икән. Уның һымаҡтар үҙешмәкәр артистар араһында һирәк осрай. Сәнғәт юлын һайлаған булһа, күптәр араһында юғалып ҡалмаҫ ине, тигән фекерҙәмен. Өфөнән халыҡ театрының эшен баһаларға килгән комиссия ағзалары Зөфәр Әбдрәшитовты (һүрәттә) сәхнәлә уйнау манераһы менән билдәле актер Рәфил Нәбиуллинға оҡшауын билдәләп үттеләр.
Ауыл егеттәре - Арыҫлан менән Баһанур ролдәрен Данис Бардыбаев менән Ринат Йомағолов башҡарҙы. Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан Данистың һәләте барлығы күренде.
Үҙенсәлекле артист Ринат Йомағоловты сәхнә ветераны тип әйтергә була. Шаталаҡ, эсергә яратҡан кешеләрҙе, һуғыш суҡмарҙарын уйнауы еңел тип уйламағыҙ. Хатта билдәле актерҙар был геройҙарҙы кинола һәм сәхнәлә ышанырлыҡ итеп һүрәтләүе бик ауыр тигән фекерҙә. Баһалаусылар Ринат Йомағоловтың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
Тәнзилә менән Йәмиләне музей директоры Айһылыу Ғарипова менән мәҙәниәт йорто директоры Йәмилә Сәлимйәнова уйнаны. Айһылыу бик актив кеше, музейҙа ла эшем етерлек тип тормай, ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, әүҙем ҡатнаша. Йәмилә Сәлимйәнова иһә, бөтә сараларҙың ойоштороусыһы ғына түгел, режиссеры ла. Роль актерҙан уйнау манераһы, телмәре генә түгел, интонацияһы ла, дикцияһы ла дөрөҫ булыуын талап итә. Йәмилә һылыу етәкселегендә әҙерләнгән бар нәмә лә юғары кимәлдә үтә. Уның “Еңгәләр” төркөмө Республиканың тѳрлѳ райондарында ойошторолған конкурстарҙа призлы урындарҙы яулай.
Хәмәл йондоҙо ролен башҡарған Дилара Сәлихованың сығышы эпизодтарҙан ғына торһа ла, хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды. Был ролдең төп көсө - сихри тауыш. Уның сығышында спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе Рафаил Сәлихов, сәхнәне декорациялаусы Минсур Иҡсановтың, Таһир Шәйхетдинов- тың эшмәкәрлеге нигеҙ булып торҙо.
Бөйөк актер Иннокентий Смоктуновский әйтеүенсә, тамашасының хәтерендә ролен яҡшы уйнаған актер түгел, ә роль эсендә йәшәгән актер уйылып ҡала. Улар тамашасыларҙы көлдөрә лә, илата ла. Беҙҙең һәүәҫкәр артистар ошо фаразлауҙы ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашыра алдылар, тип уйлайым. Рәхмәт уларға! Мин әле лә был комедияны аныҡ итеп күҙ алдына килтерә алам. Башҡаларҙа ла шундай иҫтәлек ҡалғандыр тигән ышаныстамын.
Һығымта урынына, ата-әсәләргә балаларығыҙҙың һәләттәрен иртәрәк асырға тырышығыҙ, тип мөрәжәғәт итер инем. Төрлө сарала ҡатнашһындар, сәхнәгә күтәрелһендәр. Бәләкәйҙән актив тормошта үҫкән бала киләсәктә юғалып ҡалмай. Тағы ла, бөйөк Арыҫлан Мөбәрәков тыуып үҫкән ерҙә йәшәүебеҙҙе онотмайыҡ. Асы ере, бәлки, шундай кимәлдәге шәхестәр бирә алыр.
Рәшит НѲҒӘМӘНОВ.
Асы ауылы.
Дилара СӘЛИХОВА фотоһы.
Оставить комментарий