Һабантуйҙа гѳрләштек, йырлап-бейеп, кѳрәштек

Һабантуй - район-ҡала кимәлендә үткән иң ҙур байрамдарҙың береһе. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы бѳгѳн тѳрлѳ милләттәрҙе берләштереп тора. Сараны һәр кем кѳтѳп ала, һәр кем ихлас ҡатнаша. Район һабантуйы быйыл да Аҙнағол ауылы эргәһендә үтте.
... Кѳн шундай матур. Байрамса кейенгән халыҡ һабантуй яланына ағыла. Унда иһә уларҙы тирмәләр, сауҙа нѳктәләре менән гѳрләп торған, байрам тѳҫѳ алған йәнле тормош ҡаршылай. Мәҙәниәт йылы булғас, һабантуйҙы асыу тантанаһы район-ҡала мәҙәниәт тормошона, уңыштарына байҡау яһау менән башланды. Ижади коллективтар, ауыл хакимиәттәре колонна булып сәхнә алдынан үтте. Музыкаль-театрлаштырылған тамашанан һуң һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Мироновҡа бирелде. Владислав Геннадьевич һабантуйҙың бѳтә халыҡтарҙың да яратҡан байрамына әйләнеүен, ауыл хужалығына тос ѳлѳш индергән хеҙмәт алдынғыларын, райондағы яҡшы үҙгәрештәр һәм алда торған маҡсаттар тураһында һѳйләп үтте. Шулай уҡ 12 июнь - Рәсәй Федерацияһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү кѳнѳндә ҡаланың Металлургтар майҙанында буласаҡ мәҙәни сараға саҡырҙы. Был кѳндѳ Мәҙәниәт йылының штандарты ҡалаға тапшырыла, ә 13 июндә уны Ирәмәлгә мендерәләр, ә 14 июндә Ейәнсура районына тапшырыла.
Һабантуйҙа гѳрләштек, йырлап-бейеп, кѳрәштекЙола буйынса байрамға хѳрмәтле ҡунаҡтар, күренекле яҡташтарыбыҙ саҡырыла. Быйыл Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Леонидович Пустовгаров Республика Президенты вазифаһын башҡарыусы Рѳстәм Зәки улы Хәмитовтың ҡотлау һүҙен еткерҙе. Ул һабантуй еңеүселәренә тип ике мотоблок бүләк итте: береһе - ат сабышында еңеүсегә, икенсеһе - райондағы иң яҡшы фермер хужалығына. БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илфат Ғайса улы Уразбахтин РБ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарын шәхси эшҡыуар Айҙар Әнғәм улы Махияновҡа, “Урал” ПКС-ының ферма мѳдире Рафаэль Фәтих улы Фәхретдиновҡа, “Ҡағы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мал ҡараусы Владимир Кузьмич Фенапетовҡа, “Игенсе” хужалығы һауынсыһы Рәйфә Ишбулды ҡыҙы Хәлитуллинаға тапшырҙы.
Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында “Мечель” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Зюзин, Магнитогорск ҡалаһы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Чуприн, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин һәм башҡа ҡунаҡтар бар ине.
В.Г. Миронов хеҙмәт алдынғыһы, механизатор Хәмзә Лотфулла улы Әхмәтовҡа Маҡтау грамотаһы һәм бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ тағы ла “Иң яҡшы хеҙмәткәр” тигән маҡтауға лайыҡ булған 21 хеҙмәт алдынғыһын тәбрикләнеләр.
Артабан һүҙ Белорет телекомпанияһының сығарылыш ѳсѳн яуаплы хеҙмәткәре Сәхибә Ғәбитова “Белорет оҫталары” фестивалендә еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. Белорет телекомпанияһының 15 йыллығына арналған фестивалдә райондан 13 хакимиәт ҡатнашҡан. Ишле, Инйәр, Әзекәй ауыл хакимиәттәренән икешәр ауыл үҙ йолаларын күрһәткән. Халыҡ йолаларын һаҡлаған ѳсѳн Ишленән - Любовь һәм Иван Сысоевтар, Егәҙенән - Гѳлназ Яныбаева, Йѳйәктән Гѳлсирә Салауатова махсус бүләктәргә лайыҡ булды. Ауыл хакимиәттәре араһынан - I урынды Асы ауыл хакимиәтенә, II урын - Ломовка һәм Сосновка ауыл хакимиәттәренә, III урын Шығай ауыл хакимиәтенә тапшырылды. БТК еңеү яулаусы Асы ауылы хакимиәте тураһында фильм тѳшѳрәсәк.
Батырҙар ғына атты ауыҙлыҡлай
тигән фекер тыуа ат сабышы ҡараған саҡта.
Ат сабышы - һабатуйҙың йѳҙѳк ҡашы. Шуға ла ат сабышы иғлан ителеү менән бар халыҡ бәйге яланына тартылды. Быйыл ат сабышы барышын муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Валерий Красавин яҡтыртты.
Тәүге 1500 метрлыҡ дистанцияға сабышыуға 10 ат стартҡа баҫты.
Ат уҙышын ихлас ҡараған тамашасы: “Тапҡыр сыҡ та ҡуй!”, “Динари-и-с!”, “Вәт ебәрә малай, вәт алды ул!” - тип дәртләндереп торҙо.
1500 метрға уҙышта дистанциянан сыҡҡан ат булманы, бѳтәһе лә имен-аман финиш һыҙығын үтте. Шәхси эшҡыуар Н.Д. Вәлиев ҡуйған “Арзамас” ҡушаматлы атта Винарис Вәлиев I урынды яуланы. II урынды - шәхси эшҡыуар И.М. Һарунов ҡуйған “Шайтаночка” ҡушамтлы атта Рәсүл Юлышов, III урынды Сосновка ауыл хакимиәте ҡуйған “Абрэк” ҡушаматлы атта Илдус Хәлилов алды.
3500 метр арауыҡҡа уҙышҡанда икенсе урау ваҡытында бер һыбайлы ҡолап ҡалды. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр уҙышты туҡтатыуҙы һораны, буталыштар булды. Юлда ятҡан һыбайлыға ярҙамға килгән кешеләрҙән ат ѳркмәһен, тип ҡайһы бер уҙышыусылар аттарын туҡтатты. Ғѳмүмән, ярышта аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуҙы. Бәйгенең тѳп судьяһына ла дәғүәләр белдерелде. Бѳтәһе лә тәүге ике түңәрәкте беренсе булып үтеүселәргә урындар бирергә ҡарар итте. Шулай итеп, Сосновканан “Красавчик” ҡушаматлы атта Даян Ҡәҙерғолов - I, шәхси эшҡыуар Н.Д. Вәлиев ҡуйған “Аҡбуҙат” ҡушаматлы атта Айгиз Вәлиев - II, “Изаура” ҡушаматлы атта Нәзиф Бәхтиев III урын алды.
Ат сабышының иң ауыр һәм мәртәбәле арауығы - 5500 метрға уҙышыу. Тәүге түңәрәктә үк инде бер нисә йыл һабантуйҙа беренселекте бирмәгән “Арбузик” ҡушаматлы ат уҡтай алға атылды. Толпарҙай осҡан ат һәр кемдә һоҡланыу тыуҙыра ине. Башҡа аттарҙы бер урауға уҙып киткәс, тамашасы: “Нимәләр ҡыландыра был “Арбзик”!” - тип һоҡланып ҡалды. Шулай итеп, Сосновканан Ғилфан Ғабдулхай улы Ҡәҙерғоловтың “Арбузик” ҡушаматлы атында Илдус Хәлилов беренселекте быйыл да бирмәне. II урынды Р.М. Һарунов КФХ-аһының “Орел” ҡушаматлы атында Рушан Таһиров яуланы. III урынды шәхси эшҡыуар Н.Д. Вәлиев ҡуйған “Буран” ҡушаматлы атта Эдик Зәбиров алды.
Ат сабышы - үҙе бер тамаша булһа, аттарын йыл буйы әҙерләгәндәр ѳсѳн үҙе һынау. Шуға ла һәр ат ҡуйыусы бәйгенең матур һәм ғәҙел үтеүен теләй. Быйыл һыбайлының ҡолап ҡалыуы уҙыш шарттарының тулыһынса үтәлмәүенә килтерҙе. 3500 метр арауыҡты баһалағанда ат хужаларының: “Беҙ уҙышҡа йыл буйы әҙерләнәбеҙ”, - тип белдереүҙәре ат сабашының һабантуй “йѳҙѳгѳ” булыуына тағы ла бер инанаһың.
Р. Мусина.


Һабантуй ҡото – тирмәләр
Һабантуй байрамын ялан буйлап теҙелеп киткән сағыу тирмәләрһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Уларһыҙ байрамдың бер генә йәме лә, ҡыҙығы ла булмаҫтыр ине, моғайын. Нәҡ ошо тирмәләрҙә боронғобоҙ һаҡлана, тарихыбыҙға, йылдан-йыл онотола барған йолаларыбыҙға, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙгә тағы ла бер тапҡыр байҡау яһала. Шуға күрә лә, байрамға йыйылғандар иң тәүҙә һәр ауыл биләмәһенең тирмәһе, шул биләмәлә йәшәгән халыҡтың кѳн күреше, йәшәйеше, уларға ғына хас булған йола, ғѳрѳф-ғәҙәттәре менән таныша, балаларына боронғо әйберҙәрҙе, кәсепселек ҡоралдарын, ҡул эштәрен күрһәтә. Әлбиттә, үткәндәрҙе бѳтә ысынбарлығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән тирмәләрҙе ҡороу ҙа еңелдән түгел. Бының ѳсѳн урындағы хакимиәт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы күмәкләшеп әҙерләнә. Байрамды ойоштороуға һәр кем хәленән килгәнсә ѳлѳш индерергә тырыша. Берәүҙәр ҡул эштәрен – сигеүле таҫтамалдарын, ҡораманан эшләнгән түшәк-юрғандарын, аҫалы балаҫтарын, икенселәре бѳгѳн музейҙарҙа ғына осратырлыҡ кәсепселек ҡорамалдарын, ѳсѳнсѳләре иһә милли аш-һыу әҙерләп килтерә. Ошо күмәк тырышлыҡ һѳҙѳмтәһендә генә бынамын тигән матур байрам сараһы килеп сыға ла инде.
Быйылғы һабантуйға бѳтәһе 16 тирмә ҡуйылды. Үткән йылдағынан әҙерәк булһа ла, оло йыйынға йәм ѳҫтәп теҙелеп киткән тирмәләр әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, иғтибарҙы йәлеп итеп ултырҙы. Бѳтә тирмә хужалары ла бар яҡлап та үҙ йәйләүен матурларға, биҙәргә тырышҡан. Халҡыбыҙҙың элекке йәшәйешен сағылдырған һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ, балыҡсылыҡ мѳйѳштәре булдырылған, ҡул эштәре күргәҙмәһе, арҙаҡлы шәхестәрҙең фотокүргәҙмәһе, ауыл шәжәрәһе ҡуйылған. Башҡорт халҡы элек-электән киң күңеллелеге, ҡунаҡсыллығы менән билдәле булған. Быйыл да бѳтә тирмә хужалары ла был йолаға тоғро ҡалған. Уларҙың һәр береһе мул итеп әҙерләнгән милли аш-һыуы, яҡты йѳҙѳ менән айырылып торҙо.
Йыр-моңһоҙ, уйын-кѳлкѳһѳҙ һабантуй һабантуй булмай инде. Байрамға килгән ҡунаҡтар был ҡыуаныстан да мәхрүм ҡалманы. Тирмәләр конкурсында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарын, йыр-бейеүен тәҡдим итте, тѳрлѳ йолаларҙан ѳҙѳк күрһәтте.
Йәйләү хужаларының берҙәмлеген, әүҙемлеген баһалау ѳсѳн комиссия эште Асы биләмәһе ҡуйған тирмәнән башланы. Асыларҙың ни тиклем дәртле, сәмле булыуын хәҙер бѳтә район беләлер. Был хаҡта айырым һѳйләп тороуҙың кәрәге лә юҡ кеүек. Асылар быйылғы байрамға септә үреү, һалабаш һалыу йолаһын күрһәтте. Улар йәйләүҙәрен дә шартына килтереп биҙәгән. Бер ерҙә ҡатын-ҡыҙҙар самауыр шыжлатып, ҡорот ҡайнатһа, икенсе мѳйѳштә ир-егеттәр септә үрә, һунарсылыҡ кәрәк-ярағын барлай. Тирмә эргәһендә йәйге ҡыуыш, элекке һунарсылыҡ кәсебен сағылдырған мѳйѳш тә булдырылған. Бында ҡунаҡҡа килгәндәрҙең барыһы ла үҙен ысын башҡорт йәйләүендә тип хис иткәндер, моғайын. Асыларҙың үҙҙәре сығарған таҡмаҡтары иһә тирә-яҡ мѳхитте, тәбиғәтте һаҡлауға, яҡлауға һәм мәҙәниәт йылына арналғайны.
Ҡала биләмәһе ѳсѳн һәр йылдағыса ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы сығыш яһаны. Улар үҙ сығышын мәҙәниәт йылына һәм халыҡтар дуҫлығына, милли татыулыҡҡа арнаған. Тирмә хужаларының аш-һыу тѳрлѳлѳгѳн, ҡунаҡсыллығын комиссия ағзалары лайыҡлы баһаланы.
Инйәр биләмәһе намыҫын бирҙеғолдар яҡланы. Улар ҡунаҡтарға килен тѳшѳрѳү йолаһын күрһәтте. Бирҙеғолдар сығышында үҙ ерлектәренә хас һѳйләшкә, ҡатай ырыуы йолаһына баҫым яһарға тырышҡан.
Тимер юл ауылы биләмәһе килен һѳйѳү йолаһын күрһәтте. Был тирмә хужалары ла милләттәр дуҫлығына ҙур иғтибар бүлгән. Тимер юл ауылында башҡорт, рус, татар, чечен һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Шуға күрә килен һѳйѳү йолаһын үтәүҙә лә бѳтәһе лә теләп ҡатнашты, бүләктәрен бирҙе, матур теләктәрен теләне. Тирмә эсендәге аш-һыуҙан һығылып торған ашъяулыҡта ла тѳрлѳ милләт вәкилдәренең ризығына урын табылған.
Сермән ауылы биләмәһе тирмәһендә аулаҡ ѳй йолаһынан ѳҙѳк күрһәттеләр. Сермәндәр һабантуйға йәш быуынды күпләп йәлеп итеүе менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Әзекәй, Шығай йәйләүе халҡы иһә матур йыр-моңо, дәртле бейеүҙәре, ҡунаҡсыллығы һәм шулай уҡ милли ризыҡтарҙың тѳрлѳлѳгѳ менән ыңғай яҡтан билдәләнде.
Сосновка тирмәһе хужалары сығышын тулыһынса мәҙәниәт йылына арнаған. Улар ҡунаҡтар алдында ѳр-яңы мәҙәниәт йорто тѳҙѳүгә ѳмә уҙғарҙы. Ѳмәне йыр-бейеү менән бергә алып барып, ѳмә сәйе менән тамамлап ҡуйҙы. Яңы тѳҙѳлгән клуб бураһын ҡыҙҙарҙың мәҙәниәт йылына арнап сиккән ҡул эштәре менән биҙәп ҡуйырға ла онотманы сосновкалар.
Николаевка ауыл биләмәһе бѳтә ризыҡтарға баш булған икмәктең ѳҫтәлгә килеп еткәнсе ниндәй юл үтеүен күрһәтеп, ауыл хужалығы эшсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәтен сағылдырҙы. Уларҙың сығышы тәүге бураҙна ярыу менән башланды һәм ураҡ осорон бѳтѳп, яңы уңыштан икмәк бешереү менән тамамланды.
Абҙаҡ ауылы тирмәһе хужалары үҙ ауылдарынан сыҡҡан билдәле кешеләрен хѳрмәтләүен, улар менән ғорурланыуын таҡмаҡ аша әйтеп бирергә тырышты. Улар ҡунаҡтар иғтибарына ауыл тормошон, йәшәйешен сағылдырған фотокүргәҙмә лә ҡуйған. Абҙаҡтар һабантуйға “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашып алған аҡсаға тектергән ѳр-яңы милли костюмдар кейеп килгән.
Ишле йәйләүендә ошо ауылдың атаҡлы быйма баҫыу оҫтаһы Федор Иванович Севостьянов ҡунаҡтарға быйма баҫыу серҙәрен ѳйрәтте.
Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тирмәһе йылдағыса балаларҙың тирә-яҡты, тәбиғәтте һаҡлауға арнап эшләнгән һүрәттәре, матур фото күргәҙмә һәм тѳрлѳ кейектәрҙең ҡатырылған макеты менән биҙәлгәйне.
Нуралар масленница байрамынан ѳҙѳк, тирләндәр күптән онотолоп ҡалған бала һатыу йолаһын күрһәтһә, туҡандар иһә кѳндәлек тормошта йыш ҡулланылған ябай ғына таҫтамалдың ниндәй оло әһәмиәткә эйә булыуын сағылдырырға тырышҡан. Бала тыуғанда ла, ир-егетте армияға, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатҡанда ла, ѳйләнешкәндә лә таҫтамалдың ҙур урын биләүен асып биреүгә ѳлгәште улар.
Һәр йылда ла һабантуй байрамында үҙ кѳсѳ менән тирмә ҡуйған Гѳлсирә апай Салауатованың тирмәһен бер нисек тә телгә алмайынса булмай. Был тирмәне ысын мәғәнәһендәге ижад донъяһы тиһәк тә, һис хата булмаҫ ине, моғайын. Гѳлсирә апайҙың күҙ нурҙарын түгеп эшләгән бихисап эштәрен маҡтап һѳйләргә һүҙ ҙә етмәҫ кеүек. Ябай ғына ауыл апайының ағастан да, тѳрлѳ ептәрҙән, ҡораманан да шундай матурлыҡ тыуҙыра белеүенә хайран ҡалырлыҡ. Инде оло йәштә булған тырыш апайҙың дәртен күптәргә ѳлгѳ итеп ҡуйырлыҡ. Гѳлсирә апайҙың эксклюзив ҡул эштәрен һатып алыусылар ҙа күп булды.
Үкенескә күрә, быйыл тирмәләр конкурсы үткән йылдар менән сағыштырғанда саҡ ҡына һүлпәнерәк үтте. Шуға ҡарамаҫтан, бѳтә тирмә хужаларының да тырышлығын хуплап телгә алмайынса булмай. Уларға һабантуй яланын биҙәүҙәренә, күптәргә байрам кәйефе бүләк итеүҙәренә,тарих тѳпкѳлѳнә сәйәхәт ойоштороуҙарына рәхмәт әйтергә генә ҡала. Уларҙың һәр береһе еңеүсе урынға, оло бүләккә лайыҡ. Тик нимә генә тиһәк тә, конкурс булғас, уның еңеүселәре лә булырға тейеш.
Шулай итеп, комиссия ағзаларының баһаһы буйынса Гран-приға Асы тирмәһе лайыҡ булды. I урын – Инйәр биләмәһенә эләкте, II урынға Туҡан һәм Тирлән сыҡһа, III урынды Сермән, Сосновка һәм Николаевка хакимиәттәре бүлеште.
Тирмә хужалары тѳрлѳ номинацияларҙа ла билдәләнде. Ишле ауыл биләмәһе тирмәһе “Уңышлы дебют”, Әзекәйҙәр “ Иң яҡшы милли кухня”, Шығайҙар “ Еңеүгә ынтылыш”, Абҙаҡтар “ Яҡташтарҙы хѳрмәт итә белеү”, Нуралар “Ижади ҡараш” , Гѳлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова “Алтын ҡул”, Федор Иванович Севостьянов “Халыҡ оҫтаһы ” номинацияһында билдәләнде. Еңеүселәр 16 июнь муниципаль район хакимиәте йортонда бүләкләнәсәк.

Ҙур кѳс һәм ижади ҡараш талап ителгән тирмәләр конкурсында ҡатнашыуҙың еңел булмауын башта уҡ әйтеп үткәйнек. Халыҡтың үткәнебеҙгә битараф булмауы, үҙ йолаларыбыҙҙы, боронғо кәсеп-шѳғѳлдәребеҙҙе йәш быуынға еткереүҙә баһалап бѳткѳһѳҙ ҙур ѳлѳш индереүе оло маҡтауға лайыҡ. Тарихыбыҙҙы аңлаған, йолаларыбыҙҙы һанлаған, дәртле, аңлы милләттәштәребеҙ барында тирмәләр конкурсы йыл да дауам итер, ҡунаҡтарға ҡыуаныс, матур кәйеф бүләк итер тигән ышаныс ҙур.
Эльза Мѳхәмәҙиева.

Батырҙар келәмгә сыҡты

Милли кѳрәш һабантуйҙың иң сағыу күренеше. Кѳрәш бәйгеһендә ҡатнашыусылар һаны быйыл күп булды. Тамашасылар келәмгә сыҡҡан малайҙарҙы, ҡыҙҙарҙы һәм ѳлкәндәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ѳлкән йәштәге һәм 18 йәшкә тиклемге батырға һарыҡты муниципаль район хакимиәте бирһә, уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында кѳрәштә еңгәндәргә һарыҡтарҙы А.Ә. Махиянов етәкселегендәге «Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы» тип танылған «Крепыш» крәҫтиән-фермер хужалығы алып килгән.
Баш судья Айҙар Әнғәм улы Махиянов йылдан-йыл уҡыусы егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың кѳрәшкә нығыраҡ ылығыуын билдәләне. Мәҫәлән, 20-се мәктәптән Альбина Хатипова билбау менән кѳрәштә республика чемпионкаһы булып ѳлгѳргән. Ул IX кластан һуң медицина колледжына уҡырға инергә ниәтләнә. Быйылғы кѳрәштә абҙаҡтарҙың активлығы һәм призлы урындарға лайыҡ булыуы һѳйѳндѳрҙѳ.
Шулай итеп, 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ҡаланың 16-сы мәктәбенән Михаил Свиридов, 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ошо уҡ мәктәптән Анатолий Сорокин, 55 килограмға тиклемге ауырлыҡта 8-се мәктәптән Нургиз Канафин, 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ошо уҡ мәктәптән Рудольф Махиянов, 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында педколледждан буласаҡ физкультура уҡытыусыһы Ғәлим Баһауетдинов, 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Абҙаҡ мәктәбенең кѳрәш һәм билбау менән кѳрәш буйынса тренеры Салауат Ғәзиз улы Дауытов еңеүсе тип танылдылар.
Ҡыҙҙар араһында билбау менән кѳрәштә 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ике аҙна элек кенә Башҡортостан чемпионкаһы исеменә лайыҡ булған 20-се мәктәп уҡыусыһы Альбина Хатипова, 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Абҙаҡ мәктәбенән Розалия Мәғәсүмова еңеү яуланы. Шулай итеп, Салауат Ғәзиз улы Дауытов, Розалия Мәғәсүмова, Рудольф Махиянов (һүрәттә), Альбина Хатипова, Нургиз Канафин һәм Михаил Свиридов һарыҡ менән бүләкләнделәр. Еңеүселәрҙән тыш, II һәм III урынға сыҡҡандарға ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.



Гер күтәреү

Гер күтәреү ярышын алып барған судья Шамил Ғәләүетдин улы Минһажев янынан да кеше ѳҙѳлмәне, сѳнки кѳсѳн, таһыллығын һынап ҡарағандар бихисап булды. Шулай итеп, 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 16-шар килограмлы ике герҙе күтәреп, Белореттан Михаил Казанцев еңеү яуланы. Семен Дураков II урынға сыҡты. 54 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында 24 килограмлы ике герҙе күтәреүҙә шулай уҡ ҡаланан Юлий Базунов - I, Антон Рожок - II, Даниил Смирнов III урын алды һәм бүләктәргә лайыҡ булды.
З. Сѳләймәнова.


Йылғырҙар һырғауылға менде
Һабантуйҙың тантаналы өлөшөнән һуң майҙанда бер-бер артлы спорт ярыштары башланды. Төрлө уйындар уҙғарыуға тәғәйенләнгән майҙанда халыҡтың ҡайнап тороуы ял итергә, күңел асырға, үҙҙәренең сослоғон, етеҙлеген, һәләтен күрһәтергә теләгәндәрҙең күплегенә бәйле ине. Ә инде мауыҡтырғыс халыҡ бәйгеләренә тамаша ҡылырға теләгән һәр кем уйындар ойошторолған майҙанға ашыҡты.
Быйыл һырғауылға менергә унлаған ир-егет йөрьәт итте. Уның эргәһенә халыҡ күп йыйылды. Берәүҙәр һырғауылға үрмәләгән таныш-белештәрен ҡеүәтләп ҡысҡырһа, икенселәр “ҡуш йөрәктәр”гә ҡарап өҙгөләнде.
Бына бағана башындағы күҙҙе ҡыҙҙырып эленеп торған бүләктәргә кемдер беренсе булып үрмәләй башланы. Егет етеҙ генә менеп тә етте һәм үҙенә оҡшаған бүләкте ысҡындырып аҫҡа ташланы. Ул Сермәндән Вадим Байдәүләтов булып сыҡты. Етеҙ егет һырғауылға туғыҙынсы йыл рәттән менә икән. Йыл һайын һабантуйҙан һәйбәт-һәйбәт бүләктәр алып ҡайтып, әсәһен ҡыуандыра ул. Быйыл да иң тос бүләктәрҙең береһе – блендерға эйә булды. Уның артынса бағанаға ауылдашы Айҙар Хәмзин үрмәләне һәм тағы бер бүләкте өҙөп төшөрҙө. Ул да быйыл һырғауылға һигеҙенсе йыл рәттән менеп, саң һурҙырғыс алды. Артабан һырғауылға Олойылғанан Ришат Сөнәғәтов йылғыр ғына менеп китте һәм үҙенә тәғәйен бүләкте эләктерҙе. Үткәлдән Артур Таймасов тәүге тапҡыр бағанаға менеүенә ҡарамаҫтан, бик етеҙ һәм сос булып сыҡты. Һә, тигәнсе һырғауылға үрмәләп, кәләше Гөлназға бынамын тигән бүләк – тостер алып бирҙе. Шулай итеп, бүләктәр бер-бер артлы үҙ хужаларын тапты.
Һабантуйҙа гѳрләштек, йырлап-бейеп, кѳрәштекСпорт майҙанында волейбол, футбол уйындары гөрләне. Волейбол уйынында Тирлән, Үҙән һәм Белорет ҡалаһы командалары ҡатнашты. Ярышты хаҡлы ялдағы уҡытыусы Николай Максимович Бенедик алып барҙы һәм баһаланы. Үҙән командаһы - I, Тирлән командаһы - II , Белорет командаһы - III урын алды.
Футбол уйыны ла бик ҡыҙыу барҙы. Ярыштың судьяһы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе трениры Закир Ғәфүр улы Ғәлләмов булды. Тирлән командаһы - I, Инйәр командаһы - II , Сермән командаһы - III, Сермән балалар йорто командаһы - IV урынға сыҡты.
Кескәйҙәр өсөн Мәктәптән тыш эштәр үҙәге мауыҡтырғыс уйындар ойошторҙо. Күҙ бәйләп бүләк ҡырҡыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп, скакалка менән аяҡты бәйләп йүгереү кеүек ярыштарҙа балалар күпләп ҡатнашты. Һәр ҡайһыныһы бүләктәр алып шатланды.
Тоҡ менән һуғышыуҙа көсөн һынап ҡарарға теләгән үҫмерҙәр күп булды. Береһен икенсеһе алмаштырып ҡына торҙо.

Йырлы-моңло һабантуй
Һабантуй яланын йыр-моңға күмгән бай йөкмәткеле концерт байрамдың күрке булды. Байрам концертында ҡаланың Мәҙәниәт һарайы һәм районыбыҙҙың иң яҡшы халыҡ бейеүҙәре, вокал ансамблдәре, һәүәҫкәр йырсылар ҡатнашты. Йыр артынан йыр, бейеүҙе бейеү алмаштырған был концертты тамашасылар берсә моңланып, берсә дәртләнеп ҡараны.
Нәфис һүҙ оҫталары – Илүзә Ҡәләмова менән Ольга Лоҡманова күркәм һабантуй байрамы менән халыҡты сәләмләгәс, концерт ҡала Мәҙәниәт һарайының “Елмерҙәк” этнотөркөмө сығышы менән башланып китте. Артабан Гѳлнара Москова етәкселегендәге “Милли байлыҡ-2014” Халыҡ-ара конкурсының III дәрәжә лауреаттары “Даръя” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының дәртле бейеүе менән дауам итте. Һабантуйҙа гѳрләштек, йырлап-бейеп, кѳрәштекӘлфиә Мәғәфүрова етәкселегендәге Тѳрѳк халыҡтары ижады традицион тѳбәк-ара фестиваленең I дәрәжә лауреаты, шулай уҡ “Белорет йондоҙҙары” республика фестивале лауреаттары “Тау шишмәһе” башҡорт вокаль ансамбленең “Уралым”, “Талы” йырҙары концертҡа айырым биҙәк өҫтәне. “Инйәр хазиналары-2013” район-ара конкурсының I дәрәжә лауреаты “Тонус” бейеү ансамбленең сығышы халыҡты дәртләндерҙе. Хатта йәштәр улар менән бергә бейергә тѳштѳ. Ғәли Хәмзин исемендәге район-ара вокалистар конкурсының I дәрәжә лауреаты Сәғилә Мырҙағәлина, район мәҙәниәт йорто йырсыһы Миңзәлә Кинйәбаева, Тирләндән Вера Федяева “Белорет йондоҙҙары” республика фестивале лауреаттары “Россияночка” рус йырҙары ансамбле, Әүжәндең рус фольклор тѳркѳмѳ, “Уйна, гармун-2012” Бѳтә Рәсәй фестивале дипломанты, “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Иршат Шәғәлин ҡабатланмаҫ йыр-моңдары менән тамашасы күңелен әсир итте.
Бәләкәй сағынан районда билдәлелек алған Розалия Шәғәлина һоҡландырғыс башҡорт милли бейеүе менән һөйөндөрһә, “Тонус” бейеү ансамбле етәксеһе Миләүшә Усованың бейеүҙәре тамашасы күңеленә хуш килде. Ә инде Сургут ҡунаҡтары, игеҙәк малайҙар – Сыңғыҙ менән Ғимран Бохарбаевтарҙың сәхнә һелкетеп бейеүҙәренә, ташып торған дәрттәренә һоҡланмаған кеше ҡалманы.
Үҙенә генә хас һыҙаттары булған быйылғы һабантуй ҙа гѳрләп үтте лә китте. Байрамға йыйылған халыҡ матур тәьҫораттар менән ҡайтырға сыҡты.
Нурия Шәрипова.
Оставить комментарий