Мауыҡтырғыс фәндәр донъяһына сәйәхәт

Ҡаланың крайҙы ѳйрәнеү музейында Ѳфѳнѳң «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы күргәҙмә ойошторҙо. Күргәҙмә ай аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Бынан бер йыл элек Ѳфѳлә «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы асыла. Ул республикала берҙән-бер мауыҡтырғыс фәндәр музейы булып тора. Музейҙы ойоштороуға һәм асыуға уның директоры Айрат Марат улы Сәйфуллин ҙур тырышлыҡ, кѳс һала.

Тәүге экскурсияны Айрат Марат улы үҙе алып барҙы. Ул һәр экспонат менән яҡындан таныштырҙы.
Күргәҙмәлә физика закондарына тѳшѳнѳү, үҙ күҙҙәрең менән күреп, оптик иллюзияларҙың серен асыу балалар ѳсѳн генә түгел, хатта ата-әсәләрҙә һәм ололарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда кинематография асылына тѳшѳнѳргә, Никол Тесла йәшен тубын һәм нисек итеп тауыштарҙың сығыуын күрергә, һабын ҡыуыҡсаһы эсендә тороп ҡалырға, тауыш тиҙлеген һанап сығарырға һәм дуҫыңдың күләгәһен тѳшѳрѳргә, ракета ебәрергә һәм һыуыҡ һыуҙы ҡайнатырға, бер бармаҡ менән генә ауыр герҙы күтәрергә, сѳйһѳҙ генә күпер тѳҙѳргә, ҡулдың етеҙлеген, тауышыңдың кѳсѳн тикшереп ҡарарға мѳмкин.

Шулай уҡ спирограф, гармонограф һәм пантограф менән һүрәт тѳшѳрѳп ҡарарға һәм осцилиндроскоп, праксиноскоп, стробоскоптар менән танышыу мѳмкинлеге булды. Ғѳмүмән, унда мауыҡтырғыс фәндәр һәм техника донъяһына башкѳлләй сумырға мѳмкин ине.
Был күргәҙмә ысын мәғәнәһендә ике бүлмәгә генә һыйған бәләкәй генә сихри донъяны хәтерләтте. «Интеллектус»тың күргәҙмәһенә сәйәхәт балаларҙа ғына түгел, ѳлкәндәр күңелендә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр.
Нурия Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий