Һау бул, лицей!

Эй, ваҡыт тигәнең... Оҙон булып тойолған тағы бер уҡыу йылы тамамланды, дәүләт имтихандары ла үтеп китте. Ә күңелдә “Хушлашыу кисәһе” әле генә булған кеүек.
Эйе, йыл һайын үткәрелеп килгән был кисәләр күптән инде традицияға әйләнһә лә, уларҙың һәр береһе нимәһе менәндер үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле.
Ҡала лицей-интернатын тамамлаусылар ѳсѳн ул юбилей сығарылыш кисәһе булыуы менән үҙенсәлекле ине. Матур тантана мәктәп тарихында 50-се тапҡыр уҙғарылды.

Тимәк, 50-се тапҡыр беҙ балаларыбыҙҙы уҡытып, белем биреп, тәрбиәләп, ҡанаттарын нығытып, оло тормошҡа фатиха бирҙек.
Быйыл лицей-интернатты 21 уҡыусы тамамланы. Беҙ үҙебеҙҙең сығарылыш класс уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Улар күп тапҡыр лицей-интернаттың намыҫын яҡлап, уның данын күтәреп, ҡала-район, республика һәм Рәсәй күләмендә уҙғарылған олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яуланы, спортта ла һынатманы. Берҙәм дәүләт имтихандарын да яҡшы тапшырҙылар, икәүһе мәктәпте тик “5”ле билдәләренә генә тамамлап, ҡыҙыл аттестатҡа лайыҡ булды. Бына ошондай уҡыусыларыбыҙ менән айырылышыу, әлбиттә, еңел булманы. Күҙ йәштәре аша һәр кем: уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә йәштәргә кәңәштәрен бирергә, изге теләктәрен еткерергә тырышты, киләсәктә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне. Сығарылыш класс уҡыусыларының да хѳрмәтле уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә әйтер һүҙҙәре күп ине.
Нигеҙ һалдың, лицей, яҙмыштарға,
Инде үҙебеҙ тормош ҡорорбоҙ.
Йылдар үткән һайын һағынышып,
Юлыбыҙҙы һиңә борорбоҙ! -
тип хушлашты улар һѳйѳклѳ мәктәбе менән.
Бына шулай, сәскәләр, йырҙар менән оло байрам ойоштороп, ҙурлап, хәйерле юл теләп оҙатты 50-се сығарылыш уҡыусыларын лицей-интернат. Артабан да уҡыу йорттарында уңышлы уҡып, күңелдәренә ятҡан һѳнәргә эйә булып, тормоштарын тик изге эштәр менән генә биҙәп йәшәүҙәрен теләйек.
М. Миңлеғәлиева,
тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Оставить комментарий