«Уйна, гармун!»да - беҙҙекеләр

Уҙған һәм унан алдағы шәмбелә Рәсәйҙең 1-се каналында барған «Уйна, гармун!» тапшырыуында беҙҙең райондың һәм Межгорье ҡалаһының гармунсылары, фольклор ансамблдәре сығыш яһаны.

Магнитогорск ҡалаһы һәм металлургия заводының байрамдары айҡанлы Анастасия Заволокина етәкселегендәге «Уйна, гармун!» телетапшырыуы тѳркѳмѳ Магнитогорскиға килгәйне. Байрамда Үткәл, Үрге Әүжән, Тирлән, Бирҙеғол гармунсылары һәм Ломовка фольклор тѳркѳмѳ үҙ һѳнәрен күрһәтте.
Тамашасыға бигерәк тә Иршат Шәғәлин етәкселегендәге Рушан Шәғәлин, Ирек Йомағужин, Рәфис Ғәйфуллин, Илсур Мѳхәмәтдинов һәм Илдар Ямалетдиновтарҙың ѳҙҙѳрѳп гармунда уйнауы оҡшаны. Анастасия Заволокина уларға рәхмәт әйтеп, Диплом тапшырҙы. Ғѳмүмән, һәр коллектив айырым номинацияларҙа билдәләнде.
Шулай итеп, үткәлдәр Магнитогорскиҙа 3 кѳн буйына барған байрам сараларында ҡатнашты. Талантлы гармунсыларыбыҙға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
З.СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий