Науруз байрамы гѳрләне

Ошо кѳндәрҙә мосолман халыҡтары матур байрамды билдәләп үтте. Ул Науруз байрамы. Был байрам Урта Азияла, йәғни фарсы, таджик халыҡтарында килеп сыға. Наурузды март айында кѳн менән тѳн тигеҙләнгән ваҡытта байрам итәләр. Шулай итеп йылдар үтеү менән был яҙ байрамын беҙҙең халыҡта ла үткәрә башлайҙар. Үткән аҙнала асылар Наурузды матур итеп ойоштороп, балаларға һәм ауыл халҡына оло байрам эшләнеләр.

Байрам сәхнәләштерелгән тамаша менән башланып китте. Әкиәттә тѳп геройҙар – Науруз һылыу, Ҡыш, Яҙ, Мәскәй әбей, Шүрәле булды. Сараны Асы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторғайны. Байрамға тамашасыны ла йәлеп итте улар. Балаларҙан тѳрлѳ йомаҡтар систерҙеләр, һынамыштар әйттерҙеләр. Ғәлина Луиза етәкселегендәге “Ләйсән” бейеү ансамбле бейеүселәре Нәргиз Сафина, Валерия Тугульбаева, Регина Кәримова, Ксения Мавлина үҙҙәренең ҡабатланмаҫ, нәфис бейеүҙәре менән саран йәмләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы Шәүрә Ғарипова IV синыф уҡыусылары менән яҙ миҙгеленә бағышланған композиция әҙерләгәйне. Уҡыусылар арҡан тартышыу кеүек тѳрлѳ уйындарҙа ҡатнаштылар. Науруз байрамы ауыл халҡы тарафынан бешерелеп алыпкилгән ыуыҙ ҡоймағын тәмләп, тәмле итеп сәй эсеү менән тамамлданды.
Н. Шәрипова.
Оставить комментарий