“Шүрәле иле” - беҙҙә ҡунаҡта

“Тап Ҡазан артында барҙыр бер ауыл. Ҡырлай, тиҙәр. Кѳй ѳсѳн тауыҡтары йырлай, тиҙәр...” тип башлана бѳйѳк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың “Шүрәле” әҫәре. Халыҡсан әҫәрҙәре менән бѳтә донъяла танылыу яулаған шағирҙың тыуыуына быйыл 128 йыл. Шул айҡанлы Башҡортостандың Н.Латфуллин исемендәге хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейы, Татарстандың һүрәтләү сәнғәте дәүләт музейы һәм Мәскәүҙәге Марджани фонды тарафынан “Шүрәле иле” картиналар күргәҙмәһе ойошторола.

Ғѳмүмән, бындай фантастик күргәҙмәне ойоштороу идеяһы ѳс йыл элек Ѳфѳ рәссамдары Салауат Ғиләзетдинов менән Вәсил Ханнановтан сыға. 2011 йылда шағирҙың тыуыуына 125 йыл була, ошо уңайҙан Шүрәленең 125 образын тыуҙырырға ҡарар итәләр. Унда профессиональ һәм йәш рәссамдар ҡатнаша ала, тик улар берешәр генә картина тәҡдим итергә тейеш була. Тәүге күргәҙмәлә 125 түгел, ә бѳтә Рәсәйҙән йыйылған 127 рәссам ҡатнаша һәм Шүрәлене тѳрлѳсә һүрәтләгән 127 картина хасил була. “Шүрәле иле” картиналар күргәҙмәһе Ѳфѳнѳң Картиналар һәм “Хазина” милли художество галереяларында, Ҡазанда, Мәскәүҙә ойошторола. Марджани фонды бында ижад итеүсе балаларҙы ла йәлеп итә. Шулай итеп, күргәҙмәлә йылдан-йыл картиналар һаны артып, быйыл ул 8 меңгә хәтлем барып етә.
Бѳгѳнгѳ кѳндә серле “Шүрәле иле” картиналар күргәҙмәһе ҡаланың картиналар галереяһында бара. Унда профессиональ рәссамдарҙың һәм Рәсәйҙең тѳрлѳ ҡалаларындағы йәш ижадсыларҙың, йәғни 5 йәштән алып мәктәп йәшендәге балаларҙың һүрәттәрен күрергә мѳмкин. Ҡаланың компьютер мәктәбе уҡыусыларының эштәре лә күргәҙмәлә урын алған.
Бында май, гуашь буяуҙары, графика менән башҡарылған һүрәттәрҙән тыш, ағастан, тимерҙән, ҡағыҙҙан эшләнгән, кейеҙҙән һуғылған әкиәт образы - Шүрәлене күрергә мѳмкин. Хатта әкиәт геройының бала сағын, йә олоғайған мәлен, хәҙерге заман Шүрәлеһен дә. Күргәҙмә ай буйы бара. Сәнғәткә, бѳйѳк шағир ижадына битараф түгелһегеҙ икән, барығыҙ, күрегеҙ.
Нурия Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий