Ил һаҡсыларын хѳрмәтләп

Абҙаҡ мәҙәниәт йортонда мәктәп һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сара Ватан һаҡсыларына арналды.
Унда Бѳйѳк Ватан, афған һәм чечен һуғыштары ветерандары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре саҡырылды.

Ҡотлау һүҙе менән Абҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, Чечняла хәрби бурысын үтәгән Б.Б. Фазылов сығыш яһаны һәм Афғанстанда, Чечняла, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә, ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булып ҡалғандарҙың әсәйҙәренә бүләктәр тапшырҙы.

- Бындай саралар үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Буласаҡ ил һаҡсылары эргәбеҙҙә йәшәгән батырҙарыбыҙҙы күреп, уларҙан ѳлгѳ алып үҫә, - тине Байрас Буранбай улы.
Абҙаҡ ауыл хакимиәте буйынса Чечняла - 23, Афғанстанда 9 кеше хеҙмәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Афғанстандан имен-аман әйләнеп ҡайтҡан 2 һалдат һәм Чечняла хеҙмәт иткән 1 һалдат тыныс тормошта вафат булып ҡалғандар.
Ветерандарҙы, әлеге кѳндә Ватанды һаҡлаусыларҙы һәм буласаҡ һалдаттарҙы «Афған ветерандары союзы» ҡала йәмәғәт ойошмаһы рәйесе В.М.Әлмәтов байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Һәр сығыш һәм бүләкләүҙәр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп коллективы, уҡыу-сылар әҙерләгән театр-лаштырылған тамаша һәм концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
З.Сѳләймәнова.

* * *
Ватан һаҡсыларына арналған ҙур концерт Егәҙе мәҙәниәт йортонда ла уҙҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәр артистар ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлап, интермедиялар, йыр-моң һәм бейеүҙәр бүләк итте. Алина Яныбаева менән Гѳлдәр Әбүбәкирова концертты матур алып барҙы. Алина йыр-моңға, бейеүгә лә оҫта булып сыҡты. Ә Лилиә Ниғмәтуллинаның кѳнсығыш бейеүен олоһо ла, кесеһе лә һоҡланып ҡараны. «Бѳркѳт» бейеүен Булат Сафуанов, «Бишбармаҡ», «Зѳлхизә» бейеүҙәрен IX класс уҡыусыһы Әлфиә Ирғәлина ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Айһылыу Сәғәҙәтова менән Рузилә Һиҙиәтова башҡарыуында «Быймалар» бейеүе, Ил-гиз Сәғәҙәтов, Фәүзиә Ғәлиуллина, Нәйлә Сәғәҙә-товаларҙың яңы йырҙары тамашасы күңеленә хуш килде. Беҙ һәүәҫкәр артистар рәтен яңы таланттар тулыландырыуына ҡыуандыҡ. Ауыл халҡы исеменән мәҙәниәт хеҙмәт-кәрҙәренә һәм һәүәҫкәр артистарыбыҙға беҙҙең күңелдәрҙе байытҡан, илһамландырған ѳсѳн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
З.Ҡотлоғәлләмова.
Егәҙе.

* * *
Сосновкала Сосновка һәм Рысыҡай командалары араһында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсы уҙҙы.
Улар сослоҡта, етеҙлектә, тапҡырлыҡта кѳс һынашты, мода күрһәтте. Сараны концерт номерҙары биҙәне.
Һѳҙѳмтәләр буйынса Рысыҡай командаһы ѳҫтѳнлѳк алды. Ике командаға ла Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.

Л.Мѳхәмәтйәрова.
Оставить комментарий