Исмаҡайҙа - “Яныбай Хамматов һабаҡтары”

Күренекле яҙыусы, яҡташыбыҙ Яныбай Хаммат улы Хамматовтың исеме һәр кемгә яҡшы таныш. Инде бер нисә быуын уның романдарын уҡып үҫә. Белорет районында барған ваҡиғаларҙы һүрәтләүе менән уның әҫәрҙәре райондаштарында тағы ла кѳслѳрәк ҡыҙыҡһыныу уятты. Биш романды берләштергән - “Бѳртѳкләп йыйыла алтын” пенталогияһы XX быуат башынан беҙҙең кѳндәргә тиклем Башҡортостандың алтын сығарыу тарихын сағылдыра, эшселәр тормошон, хеҙмәтен һүрәтләй. Был хеҙмәте ѳсѳн уға 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының Салуат Юлаев исемендәге премия бирелә.
Районда яҡташыбыҙҙың исемен мәңлеләштереү маҡсатында күп эштәр эшләнә. Ҡаланың 22-се гимназияһы Яныбай Хамматов исемен йѳрѳтә. Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза ѳлкәһендә актив эшләүселәргә Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылды. “Яныбай Хамматов һабаҡтары”н үткәреү ҙә яҡшы йолаға әйләнгән.

Үткән аҙнала “Яныбай Хамматов һабаҡтары” яҙыусының тыуған ауылында - Исмаҡайҙа үтте. Арҙаҡлы яҡташыбыҙға арналған сараға райондың тѳрлѳ мәктәптәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары, уҡыусылар ҡатнашты.
Исмаҡайҙар ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршыланы. Күптәрҙең ауылға тәүге килеүе, шуға ла улар тѳпкѳлдә бѳтә шарттары ла булған шундай матур мәктәп барлығына һоҡланыуҙарын йәшермәне. Тәүҙә фойела мәктәп директоры Ғәфифә Нәҡип ҡыҙы Хитауллина ҡунаҡтарҙы сәләмләне, кѳн тәртибе менән таныштырҙы.

Бер тѳркѳм уҡытыусылар Исмаҡай мәктәбе уҡытыусыларының асыҡ дәрестәрен ҡарарға таралашты. Әнисә Салауат ҡыҙы Хәйбуллина II-IV кластарҙа “Халҡымдың бѳйѳк улдары”, Хәмдиә Ғәлимйән ҡыҙы Йосопова VIII класта физика дәресендә “Яныбай Хамматов техник прогресты күҙаллаусы” Ғәфифә Нәҡип ҡыҙы Хитауллина V класс ѳсѳн “Бѳртѳкләп йыйыла алтын” романы буйынса йомғаҡлау дәрестәрен күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта Яныбай Хаммат улының тормошо һәм ижады буйынса викторина, тасури уҡыу бәйгеһе, эҙләнеү эштәре конкурсы үткәрелде. Аҙаҡ ҡунаҡтарҙы крайҙы ѳйрәнеү музейына эскурсияға саҡырҙылар. Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужаҡова музейҙағы экспонаттарҙы кемдәр биреүе, алтын ҡаҙыуҙа ҡулланылған эш ҡоралдары тураһында һѳйләне.
Ауыл клубында Яныбай Хамматовты белгән кешеләр менән осрашыу үткәрелде, шулай уҡ еңеүселәрҙе лә ошо сара ваҡытында тәбрикләнеләр. Осрашыуҙы алып барыусы Ләлә Салауат ҡыҙы Хәйбуллина ҡунаҡтар менән таныштырҙы, Яныбай Хамматов әҫәрҙәрендә ауылдың тарихы яҙылыуына миҫалдар килтерҙе. Зѳлфирә Сѳләймәнова һүҙҙәренә һәм Мѳхәррәм Сәлимов кѳй яҙған “Исмаҡай” йырын башҡарҙылар. Исмаҡай уҡыусылары башҡарыуында “Ҡортсолар” бейеүен үҙенсәлекле итеп ҡуйҙылар. Шулай уҡ яҡыусының әҫәренән ѳҙѳктѳ сәхнәләштерҙеләр. Ауылдың оло быуын кешеләре Рәхит Ҡыйбат улы Хәлитов, Гѳлсәғиҙә Ғәбит ҡыҙы Ҡужакова, Фәридә Фәсхетдин ҡыҙы Хәйбуллина яҙыусы менән булған осрашыуҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ауылдаштарын тәбрикләп “Ерҙе файҙаланыу” предприятиеһы директоры Хафиз Мѳжәүир улы Иҙрисов сығыш яһап:
- Бѳгѳн беҙ ултырған мәктәп тә Яныбай Хамматовтың исеменән сығып тѳҙѳлдѳ. Ул беҙҙең арала булмаһа ла, уның исеме ярҙам итте. Беҙҙең ауылдың тарихы уның әҫәрҙәрендә сағыла. Яҡташыбыҙға киләһе йыл 90 йәш тулған булыр ине. Ошо айҡанлы уға “Белорет районының Почетлы гражданины” тигән исем бирергә кәрәк, - тине.

Ҡаланың 20-се мәктәбе директоры Зәйнәб Кинйәбай ҡыҙы Собханғолова ла яҙыусы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәм шундай бѳйѳк яҙыусыға әлегә тиклем “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән исем бирелмәүе мәсьәләһен күтәрҙе. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гѳлназ Ғәзиз ҡыҙы Байрамғәлина яҙыусы әҫәренән ѳҙѳктѳ яттан һѳйләүе, Зѳһрә Үтәғолованың яҡташыбыҙға арнап яҙған шиғырҙы уҡып ишеттереүе үҙенсәлекле килеп сыҡты. Сараның һуңғы нѳктәһе “Яныбай Хамматов эҙҙәренән” тип аталған экскурсия булды. Унда уҡыусыларҙы Исмаҡай ауылындағы иҫтәлекле урындар менән таныштырҙылар.

... Иртәнсаҡ, Исмаҡайға етәрәк, Хафиз Мѳжәүир улынан: “Исмаҡай алтын ѳҫтѳндә ултыра. Ауылдаштарығыҙ алтын йыуамы?” - тип ҡыҙыҡһындыҡ. “Юҡ, улар алтын эҙләмәй, сѳнки алтындың тик яуызлыҡ ҡына алып килгәнен яҡшы беләләр”, - тине. Нәҡ ошо фекер Яныбай Хамматовтың “Бѳртѳкләп йыйыла алтын” пентологияһында ла сағыла. Тимәк, яҙыусы үҙ әҫәрҙәре аша яҡташтарына тѳп фекерен еткерә алған. Күпме кеше ошо алтын, байлыҡ тип һәләк була. Шуға ла һәр кем тормошта тѳп алтын - кеше, хеҙмәт һәм тырышлыҡ икәнен аңларға тейештер. “Яныбай Хамматов һабаҡтары” ла ошо фекерҙе йәш быуынға еткерҙе.
Р. Мусина.
Э. Мѳхәмәҙиева фотоһы.
Оставить комментарий