Пограничниктар байрам итте

Илебеҙҙең сик буйы һағында хеҙмәт итеүселәр йыл һайын 28 май Пограничниктар кѳнѳн байрам итә. Был байрам 1918 йылдың 28 майында, РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты менән сик буйы ғәскәрҙәре булдырылғас, билдәләнә башлай.

Белорет пограничниктары ла был саранан ситтә ҡалманы һәм үҙҙәренең байрамдарын, пограничниктар ғәскәрен булдырыуға 95 йыл тулыуҙы билдәләп үтеү ѳсѳн ҡаланың Геройҙар аллеяһына тантаналы митингыға йыйылды. Тѳрлѳ йылдарҙа хеҙмәт иткән пограничниктар Мәңгелек ут алдына сәскәләр һалғандан һуң, уларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук, Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Белорет ҡалаһы, Бѳрйән һәм Белорет райондары буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Сергей Захаров ҡотланы. Иван Пинящук ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашыусыларға муниципаль район Советының Почет грамоталарын тапшырҙы. Сергей Захаров иң яҡшы пограничниктарҙы юбилей миҙалдары менән бүләкләне һәм сик буйы ғәскәренең бѳгѳнгѳ кѳндә лә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, ошондай саралар үткәреүҙең йәш быуында пограничниктарға ҡарата хѳрмәт уятыуын билдәләне һәм әлеге ваҡытта был ғәскәргә контракт нигеҙендә генә алһалар ҙа, унда хеҙмәт итергә теләүселәрҙең күп булыуын белдерҙе.
Был кѳндѳ пограничниктар яугир-интернационалистарға ҡуйылған һәйкәлгә лә сәскәләр һалды (һүрәттә) һәм байрамды дауам итеү ѳсѳн 14-се гимназияға юлланды. Улар унда Сергей Шмыгиндың йырҙарын тыңланы.
Э.Мѳхәмәҙиева.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий