Белореттар - Сочиҙа

Башҡортостандың йыйылма командаһы беренсе тапҡыр Сочиҙа үткән XXIV халыҡ-ара “Кивин” КВН командалары фестивалендә ҡатнаша. Команда бер нисә кѳн эсендә генә йыйыла һәм унда Ѳфѳ, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Учалы һәм Белорет ҡалаларынан бѳтәһе 15 кеше ҡатнаша. Ҡала йәштәре араһында билдәлелек яулап ѳлгѳргән «Вне игры» командаһы ағзалары - МДТУ филиалы студенты Рѳстәм Хәсәнов, металлургия колледжы студенты Джасур Мусаев һәм Давид Церетели республикабыҙ намыҫын яҡлай.
Командала ѳмѳтлѳ йәштәр ҙә, чемпиондар ҙа бар. Был фестивалдә 600-гә яҡын команда ҡатнаша. 16 ғинуарҙа йәрәбә булды һәм уйындар башланды. Ул 27 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
Оставить комментарий