Асыла – балалар һабантуйы

Шаулап-гѳрләп, тағы бер уҡыу йылы уҙып китте. Кемдер ауылда ял итергә, кемдер лагерға китергә йыйына. Һәр кем йәйен үҙенсә файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә тырыша.

Эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, алдынғыларҙы баһалау һәм бергәләп ял итеү маҡсатында Асыла балалар һабантуйы ойошторҙоҡ. Үткәрелгән сара уҡыусылар ѳсѳн ысын мәғәнәһендәге оло байрам булды.
Был кѳндѳ Иҫке ҡышлау тауы балаларҙың шат тауышынан, йыр-моңонан яңғырап торҙо. Иң тәүҙә мәктәп директоры Л. К. Сәлимйәнова мәктәптең уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында һѳйләне һәм барыһын да байрам менән ҡотланы. Шулай ҙа, сараның иң тулҡынландырғыс, шатлыҡлы мәле уҡыу алдынғыларын, мәктәптән тыш эштәрҙә әүҙем ҡатнашҡан, спорт ярыштарында, тѳрлѳ олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусыларҙы тәбрикләү булғандыр, моғайын. Сараның тантаналы ѳлѳшѳнән һуң, мәктәптең кластан тыш эштәрҙе ойоштороусыһы Ш. И. Ғарипова балалар һабантуйының башланыуын иғлан итте.
Балалар һәр ҡайһыһыһы үҙенә оҡшаған уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асты. Улар арҡан тартыуҙа, тоҡ кейеп йүгереүҙә, күҙ бәйләп әйбер ҡырҡыуҙа, тоҡ менән һуғышыуҙа, йүгереүҙә, футбол, волейбол уйындарында үҙ-ара кѳс һынашты.
Ярыш ҡыҙыу барҙы. Һәр кем еңеүсегә тәғәйенләнгән бүләкте алыу ѳсѳн сәмләнде. Уйындарҙы В. Г. Йосопова, Й.Н. Саҙретдинов, Ш. И. Ғарипова күңелле итеп ойошторҙо. Сараны музыкаль яҡтан клуб хеҙмәткәре Р. Р. Сѳләймәнов биҙәне.
Һабантуй байрамы еңеүселәрҙе билдәләү һәм бергәләшеп, күңелле итеп сәй эсеү менән тамамланды.
Ғарипова Шәүрә.
Асы мәктәбе.
Оставить комментарий