“Халыҡтар дуҫлығы” фестивале үтте

Үткән аҙнала ҡаланың 25-се башҡорт балалар баҡсаһында мәҙәниәт йылына арналған “Халыҡтар дуҫлығы” фестивале булып үтте. Унда ҡаланың 29-сы, 24-се, 9-сы, 15-се, 19-сы һәм Ломовка ҡасабаһы балалар баҡсалары ҡатнашты. Фестивалдә балалар башҡорт, рус, татар, украин, марый, казак милләттәренең мәҙәни культураһын сағылдырып, ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтар дуҫлығын тағы бер ҡабат иҫбатланы.

“Халыҡтар дуҫлығы” фестивале III этапта үтте. Визиткала балалар үҙҙәре һайлаған милләттең культураһы менән таныштырһалар, II этапта инде борон-борондан килгән милли уйындарҙы сәхнәләштерҙеләр. Иң һуңында кескәйҙәр үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, тѳрлѳ халыҡтарҙың милли йырҙарын йырланылар һәм бейеүеҙәрен бейенеләр. Байрамда ҡатнашыусы һәр балалар баҡсаһы был сараға ихлас әҙерләнгәйне. Күҙҙең яуын алырлыҡ милли костюмдар һәм балаларҙың үҙ образдарын килешле итеп башҡарыуҙары һоҡландырҙы. Фестиваль бик күңелле һәм ойошҡан барҙы. Кескәйҙәрҙең сығышын компетентлы жюри баһаланы. Жюрила муниципаль райондың мәғариф идаралығының мәктәпкәсә тәрбиә эштәре бүлеге методисы М.Е. Щербакова (методист по дошкольному воспитанию МКУ Управление образования Щербакова М.Е.), милли мәғариф буйынса методист Л.Х. Әхмәтшина (методист по национальному образованию Ахметшина Л.Х ) . һәм 25-се башҡорт балалар баҡсаһы мѳдире Т.Н. Бүләкбаева булды. Һәр балалар баҡсаһының сығышы номинацияларҙа баһаланды һәм улар дипломдар менән бүләкләнде. Ә инде фестивалдә ҡатнашыусы балаларҙы тәм-том менән һыйланылар.

“Беҙҙең республикала 100-гә яҡын милләт йәшәй. Бѳгѳнгѳ фестиваль милләттәр культураһының балҡышын хәтерләтә һәм халыҡтар дуҫлығын нығыта. Ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе милләттәр ҙә бер бѳтѳн булып, татыу йәшәргә тейеш. Берҙәмлек тойғоһон беҙ балалар күңеленә кескәй саҡтан уҡ һеңдерергә бурыслы,” - тине фестивалде тамамлап, Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы.
Н. Шәрипова.
Оставить комментарий