Батырҙар һәм етеҙҙәр маҡсатына етерҙәр 10-06-2013, 09:07 / Мәҙәниәт

Батырҙар һәм етеҙҙәр маҡсатына етерҙәр

Һабантуйҙа ѳлкәндәр ҙә, балалар ҙа тѳрлѳ спорт ярыштарында һәм уйындарҙа ҡатнашырға ашҡынып тора. Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге менән Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре был юлы балалар ѳсѳн бәйле аяҡтар, йомортҡа, тоҡ менән йүгереү, арҡан тартыу, әтәстәр булып һуғышыу кеүек спорт уйындары ойоштороп, һәммәһен дә бүләктәр менән ҡыуандырҙы....
“Арбузик” быйыл да   һынатманы 10-06-2013, 09:05 / Мәҙәниәт

“Арбузик” быйыл да һынатманы

Ат сабышы һабантуйҙың тѳп биҙәктәренең береһе. Күптәр нәҡ тик ат сабышына тамаша ҡылыр ѳсѳн байрамға килә. Бәйге иғлан ителгәнгә тиклем үк халыҡ аттар сабышасаҡ яланға тартылды. Ат сабышы барышын муниципаль район хакимиәтенең йәштәр, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Светлана Полина һәм ҡала Советы депутаты Рафаэль Фарвазов яҡтыртты. Бәйгене һәр йылдағыса ауыл хужалығы бүлеге һәм ветеринария хеҙмәте ойошторҙо....
Әзекәйҙән     ҡыуаныслы  хәбәрҙәр 10-06-2013, 08:28 / Мәҙәниәт

Әзекәйҙән ҡыуаныслы хәбәрҙәр

Районыбыҙҙа балалар майҙансығы асыу, ысынлап та, матур традицияға әйләнде. Ауыл балаларының буш ваҡытын күңелле һәм файҙалы уҙғарыу ѳсѳн ауыл хакимиәте башлыҡтары ҙур тырышлыҡ һала. Ошо аҙнала Әзекәй ауылында мәктәп бинаһы янында асылған балалар майҙансығы ла ошо хаҡта асыҡ һѳйләй....
Балаларға бүләк 3-06-2013, 15:48 / Мәҙәниәт

Балаларға бүләк

Сосновка ауыл хакимиәте урындағы эшҡыуарҙар, ауылының төҙөклөгө өсөн битараф булмаған ауылдаштары менән берлектә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата кескәй дуҫтарына оло бүләк - балалар спорт майҙансығын файҙаланыуға тапшырҙы....
«Беҙ наркоманияға ҡаршы!» 3-06-2013, 15:42 / Мәҙәниәт

«Беҙ наркоманияға ҡаршы!»

Ҡаланың Металлургтар майҙанында йәштәрҙең Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы кѳрәшенә арналған «Йәштәр наркотиктарға ҡаршы!» акцияһы үтте. Унда ҡаланың юғары һәм махсус урта белем биреү йорттарының студенттары, Йәштәрҙең ял итеү үҙәгенең ижади коллективтары, ҡаланың спорт секцияларында шөғөлләнеүсе балалар ҡатнашты....
Абҙаҡта - Сик һаҡсылары кѳнѳ 31-05-2013, 11:44 / Мәҙәниәт

Абҙаҡта - Сик һаҡсылары кѳнѳ

Ауылыбыҙҙа Сик һаҡсылары кѳнѳн билдәләү матур традицияға әйләнгән. Быйыл да Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Байрас Буранбай улы Фазылов менән ауыл Советының 6-сы округ депутаты Хажмѳхәмәт Ғилметдин улы Әхмәтов (уның атаһы Ғилметдин Әхмәт улы 1926-28 йылдарҙа Урта Азияла ил сиген баҫҡынсыларҙан һаҡлаған) ауылдаштар ѳсѳн матур сара ойоштороп ҡыуандырҙы....
Пограничниктар  байрам итте 31-05-2013, 11:35 / Мәҙәниәт

Пограничниктар байрам итте

Илебеҙҙең сик буйы һағында хеҙмәт итеүселәр йыл һайын 28 май Пограничниктар кѳнѳн байрам итә. Был байрам 1918 йылдың 28 майында, РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты менән сик буйы ғәскәрҙәре булдырылғас, билдәләнә башлай....
Иҙел башы ҡунаҡтар йыйҙы 28-05-2013, 10:47 / Мәҙәниәт

Иҙел башы ҡунаҡтар йыйҙы

Ҡалала “Иҙел башы йондоҙҙары” хор һәм вокаль ансамблдәренең VI республика фестивале үтте. Ҙур кимәлдәге бындай сара ҡунаҡсыл Белорет ерендә алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Ѳс кѳн буйы барған фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Белорет районы муниципаль район хакимиәте ойоштора. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин әйтеүенсә, быйылғы фестиваль, “Рәсәй мәҙәниәте” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән уҙғарыла. Фестиваль үткәреүҙең маҡсаты - бѳтә...
“Минең Рәми” марафоны 20-05-2013, 15:46 / Мәҙәниәт

“Минең Рәми” марафоны

17 май ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы алдында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һѳйләү буйынса “Минең Рәми” марафоны үтте. Күңелендә Рәмиҙең ижады аманатын, туған теленә һѳйѳү, рухында милли тойғо йѳрѳткән һәр кем ҡатнашты....
Һылыуҡайҙар  сыҡты сәхнәгә 17-05-2013, 14:44 / Мәҙәниәт

Һылыуҡайҙар сыҡты сәхнәгә

Ҡала кимәлендә үткән «Науруз һылыуы» конкурсы быйыл 6-сы тапҡыр ойошторола. Конкурста үҙ телен яҡшы белгән һәм яратҡан һәләтле башҡорт ҡыҙҙары ҡатнаша. Сараның бер нисә йыл рәттән үтеүендә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаһарманованың тырышлығы ҙур тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Ҡыҙҙар уның етәкселегендә конкурс шарттары һәм талаптары менән таныша, ҡатнашыу кимәлен яҡшыртыу өсөн репетицияларға йөрөй. Быйығы конкурста 7 ҡыҙ матурлыҡта, маһирлыҡта кѳс һынашты....