“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте

Учалы ҡалаһында Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының хореография буйынса тѳбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Унда Учалы районы һәм ҡалаһы, Әбйәлил, Белорет, Бѳрйән райондары, Межгорье ҡалаһының музыка мәктәптәре ҡатнашты.

Конкурс юғары кимәлдә ойошторолдо һәм бик кѳсѳргәнешле булды: 17 яңғыҙ башҡарыусы, 9 бәләкәй һәм 20 ҙур ансамблдәр кѳс һынашты. Араларында “үрнәкле” тигән исем йѳрѳтѳүселәре лә бар ине. Шулай булһа ла Сермән музыка мәктәбенең “Йондоҙ” ансамбле һынатманы һәм ҙур уңышҡа ѳлгәште. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Ләйсән Низаметдинова I урын яуланы. Ансамблдең бәләкәй, тѳп тѳркѳмдәре лә I урын алды. Сермән музыка мәктәбе директоры Әлфиә Мидхәт ҡыҙы Идиәтуллинаға хореография бүлеген үҫтергәне, һаҡлағаны ѳсѳн Рәхмәт хаты тапшырылды.
Әлбиттә, был уңыш артында педагогтарҙың ҙур хеҙмәте тора. “Йондоҙ” ансамбленең етәкселәре Зинира Харис ҡыҙы Дәүләтова менән Елена Николаевна Ағзамова балаларҙа бейеүгә һѳйѳү уятыуға ҙур кѳс һала, бар күңелдәрен һалып эшләйҙәр.
Еңеүҙе, әлбиттә, бѳтә коллективтың хеҙмәт емеше тип ҡабул итергә кәрәктер. Музыка мәктәбе директоры Ә.М. Идиәтуллина Сермән ауыл хакимиәте башлығы А.З. Әйүповҡа һәм Сермән балалар йорто директоры Н.Ғ. Хәмзинға ла транспорт менән ярҙам иткәндәре ѳсѳн рәхмәт белдерә.
Каникул ваҡытында худо-жество бүлеге уҡытыусыһы Рәзидә Әбдрәхим ҡыҙы Шаһиева Санкт-Петербург ҡалаһында “Вокал буйынса “Фелт ФЕСТ” тигән фестивалдә ҡатнашып, диплом һәм музыка мәктәбе етәкселеге исеменә Рәхмәт хаты алып ҡайтты.
Тағы ла бер уңыштары менән Сермән музыка мәктәбе уртаҡлашты: ике йылға бер ойошторолған “Котовасия” Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан Нурия Хажина (14-17 йәштәр араһында) - I, Озер Самирхан (5-7 йәштәр араһында) II урын яулап, лауреат исеменә лайыҡ булған.

Р. Мусина.
Оставить комментарий