Абҙаҡта - Сик һаҡсылары кѳнѳ

Ауылыбыҙҙа Сик һаҡсылары кѳнѳн билдәләү матур традицияға әйләнгән. Быйыл да Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Байрас Буранбай улы Фазылов менән ауыл Советының 6-сы округ депутаты Хажмѳхәмәт Ғилметдин улы Әхмәтов (уның атаһы Ғилметдин Әхмәт улы 1926-28 йылдарҙа Урта Азияла ил сиген баҫҡынсыларҙан һаҡлаған) ауылдаштар ѳсѳн матур сара ойоштороп ҡыуандырҙы.

Бѳгѳнгѳ кѳндә Абҙаҡта ил сиген һаҡлаған 30-ҙан ашыу ир-егет йәшәй. Яңы ғына асылған балалар майҙансығында күптән түгел ил сигендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандар һәм әлегә һалдат бутҡаһын татып ѳлгѳрмәгәндәр араһында уҙғарылған спорт ярыштары мауыҡтырғыс һәм кѳсѳргәнешле барҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, физрук В.Ф.Ишҡыуатов һәммәһен дә байрам менән ҡотлап ярыш шарттарын аңлатҡандан һуң, командалар ҡул кѳрәшендә, турникта күнегеүҙәр эшләүҙә, гер күтәреүҙә һәм волейбол буйынса кѳс һынашты. Сик һаҡсылары йәш дуҫтарын дәртләндереп, ярҙам итеп торҙо. Еңеүселәргә Почет грамоталары һәм приздар тапшырылды. Шулай итеп, волейбол буйынса сик һаҡсылары командаһы алға сыҡты. Гер күтәреүҙә Юлай Мѳхәмәтов, турникта күтәрелеүҙә Риф Хәйруллин, ҡул кѳрәшендә Айгиз Йомағолов еңеү яуланы. Шулай уҡ һәйбәт күрһәткестәр ѳсѳн Хәлит Ишмырҙин, Рәдиф Ишмырҙин, Айнур Әхтәмов, Тимур Мәғәсүмов, Айгиз Йомағолов приздарға лайыҡ булды.
Ярыш һуңында балалар ил сиге һаҡсыларын байрам менән ҡотланы. Байрамдан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Ил сиге һаҡсылары үҫеп килгән быуынға үҙҙәрен һәр яҡлап та ѳлгѳлѳ ир-егеттәр булыуын күрһәтте.
М. Шоҡобаева,
Абҙаҡ хакимиәтенең йәштәр эше һәм спорт буйынса белгесе.
Оставить комментарий