кѳҙгѳ байрамдар

Район-ҡала мәктәптәрендә бер-бер артлы кѳҙ байрамдары уҙҙы.
Инйәрҙең 2-се мәктәбендә ул ѳс кѳн барҙы. I-V кластар араһында уҙғаны «Кѳҙ батшалығына сәйәхәт» тип аталды. Бында уҡыусылар әкиәттәр сәхнәләштерҙе. Бигерәк тә икенселәрҙең «Ҡунаҡҡа саҡырыу», ѳсѳнсѳләрҙең «Япраҡтар ни ѳсѳн һары» әкиәттәре оҡшаны. Уҡыусылар музыкаль бүләк әҙерләне, кѳҙгә арналған һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторҙо.

V-VII кластарҙа «Кѳҙҙѳ ҡаршылап» сараһы үтте. Уҡыусылар «Кѳҙгѳ мода» ярышына әүҙем әҙерләнде. «Шиғриәт минуттары»нда кѳҙ тураһында шиғырҙар һѳйләне. Музыкаль бүләк тә уңышлы килеп сыҡты. Шулай итеп, VII «б» класы - I, V «б» класы - II, ә VI класс III урын яуланы.
VIII-XI кластар араһындағы «Кѳҙгѳ бал» да бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды. «Кѳҙ һәм беҙ» тип аталған биш минутлыҡ видеофильм конкурсы үҙенсәлекле, юғары кимәлдә уҙҙы. Уҡыусылар мәктәп видеокамераһы һәм үҙҙәренең кеҫә телефондары менән бик матур видеофильмдар тѳшѳргән. Улар үҙҙәрен режиссер, актер һәм оператор итеп күрһәтә алды. Бигерәк тә VIII, X, XI класс уҡыусыларының видеофильмдары үҙенсәлекле ине. IX «б» класс уҡыусылары мәктәп тормошон сағылдырһа, IX «а» класс уҡыусылары тәбиғәтте һаҡлауға баҫым яһаған. Музыкаль номерҙарҙа XI класс егете Рәшит Шәңгәрәев һәм X класс ҡыҙы Азалия Әхмәтова үҙҙәренең моңло тауыштары менән ҡыуандырҙы. Ә «Кѳҙгѳ экибана» конкурсында бѳтә команда гѳлләмәләре лә үҙенсәлекле булды. Мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Әлиә Марс ҡыҙы Саматова белдереүенсә, сараларға бѳтә уҡыусылар ҙа ихлас әҙерләнгән һәм әүҙем ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Әлиә Марс ҡыҙы үҙе лә был байрамдың уртаһында ҡайнаны һәм Кѳҙ батшабикәһе ролен ихлас башҡарҙы.

***
Инйәрҙең 1-се мәктәбендә уҙған «Кѳҙгѳ бал» байрамы ла матур тәьҫораттарға бай булды.
Башланғыс кластар араһында уҙған «Уңыш байрамы»н уҡытыусылар М.А.Быкова менән А.Ф.Пронина үткәрҙе. Уҡыусылар кѳҙ, йәшелсә-емеш тураһында шиғырҙар һѳйләне, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы, тәбиғи материалдан аппликациялар, ҡул эштәре тәҡдим итте.
V-VII кластар араһында уҙған «Кѳҙһылыу-2013» байрамын Ә.М.Ғилманова алып барҙы. Сара күңелле һәм фәһемле конкурстар, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. «Кѳҙһылыу-2013» исеменә VI класс уҡыусыһы Лилиә Ғәлиәхмәтова лайыҡ булды.
VIII-XI кластар араһында «Күҙҙе ҡамаштырған кѳҙ» конкурсы уҙҙы. Уны Т. В. Фрелих алып барҙы. Командалар үҙҙәренең визит карточкаларын видео, йыр-бейеү ярҙамында мауыҡтырғыс, күңелле һәм фәһемле итеп тәҡдим итте. Һәр кластың эше маҡтауға лайыҡ ине, әммә XI класс уҡыусылары үҙҙәрен һәр яҡлап та бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күрһәтте һәм еңеү яуланы.
Ғѳмүмән, кѳҙ байрамдары һәр кем күңелендә яҡты тойғолар һәм хәтирәләр ҡалдырҙы.
З. Сѳләймәнова.

***
Манышты мәктәбендә башланғыс кластар араһында үткәрелгән «Уңыш байрамы»н уҡытыусы В.Х.Миһранова алып барҙы.
Кѳҙгѳ уңышҡа арналған шиғырҙар конкурсында Элина Суфиянова, Сәүиә Зарипова, Илшат Абдрахманов, Айҙар Зарипов еңеүселәр рәтенә сыҡты. Элина Суфиянова менән Сәүиә Зарипованың бейеүе күңелгә ятышлы булды. Ә бына тѳрлѳ йәшелсәләрҙе кешегә оҡшатып яһауҙа Рәфис Арсланов, Раяз Ғүмәров һәм башҡалар бик килештергән. Уҡыусылар шулай уҡ тѳрлѳ уйындарҙа әүҙем ҡатнашты, йомаҡтар систе. Шулай уҡ октябрь айында тыуғандарға бүләктәр таратылды. «Тыуған яғым хозурлығы» тип аталған һүрәттәр һәм фотолар күргәҙмәһе лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. «Уңыш байрамы» сәй табыны менән тамамланды.
Н. Миһранов.
Оставить комментарий