Гимназистар үҙ традицияһына тоғро

Үҙен хөрмәт иткән һәр уҡыу йортоноң, белем биреү усағының традициялары, ҡиммәттәре була. Был, һис шикһеҙ, шулай булырға тейеш тә, сөнки нәҡ ошо ҡиммәттәр аша йәш быуын күңеленә тәрбиә орлоҡтары һалына, Тыуған илебеҙгә, мәшһүр яҡташтарыбыҙға, телебеҙгә, милләтебеҙгә ҡарата хөрмәт уятыла.
Бушҡа ғына:” Мәктәп - ул белем усағы ғына түгел, ә тәрбиә һәм шул уҡ ваҡытта милли, интернациональ рухты, үҙаңды, һәм шәхесте үҫтереүсе, формалаштырыусы социаль институт та”, - тип әйтмәйҙәр. Ошо йүнәлештә тәрбиәләнеп белем алған балалар мотлаҡ йәмғиәтебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫәсәк, улар иңенә ятҡан туған телебеҙҙең бәҫен һәм баһаһын күтәреү бурысы ла лайыҡлы үтәләсәк.

Ошо хаҡта һүҙ алып барғанда ҡалабыҙҙың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы тәрбиә һәм белем биреүҙә тығыҙ бәйләнеш булдырған һәм был йәһәттән ҙур уңыштар күрһәтә тип әйтеп була. 2006 йылда башҡорт гимназияһы мәшһүр яҡташыбыҙ Яныбай Хамматов исемен алыуға ирешкәс тә, һәр йылда ла гимназияла “Хамматов һабаҡтары” сараһын үткәреү матур традицияға әйләнде. Сарала ҡала һәм райондың Яныбай Хамматов ижадын яратҡан һәм яҡшы белгән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша. Конкурста ҡатнашыусылар танылған романистың әҫәрҙәре буйынса башҡарған эҙләнеү эштәрен яҡлай, сәсәнлек конкурсында оҫталыҡтарын күрһәтә, яҙыусы ижадына арналған викторинала, асыҡ дәрестәрҙә ҡатнаша, әҫәрҙәр буйынса иллюстрациялар тѳшѳрә.

Быйылғы «Хамматов һабаҡтары»нда бөтәһе 11 мәктәп үҙ-ара кѳс һынашты.Үткәрелгән сара йылдан-йыл байый, камиллаша бара. Конкурс программаһына тәү башлап Яныбай Хамматовтың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү индерелгән. Һөҙөмтәләр буйынса был конкурс-та башҡорт гимназияһы-ның «Һырдаръя» романынан «Ҡотҡарыу» өҙөгөн күрһәткән башланғыс класс уҡыусылары Гран-при яуланы. I урынды 1-се Инйәр урта мәктәбе уҡыусылары алды, ә II урынға Исмаҡай мәктәбе уҡыусылары, III урынға лицей-интернат балалары лайыҡ булды. Сәсәнлек конкурсында иһә 9 мәктәптән 17 уҡыусы ҡатнашты. Улар араһынан 14-се гимназиянан Китапова Гѳлдәр I урынға, 1-се Инйәр мәктәбенән Юлиә Әбдрәшитова II урынға, Йѳйәк мәктәбенән Йәнгүзәл Асҡарова III урынға лайыҡ булды. Жюри ағзалары бѳтә турҙарҙа ла актив ҡатнашҡан Шығай мәктәбе уҡыусыларын, бай һәм ҡыҙыҡлы эҙләнеү эштәрен яҡлаған Аҙналы уҡыусыларын айырым билдәләп, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Шулай уҡ ошо сарала әүҙем ҡатнашҡан Йѳйәк мәктәбе уҡытыусыһы Гѳлнар Асҡароваға, лицей-интернат уҡытыусыһы Эльза Сөләймәноваға, 1-се Инйәр мәктәбенән Әнисә Аҫылғужинаға, ҡаланың 1-се мәктәбенән Шәүрә Ғәлинаға, Исмаҡай мәктәбе уҡытыусыһы Зифа Ҡужаковаға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Еңеүселәрҙе гимназияның ҡунаҡтары - Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Фәриха Вәлиуллина, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, билдәле журналист Дамир Шәрәфетдинов, шағирә Мәнзүрә Горбачева-Абдуллина ҡотланы.
Һәр йылда ла үҙ уҡыусыларын ошо бәйгегә әҙерләүсе Зифа Ҡужакова иһә киләһе “Хамматов һабаҡтары”н Яныбай Хамматовтың тыуған ауылы Исмаҡайҙа үткәрергә тигән теләк белдерҙе. Был тәҡдимде мәктәп коллективы ғына түгел, ауыл халҡы ла хуплап күтәреп аласаҡ, тине ул.
Күренекле яҡташыбыҙ Яныбай Хамматовтың ижадын һәм исемен мәңгеләштереү һәм шуның менән башҡорт әҙәбиәте донъяһына, билдәле шәхестәребеҙгә хѳрмәт, улар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан ойошторолған сараны бѳтә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла күтәреп алырға тейеш кеүек булһа ла, ҡайһы бер мәктәптәрҙең унда бер тапҡыр ҙа ҡатнашмауы, ситтә ҡалыуы борсолоу тыуҙыра. Ошондай бәләкәй генә эштәрҙән дә милләтебеҙ киләсәгенә нигеҙ һалыныуын, берҙәмлегебеҙ күренеүен онотмаһаҡ ине.
Э.Мөхәмәҙиева.
Автор фотолары.
Оставить комментарий