“Киске Ѳфѳ” лауреаты

“Урал” гәзите хәбәрселәре республикабыҙ баҫмаларында әүҙем яҙыша, тѳрлѳ конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат була.

2012 йылда хәбәрсебеҙ Эльза Мѳхәмәҙиева “Киске Ѳфѳ” гәзитендә матур йѳкмәткеле мәҡәләләре менән йыш сығыш яһаны. Район-ҡалабыҙҙың дан ғаиләләре, тормош-кѳнкүреш йолалары, социаль хәл торошо тураһындағы мәҡәләләре ѳсѳн Эльза Әнәс ҡыҙы гәзиттең йыл лауреаты булды.
Ҡәләмдәшебеҙгә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ, лауреат булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ф.ВӘЛИУЛЛИНА.
Оставить комментарий