Ынйы бөртөгөнә бәрәбәр - “Еңгәләр”

Асы халҡы сәмле, тырыш, йыр-моңға әүәҫ булыуҙары менән айырылып тора. Шуға күрә “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле районыбыҙҙың йѳҙѳк ҡашына әйләнеүе лә осраҡлы түгел. Үҙҙәренең ижады менән тамашасы күңелен арбап ѳлгѳргән халыҡ ансамбле кѳндән-кѳн тыуған яғыбыҙҙың мәртәбәһен арттыра. Улар районда ғына түгел, хатта республика кимәлендә үткән сараларҙың һәр саҡ уртаһында ҡайнай. “Еңгәләр”ләрҙең күңел дәрте, бай илһамына һоҡланырға ғына ҡала.


Бынан ике тиҫтә йыл элек Арыҫлан Мѳбәрәковтың һәйкәлен асырға Асы ауылына Башҡортостандың элекке Президенты Мортаза Рәхимов килә. Ил башлығын ҡаршыларға Сермәндән “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамблен саҡыралар. Шул саҡта асылар күңелен ошолай итеп үҙебеҙ ҙә йырлай алабыҙ бит, тигән сәм сорнап ала. Ауыл хакимиәтенең ул ваҡыттағы эштәр идарасыһы Ғәтиә Сәлимйәнова, мәҙәниәт йорто директоры Рәшиҙә Насипова, мәҙәниәт йортоның художество етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова кәңәшләшеп, ауылдың йыр-моңға әүәҫ апай-инәйҙәрен йыйып, ансамбль ойоштороп ебәрә. “Еңгәләр”ҙең тәүге составында математика уҡытыусыһы, күңеле менән сәнғәт яратҡан Сания Ғарипова, мәҙәниәт йорто йырсыһы Гѳлгѳнә Харрасова, Ғәтиә Сәлимйәнова һәм һаман да ансамблдә йѳрѳүсе, ветеран-уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы, сәсәниә, сценарийҙар, таҡмаҡтар авторы, Сәсәндәр конкурстары ларуеаты Фәнүзә Ғарипова, мәҙәниәт йорто директоры, ансамблдең етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова, музей хеҙмәткәре Сәриә Шәрәфетдинова, инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Ғарипова, китапханасы Флүзә Сѳләймәнова була. Йылдар үтеү менән “Еңгәләр”ләрҙең сафына тағы ла таланттар ѳҫтәлә бара. «Оҙон кѳй» лауреаты, «Юлдаш йыры - 2011» конкурсында II урын, Ғәли Хәмзин исемендәге I Район вокалистар конкурсында I урын яулаусы Фәриҙә Ноғаманова, Асы ауылы хакимиәте башлығы Фәрхәнә Сәлимйәнова, Арыҫлан Мѳбәрәков музейы мѳдире Айһылыу Ғарипова, шифахана хеҙмәткәре Лилиә Ғарипова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Зѳһрә Түләбаева, Ғәлиә Сәлимова һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе егеттәр – Рафаэль Сѳләймәнов менән Рафаэль Сәлихов бѳгѳнгѳ кѳндә “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамблен тулыландыра.

“Беҙҙең ансамблгә ауылдың иң талантлы, дәртле, ихлас, егәрле кешеләре йыйылған. Һәр береһе мәрйен бѳртѳгѳнә тиң. Берәүһе генә булманы икән, тимәк мәрйендәрҙән йыйылған ансамблебеҙ бѳтѳн түгел. Әгәр ҙә арабыҙҙа берҙәмлек, бер-беребеҙгә ихтирам булмаһа бѳгѳнгѳ уңыштарыбыҙға ла ѳлгәшә алмаҫ инек. Шулай уҡ рухи яҡтан терәк булыусы, коллективты ҡанатландырыусы, ижади дәрт биреүсе мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмоваға, бүлек методисы Фәнисә Әхмәтша ҡыҙы Шәрәфетдиноваға, Асы ауылы хакимиәте башлығы Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы Сәлимйәноваға, Асы шифаханаһы директоры Буранбай Нәсим улы Ялаловҡа һәм милли костюмдар бүләк итеүсе изге күңелле, йомарт Хәмзә Хажиға коллектив ҙур рәхмәт белдерә”, - ти “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова.

Халыҡ йырын, халыҡ моңон таратыусы “Еңгәләр”ҙе ойоштороу, халыҡ фольклор ансамбле статусын алыу еңелдән бирелмәй. Бының ѳсѳн күпме кѳс, юғары кимәлдәге әҙерлек талап ителә уларҙан. Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән халыҡ мәҡәле. “Еңгәләр”ҙә тырышлыҡтары, берҙәмлектәре арҡаһында районда ғына түгел, республика кимәленә сығып, 2007 йылда “Салауат йыйынында” тирмәләр буйынса конкурста беренселекте яулай. Унан Стәрлетамаҡта уҙғарылған “Ашҡаҙар таңдары” байрамында ике тапҡыр ҡатнашыу бәхете тейә уларға. Тормош дәрте, йыр-моңға һөйөү уларға илһам бирә, ҡанат ҡуя. Бер-бер артлы тѳрлѳ конкурстарҙа ҡатнашыуҙары, Рәмил Ғәйзуллин, Рәис Исмәғилев кеүек арҙаҡлы яҡташтарҙың юбилей кисәләренә саҡырылыуҙары, Ѳфѳләге Иҙел башы ойошмаһы үткәргән сараларҙан ҡалмай әүҙем йѳрѳүҙәре “Еңгәләр”ҙең лайыҡлы ижадына дәлил. Улар башҡорт халҡының “Килен һѳйѳү”, ”Һалдат оҙатыу”, ”Ҡатыҡ тәмләү”, “Бирнә әҙерләү”, “Бала һатыу”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Нардуған”, “Шәжәрә”, “Мѳсә ашау”, “Йыуаса ашау”, “Ҡунаҡ һыйлау” кеүек йолаларын сәхнәләштереп, милли хазинабыҙҙы йәш быуынға пропагандалай. Туйҙарҙа “Килен һѳйѳү” йолаһын бик ихлас башҡаралар. Ҡайҙа ғына саҡырһалар ҙа баш тартмай, күңел һалып ҡатнаша улар. Бәлки, шуғалыр ҙа конкурстарҙан йыш ҡына еңеү менән ҡайталар. Район һабантуйында ла йыл һайын тиерлек Гран-приҙы, йә булмаһа I, II урынды яулайҙар. 2012 йылда үткәрелгән “Инйәр хазиналары” район смотр-конкурсында ла Гран-при уларға эләкте.

“Еңгәләр” ҙең ижад ҡомары йылдан-йыл арта ғына. Улар буш ултырырға яратмай, ауылда, ошо тѳбәктә, районда үткәрелгән һәр бер байрамда ҡатнашып, үҙҙәренең ҡабатланмаҫ ижады менән халыҡтың күңелен арбай.
Коллектив үҙенең халыҡсан, күркәм сығышы менән милли сәнғәтебеҙҙең ҡиммәтле ынйы бөртөгөнә бәрәбәр, тиһәк һис тә хилаф булмаҫ.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий