Еңеп ҡайтты әүжәндәр

Әүжән художество мәктәбе уҡыусылары Гүзәл Мирза ҡыҙы Серегина етәкселегендә “Таланттар палитраһы” Халыҡ-ара конкурс-фестиваленең Ѳфѳлә уҙғарылған I этабында ҡатнашып, еңеү менән ҡайттылар.

Әүжәндәр элек-электән рус милли йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡарыуҙары һәм йыр-моңға әүәҫлектәре менән районыбыҙҙа билдәле. Республика кимәленә сығып, үҙҙәрен һынатманы улар. 19 ғинуарҙа Ѳфѳ ҡалаһында үткәрелгән конкурс-фестивалдең I этабында Әүжән художество мәктәбенең 15 уҡыусыһы ҡатнашты. Улар Гүзәл Мирзевна етәкселегендә «Авзянские сипение» (Әүжән ғыжылдауы) тип аталған рус халҡы йолаһын күрһәтә. Һәм “Халыҡ вокалы” номинацияһында I урынды алалар.

“Был бик боронғо йола. Ул әлеге ваҡытта Әүжән халҡында һаҡланып ҡалған. Кистән уҡ халыҡ, ѳйҙгә йыйылып йырлар булғанһ. Таңғатабан йырсыларҙың тауышы бѳтѳп, ҡарлыға башлаған. Бына шунан сығып, был йола “Әүжән ғыжылдауы” тип аталған да инде. Йоланы сәхнәләштереүҙә 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Уларҙың ихласлығы, тырышлығы һәм йыр-моңға һәләттәре беҙгә еңеү булып ҡайтты. Мин уҡыусыларым менән ғорурланам һәм алдағы һынауҙарҙа ла бирешмәүҙәренә ышанам,” - ти Гүзәл Серегина.
Әйткәндәй, әүжәндәрҙең еңеүе бының менән генә тамам түгел, улар “Таланттар палитраһы” Халыҡ-ара конкурс-фестиваленең II этабында ҡатнашасаҡ. Ул апрелдә Санкт-Петербург ҡалаһында уҙасаҡ. Яҡташтарыбыҙға тағы еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий