“Мәҙәниәт - балҡышым да, яҙмышым да...”

Һөйләйәсәк геройым, әңгәмәсем – илаһилыҡ, гүзәллек, юғары зауыҡ, зыялылыҡ сығанағы булған һәм шул уҡ ваҡытта магнит һымаҡ үҙенә тартып, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һине үҙенән ебәрмәгән серле сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһынан. Үҙенең өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен районыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмова хаҡында булыр һүҙем. Ул ҙур баһаға лайыҡлы хеҙмәте менән ихтирам, хөрмәт ҡаҙанған, арҙаҡлы кешеләребеҙҙең береһе тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙының бит ҡарашынан уҡ ныҡлы ихтыярлы шәхес, һәр хәрәкәтенән тынғыһыҙ зат икәнлеге күренә. Үткер телле, йыйнаҡ фекерле. Бар булмышынан ихласлыҡ бөркөлөп тора. Бөтә кисерештәре – ҙур һорғолт күҙҙәрендә сағыла кеүек. Уның йөҙөндә заманыбыҙҙың хәҙерге ҡатын-ҡыҙын күрҙем, алдынғы ҡарашлы булыуына, йор һүҙлелегенә һоҡланып, Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙының тормош йомғағын һүтеүен йотлоғоп тыңланым.

Заманына күрә иң ҙур байрамдарҙың береһе – комсомолдың тыуған көнөндә Белореттың ябай тимерсе Абызбаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып Зәлифә донъяға килә. Атаһы Әхмәҙи Мостафа улы бик күренекле нәҫелдән була. Әммә ул үҙенең яратҡан һѳнәре - тимерсе булыуы менән ғорурланып йәшәй. Уны алтын ҡуллы оҫта булараҡ тирә-йүндә яҡшы беләләр һәм ихтирам итеп торалар. Әсәһе Сара Хәсән ҡыҙы Ямалова зирәк, уҡымышлы, тырыш ҡатын була. Улар ѳс балаһына ла матур итеп тәрбиә биреп, һәр ҡайһыныһына тормошта үҙенең лайыҡлы урынын табырға ярҙам итә. Зәлифә бала-саҡтан бик шуҡ, әүҙем, дәртле бала булып үҫә. Мәктәпкә уҡырға тѳшкәс тә, үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә. 1-се кластан уҡ йондоҙсоҡ командиры, унан пионер отряды командиры була. Юғары кластарҙа комсорг эшен алып бара. Бәләкәй саҡтан уҡ тасури итеп яттан шиғырҙар һѳйләргә ярата. Үҫә тѳшкәс, хатта хоббиға әйләнеп китә. Ҡыҙҙың матур һѳйләүенә ҡарап, 3-сѳ класта уҡығанда уҡ уны 4-се кластарҙың сығарылыш кисәһенә алып барыусы итеп ҡуялар. Ошо ваҡытта уның күңелендә тәүге тапҡыр үҫкәс мәҙәни эшмәкәр, йәғни нәфис һүҙ оҫтаһы булыу теләге бѳрѳләнә. Мәктәптә уҡып йѳрѳгәндә уҡ йыл һайын ҡала Мәҙәниәт һарайында үткәрелгән художествалы үҙешмәкәрҙәр смотрында алып барыусы булып килә. Уҡыуҙы тамамлағас, хыялын тормошҡа ашырып, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Тик ғаилә хәлдәре арҡаһында ситтән тороп уҡырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың кинопрокатында редактор булып хеҙмәт юлын башлай. Кинопрокаттың директоры Нина Дмитриевна Бардина йәш ҡыҙға был эштең серҙәренә тѳшѳндѳрѳп, тәжрибә тупларға ярҙам итә.

Үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән Зәлифә эшкә дәррәү тотона. Яңы киноларҙы рекламалап, ҙәңгәр экранға сыға. Был йылдарҙа Белорет кинопрокаты һәр саҡ планын артығы менән тултырып, республика буйынса алдынғылыҡты ҡулынан ебәрмәй, гел генә күсмә ҡыҙыл байраҡ уларҙа була. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙының 10 йыл дәүерендәге тырыш хеҙмәте баһаһыҙ ҡалмай, уға ѳлгѳлѳ эше ѳсѳн “Рәсәйҙең почетлы кинематографисы” тигән ҙур исем бирелә. Зәңгәр экранға сығып, үткер теле, һомғол буйы, нәфислеге менән әсир иткән Зәлифә Әхмәҙиевнаны комбинаттың теле-радиоһына эшкә саҡыралар. Кинопрокат эшен ни тиклем генә яратһа ла, тормош киңлектәрен иңләү, үҙенең һәләтен тѳрлѳ ѳлкәлә һынап ҡарау, эҙләнеү ниәтендә телевидениеға эшкә килергә ризалаша. Шулай итеп, ҡулына диктофон тотоп, ҡултығына ҡағыҙ ҡыҫтырып, комбинат буйлап йүгерә башлай. Ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы теле, радио тапшырыуҙар эшләй. Был эштә уның күңеленә хуш килә.

Ситтән тороп, Силәбе институтының “Мәҙәни-ағартыу эштәрен ойоштороусы методисы” һѳнәре буйынса уҡырға инә. Уҡыуын да, эшен дә алып бара, матур итеп ғаиләһен дә ҡора. Стәрлетамаҡта уҡыған саҡта Вәсил исемле егет менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләй улар. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы ике балаға ғүмер бүләк итә. Һәр яҡтан килгән, егәрле, уңған ҡатын бер ваҡытта ла иғтибар үҙәгенән тѳшмәй. Комбинаттың теле-радиоһында эшләүенә 5 йыл тигәндә уға мәҙәниәт бүлеге мѳдире вазифаһын башҡарыуҙы тәҡдим итәләр. Тик Зәлифә Әхмәҙиевна ризалашмай, сѳнки балалар бәләкәй, етмәһә күңел һалып эшләгән эшен дә ташлағыһы килмәй. Бер кѳн горком партияһына саҡырып алаларҙа һорап та тормайынса приказ менән мәҙәниәт бүлеге мѳдире итеп ҡуялар.

“Был кѳндѳ мин горкомдан сыҡтым да, ѳйгә ҡайтып еткәнсе үкреп иланым. Эштең ниндәй яуаплы, ҡатмарлы буласағын белә инем. Ялһыҙ аҙналар, йоҡоһоҙ тѳндәр һәм ғаилә ныҡлығына һынау кѳтә ине мине,” - тип хәтирәләргә бирелде Зәлифә Әхмәҙиевна. Шулай итеп һынауҙарға бирешмәй, ҡаршылыҡтарҙан ҡаушап тѳшмәй, ғүмер буйы ошо вазифаны башҡарған кешеләй эшләп алып китә. Ҡасандыр был бүлектә бер үҙе эш башлаһа, бѳгѳн мәҙәниәт бүлеге коллективында 22 кеше иҫәпләнә. Ул етәксе булараҡ тәрән аҡыллы, тѳплѳ фекер йѳрѳтѳүе, ғәҙел булыуы менән абруйлы. Ҡалала музыка, художество мәктәбе асыуҙа, китапханаларҙы үҫтереүҙә, милли йолаларҙы тергеҙеүҙә Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙының роле ҙур. Бѳгѳнгѳ кѳндә заманса йыһазландырылған 15 модель китапхана, бынамын тигән ҡала крайҙы ѳйрәнеү музейы эшләп килә. Урындағы бюджеттан 10 миллион һум аҡса бүленеп, “Дефицит” театрына капиталь ремонт яһалған. Әүжән музыка мәктәбе янғандан һуң, икенсе бинаға күсерелә һәм яңынан тѳҙѳкләндереүгә 6 миллион һум аҡса сарыф ителелеп, тергеҙелә. Мәҙәниәт ѳлкәһен үҫтереүгә матди яҡтан ярҙам итеүсе элекке муниципаль район хакимиәте башлығы Н. П. Максимовҡа, хәҙерге муниципаль район хакимиәте башлығы В. Г. Мироновҡа һәм муниципаль район Советы рәйесе Е. Я. Карепановҡа, бергә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И. С. Теләүбаевҡа ҙур рәхмәтен белдерә Зәлифә Әхмәҙиевна.

