«Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис» күптәрҙең күңеленә хуш килде

Үткән аҙнала ҡала Мәҙәниәт һарайында Ирина Николаевна Ручкина етәкселегендә башҡорттар ѳсѳн беренсе тапҡыр “Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис” тип аталған ял кисәһе ойошторолдо. Кисәне Башҡорт халыҡ театры режиссеры Гѳлнара Ғилманова, режиссер ярҙамсыһы Гѳлнара Башарова, “Етегән” эстрада фольклор ансамбле етәксеһе Рәзилә Вәлиева, йырсы Луиза Мѳхѳтдинова, баянсы Иршат Шәғәлин, музыкаль яҡтан биҙәүсе Михаил Котов күңелле итеп алып барҙы.

Тамашасы ихлас ял итеп, кисәнән матур тойғолар менән ҡайтты.
Бынан тап бер йыл элек ҡала Мәҙәниәт һарайында «Ѳмѳт, ышаныс, мѳхәббәт» байрамына арнап «Йырлы ҡунаҡ» кисәһе ойошторола. Унда 40 йәштән ололар сәй табыны артында йыр-моң тыңлап, күңел асып, ял итеү мөмкинлегенә эйә була. Артабан Ирина Николаевнаның тырышлығы менән бындай кисәләр айына бер тапҡыр үткәрелә башлай. Мәҙәни ял итеүгә һыуһаған халыҡ ҙур теләк, кинәнес менән йөрөй бында. «Йырлы ҡунаҡ» кисәһе кешеләрҙең иң яратҡан ял итеү урынына әйләнә. Халыҡтың һәм ойоштороусыларҙың теләген иҫәпкә алып, ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Борисович Михайлов бындай кисәләрҙе айына ике тапҡыр үткәреүҙе һорай.

Шул ваҡытта «Тере шишмә» клубы коллективы башҡорт йыр-моңо, бейеү көйҙәре яңғыраған милли юҫыҡтағы кисә үткәреү идеяһын әйтә. Уны Мәҙәниәт һарайының Башҡорт халыҡ театры, «Етегән» фольклор ансамбле күтәреп ала.
Кисәгә халыҡ күп йыйылғайны. Тамашасы гармун көйөнә бейеп, йырсыларға ҡушылып йырлап, уйындар уйнап, ихлас күңел асты. Дуҫ-иштәрен байрамдары, тыуған көндәре менән ҡотланы. Бер-береһенә музыкаль сәләмдәрен еткерҙе. Теләүселәр үҙ һөнәрҙәрен дә күрһәтте. Ә инде таҡмаҡтар бәйгеһендә һәм башҡа уйындарҙа әүҙем ҡатнашыусыларға кисә аҙағында бүләктәр тапшырылды. Бында тыуған кѳнѳн билдәләүсе юбилярҙар ҙа килгәйне. Уларҙы ҡотлап, йырсылар йыр бүләк итте.

“Бындай ял кисәһен башҡорт телендә беренсе тапҡыр ойошторҙоҡ. Беҙҙең маҡсатыбыҙ - эш, тормош мәшәҡәттәренән арыған урта һәм оло быуын кешеләре ѳсѳн ял итеү, күңел асыу урыны ойоштороу. Башҡорт халыҡ театры, «Етегән» фольклор ансамбле ҡыҙҙары “Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис” тигән матур кисә ойошторҙо. Халыҡ кѳтѳлмәгәнсә бик күп йыйылды. Уларҙың ихлас ял итеүенә ҡарап, ѳмѳттәрен ҡәнәғәтләндергәнбеҙҙер, тип уйлайым. Тик ҡайһы берәүҙәр беҙҙең ял кисәһен “Аулаҡ ѳй”, йәғни димләү кисәһе менән бутай. Беҙгә халыҡ танышыу, димләшеү ѳсѳн түгел, ә тәмле сәй артында ял итеп, йырсылар, музыканттар менән туранан-тура аралашып, тыуған кѳндәрҙе үткәреп, күңел асыу ѳсѳн килә. Киләсәктә беҙҙең саралар тѳрлѳ темаларға, байрамдарға арналасаҡ. Әйткәндәй, киләһе кисәбеҙҙең ҡунағы - Динар Ғәниев буласаҡ. Кем дә кем был йырсыны ярата, уның менән яҡындан аралашырға теләй, кисәбеҙгә рәхим итегеҙ”, - ти Ирина Николаевна.
Ысынлап та, бына ошондай сәй табыны артында үткәрелгән айыҡ кисәләр халыҡ күңеленә хуш килә. Бындай саралар артабан да дауам итеп, һүнмәй, тамашасыны ҡыуандырһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий