Йыл сараларға бай

Аҙнағол ауылында Мәҙәниәт йылына арналған күп кенә саралар үтә. Быйыл оло йәштәге инәйҙәр “Кейеҙ баҫыу” йолаһын күрһәтте. Буласаҡ һалдаттар ѳсѳн кисә ойошторолдо.

Кѳндәр йылыныу менән Ҡарға бутҡаһына сыҡтыҡ. Закира Фәхритдинова тәмле итеп бутҡа бешерҙе. Бала-саға бутҡа әҙер булғансы тѳрлѳ уйындар уйнаны. Һуңынан бутҡа менән һыйланып, сәй эсеп таралыштылар.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳндә ҡырға сыҡтыҡ. Шулай уҡ тѳрлѳ уйындар, ярыштар үткәрелде. Байрамға килгән иң бәләкәй балаға бары 1 йәш ине. Сәй табыны ла ойошторолдо. Халыҡтан йыйылған бүләктәрҙе балаларға тараттыҡ.
Г. Әҙелмырҙина,
клуб мѳдире.
Оставить комментарий