Әйткәндәй, З.Ә. Әғләмова етәкселегендә ойошторолған конкурстар, байрам саралары һәр саҡ төплө уйланған һәм ныҡлы әҙерлек менән юғары кимәлдә үтә. Мәҫәлән, «Белорет йондоҙҙары», «Ҡышты оҙатыу», «Казанская икона Божией Матери» кеүек байрамдар инде йылдар буйы бик матур итеп ойошторолоп, үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы районда башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә лә күп көс һала. Уның тырышлығы, ныҡышмалылығы арҡаһында Белорет музыка мәктәбендә Дамир Хәсәнов етәкселегендә ҡурай класы асыла, Шығай ауылында 2 йыл һайын Талип Латипов һәм Әбделғәфи Хәлфетдиновтың исемдәренә ҡурайсылар конкурсы ойошторолоп килә, ә быйыл инде беренсе тапҡыр Әхмәр ауылында Ғәли Хәмзин исеменә йырсылар бәйгеһе уҙғарыласаҡ. «Янымда әгәр уңған, эшһөйәр, талантлы коллегаларым булмаһа, әлбиттә, уйлаған, ниәт иткән эштәремде яңғыҙ ғына атҡарып сыға алмаҫ инем. Шуға күрә үҙемдең бөтөн коллегаларыма һәм үҙҙәренең эштәрен намыҫ менән башҡарған ауыл мәҙәнтәт йорто мөдирҙәре, хеҙмәткәрҙәре – Гүзәл менән Владимир Серёгиндарға, Клара Миграноваға, Ольга Овчинниковаға, Рәйлә Вәлиеваға, Илгиз Сәғәҙәтовҡа, Лариса Власоваға, Гүзәл менән Иршат Шагалиндарға, Сәғирә Шәрәфутдиноваға, Мәҙинә Йомағужинаға, Йәмилә Сәлимйәноваға оло рәхмәтемде еткерәм,”- ти Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы.

2014 йылды «Мәҙәниәт йылы», тип иғлан иттеләр. Был йылда З. Әғләмова эшенә бәйле уй-теләктәренең тормошҡа ашыуын өмөт итә. Эйе, уны иң борсоған проблемаларҙың береһе – ҡала Мәҙәниәт һарайының авария хәлендә булыуы. 2010 йылда уҡ яңы Мәҙәниәт һарайы төҙөүгә проект әҙер була, хатта әҙерлек эштәренә 33 миллиондан ашыу аҡса тотонола. Әммә артабан дауам итергә матди ярҙам булмағанлыҡтан, башланған эш туҡтап ҡала. Асы, Тирлән ауылдарының мәҙәниәт йорттары ла шул уҡ хәлдә. Шулай ҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төшөнкөлөккә бирелмәй, киләсәктә бөтәһе лә ыңғай хәл ителеүенә өмөт итеп, күңелдәрен һалып, ижад итәләр. Әйтерһең дә, уларға етәкселәре Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы үҙенең дәрте менән эшләргә көс бирә.

“Һәр кем ғүмер сылбырын үҙенсә һүтә, үҙенә һәм ҡылған эштәренә үҙенсә баһа бирә. Мин дә үткән тормошома боролоп ҡарайым да йәшәлгән ғүмерем ѳсѳн үкенмәйем. Мәҙәниәт ѳлкәһе - ул минең шатлығым да, балҡышым да, яҙмышым да,” - тип тамамланы һүҙен ҡәнәғәт йылмайып Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмова. Әйткәндәй, Зәлифә Әхмәҙиевна ошо кѳндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади дәрт, барлыҡ уй-ниәттәре ғәмәлгә ашыуын һәм киләсәктә лә тормош бейеклектәрен яулап, яңынан-яңы уңыштар ҡаҙанып йәшәүен теләйбеҙ.
Нурия Шәрипова.
Э. Мѳхәмәҙиеваның фотоһы.
Оставить комментарий